Мораҙым
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
2 Июль 2019, 09:28

“Экология” милли проектына ярашлы Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған майҙансыҡ төҙөләсәк

“Экология” милли проектына ярашлы Өфөлә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған майҙансыҡ төҙөләсәк Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендә үткән ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышында белдерҙеләр. “Ике йүнәлеш ҡарала: автоматлаштырылған эшкәртеү һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү буйынса, шулай уҡ полимерҙарҙы, икенсел ресурстарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған инновациялы комплекстар төҙөү. Тәүгеһен тормошҡа ашырыу хаҡы – 1,2 миллиард, икенсеһенеке 1,6 миллиард һумға төшәсәк”, – тиелде унда. #ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөлә 2,8 миллиард һумға ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған майҙансыҡ төҙөләсәк. “Экология” милли проектына ярашлы был эште “Рудерис” һәм “САХ” предприятиелары атҡарасаҡ.


Был хаҡта баш ҡала хакимиәтендә үткән ведомство-ара инвестиция комиссияһы ултырышында белдерҙеләр.


“Ике йүнәлеш ҡарала: автоматлаштырылған эшкәртеү һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү буйынса, шулай уҡ полимерҙарҙы, икенсел ресурстарҙы эшкәртеү буйынса автоматлаштырылған инновациялы комплекстар төҙөү. Тәүгеһен тормошҡа ашырыу хаҡы – 1,2 миллиард, икенсеһенеке 1,6 миллиард һумға төшәсәк”, – тиелде унда.


“Экология” милли проектына ярашлы 2024 йылға тиклем илдә 37,1 миллион тонна ҡалдыҡ эшкәртеү буйынса объекттарҙы сәнәғәт ҡулланылышына индереү планлаштырыла. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн барлығы 4,041 триллион һум сығым бүлеү ҡаралған.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: