Мораҙым
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
4 Июль 2019, 09:08

Владимир Путин Виктор Зубков менән осрашты

Владимир Путин Виктор Зубков менән осрашты Ил башлығы Владимир Путин “Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков менән осрашты.Улар газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше мөмкинлектәре хаҡында фекер алышынды. #ВладимирПутин

Ил башлығы Владимир Путин “Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков менән осрашты.


Улар газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше мөмкинлектәре хаҡында фекер алышынды.


“Беҙҙә бөгөн тәбиғи газ менән эшләү мөмкинлегенә эйә йөк автотранспортының 127 моделе бар. Улар – юл-коммуналь, йыйыу, сүп-сар ташыу техникалары, шулай уҡ автобустар, микроавтобустар, йәнә еңел автомобилдәр: “Лада Веста”, “Лада Ларгус”, “УАЗ Патриот”, “УАЗ Пикап” һ.б. Был йәһәттән эште артабан да дауам итәсәкбеҙ”, – тине Виктор Зубков.


Владимир Путин был тармаҡта алдынғы тәжрибә өлгөләренә таяныу мөһимлеген билдәләне.


Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы эшләй. Газ менән заправкалау селтәрен төҙөү өсөн дәүләт тарафынан быйыл 3,3 миллиард һум бүленә.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: