Белоруссияға эш сәфәрендә Рәсәй Президенты II Европа уйындары барышындағы бокс һәм спорт гимнастикаһы буйынса ярыштарҙы ҡараны.
Владимир Путин шулай уҡ Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Томас Бах, әлеге уйындарҙа ҡатнашҡан Рәсәй спортсылары менән осрашты.
Минск ҡалаһының “Уручье” һарайында илебеҙ Президенты боксерҙарҙың алышын ҡараны, еңеүселәрҙе, призерҙарҙы бүләкләү тантанаһында ҡатнашты.
“Спорт – йәмғиәтебеҙҙең һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән төп сараларҙың береһе. Уны төрлө милли проекттарҙың паспортына индереү халыҡты сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, әүҙемлеген арттырыу, ғөмүмән, йәшәү рәүешен яҡшыртыу маҡсатында башҡарылды”, – тине спортсылар менән аралашыуҙа дәүләт башлығы.