Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Июнь 2019, 09:46

Владимир Путин яугирҙәр иҫтәлегенә сәскә һалды

Владимир Путин яугирҙәр иҫтәлегенә сәскә һалды Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Рәсәй Президенты немец фашистары баҫҡынсыларына ҡаршы яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һалды. #ВладимирПутин

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Рәсәй Президенты немец фашистары баҫҡынсыларына ҡаршы яуҙа һәләк булған Ватан һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә венок һалды.

Сарала шулай уҡ Хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев, Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин, Президент Хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, оборона министры Сергей Шойгу, Юғары Суд рәйесе Вячеслав Лебедев, Хөкүмәт һәм парламентарийҙар ағзалары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре һ.б. ҡатнашты.

Рәсәй Президенты шулай уҡ Александровкий баҡсаһындағы Герой-ҡалалар обелисктарына сәскәләр һалды.

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: