Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
4 Июль 2019, 09:04

Владимир Путин Япония етәкселегенә рәхмәт белдерҙе

Владимир Путин Япония етәкселегенә рәхмәт белдерҙе Рәсәй Президенты Япония Премьер-министры Синдзо Абэ менән осрашты. Владимир Путин Япония Премьер-министрын “Ҙур егерме” саммитын уңышлы үткәреү менән ҡотланы, рәхмәт белдерҙе. Осрашыу барышында етәкселәр бер нисә документҡа ҡул ҡуйҙы, шулай уҡ матбуғат конференцияһы үткәрҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Япония Премьер-министры Синдзо Абэ менән осрашты.


Владимир Путин Япония Премьер-министрын “Ҙур егерме” саммитын уңышлы үткәреү менән ҡотланы, рәхмәт белдерҙе.

Осрашыу барышында етәкселәр бер нисә документҡа ҡул ҡуйҙы, шулай уҡ матбуғат конференцияһы үткәрҙе.


Синдзо Абэ Япония менән Рәсәй араһында барлыҡ өлкәләр буйынса хеҙмәттәшлектең нығына барғанын билдәләне, артабан тағы ла яҡшырыр тигән ышаныс белдерҙе.


Владимир Путин “Ҙур егерме” саммитының ҙур эш булыуын, уны уҙғарыу өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителеүен, ошо йәһәттән Япония етәкселегенең юғары хеҙмәт һөҙөмтәһен билдәләне.


“Осака ҡалаһында төҙөлгән килешеүҙәр үҙ-ара бәйләнеште тағы ла нығытасаҡ. Саммитты юғары кимәлдә үткәргәнегеҙ өсөн рәхмәт”, – тине Рәсәй Президенты.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: