Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
2 Июль 2019, 09:59

Владимир Путин – Иркутск өлкәһендә

Владимир Путин – Иркутск өлкәһендә Рәсәй етәксеһе ташҡындан зыян күргән Иркутск өлкәһендә булды. Ул бында ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сарала урындағы власть органдары вәкилдәре һәм федераль ведомстволар етәкселәре ҡатнашты. Билдәле булыуынса, Иркутск өлкәһендә ташҡын ҡойма ямғырҙар сәбәпле башланды, унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. #ВладимирПутин

Рәсәй етәксеһе ташҡындан зыян күргән Иркутск өлкәһендә булды.


Ул бында ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сарала урындағы власть органдары вәкилдәре һәм федераль ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.


Билдәле булыуынса, Иркутск өлкәһендә ташҡын ҡойма ямғырҙар сәбәпле башланды, унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.


Оператив кәңәшмәлә Владимир Путин ҡазанан зыян күргән халыҡҡа ярҙам сараларын билдәләне, һәр пункт буйынса аныҡ һәм тиҙ эш алып барырға ҡушты.


“Мин ҡуйған бурыстар теүәл үтәлергә, унда властың барлыҡ кимәлдәре берҙәм ҡатнашырға тейеш.”, – тине Владимир Путин.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: