Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
26 Июнь 2019, 09:03

Владимир Путиндың планында ундай осрашыу юҡ

Владимир Путиндың планында ундай осрашыу юҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың планында Украина лидеры Владимир Зеленский менән осрашыу юҡ, тип хәбәр итте матбуғат секретары Дмитрий Песков. Был осрашыу “Ҙур егерме” илдәре саммитында булырға тейеш тип көтөлгән. Сара быйыл Японияның Осака ҡалаһында уҙа. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың планында Украина лидеры Владимир Зеленский менән осрашыу юҡ, тип хәбәр итте матбуғат секретары Дмитрий Песков.


Был осрашыу “Ҙур егерме” илдәре саммитында булырға тейеш тип көтөлгән. Сара быйыл Японияның Осака ҡалаһында уҙа.


Быға тиклем Украинаның сит ил эштәре министры Павел Климкин Зеленскийҙың “Ҙур егерме” саммитына барырға йыйыныуы, унда бер нисә осрашыу үткәрергә, шул иҫәптән Владимир Путин менән һөйләшергә теләүе хаҡында белдергәйне.


Билдәле булыуынса, “Ҙур егерме”лә иҡтисади яҡтан ҙур ҡеүәткә эйә ике тиҫтә ил ҡатнаша: Австралия, Аргентина, Бразилия, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, Индонезия, Италия, Канада, ҡытай, Мексика, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, АҠШ, Төркиә, Төркиә, Франция, Көньяҡ Корея, Көньяҡ-Африка Республикаһы, Япония һәм Европа союзы. Һуңғыһы Европа комиссияһы һәм Европа советы рәйестәре тарафынан тәҡдим ителгән.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: