Мораҙым
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Июнь 2019, 09:50

Хәүефһеҙлекте хәстәрләп, Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйҙы

Хәүефһеҙлекте хәстәрләп, Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйҙы Рәсәй Президенты “Рәсәй Федерацияһында милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙы енәйәт һәм башҡа кире күренештәрҙән һаҡлау буйынса айырым саралар тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Унда дәүләт власының федераль органдарына, Рәсәй субъекттары дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидара органдарына, ил ҡануниәтенә ярашлы булдырылған ойошмаларға, дәүләт юрисдикцияһы ҡарамағындағы ойошмаларға һәм физик шәхестәргә үҙ эшмәкәрлегендә шуны иҫәптә тоторға ҡушыла: 2019 йылдың 8 июленән Рәсәй авиакомпанияларына граждандарҙы Грузия биләмәһенә ташыу тыйыла. Был туроператорҙарға, турагенттарға ла ҡағыла.

Рәсәй Президенты “Рәсәй Федерацияһында милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, граждандарҙы енәйәт һәм башҡа кире күренештәрҙән һаҡлау буйынса айырым саралар тураһында"ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Унда дәүләт власының федераль органдарына, Рәсәй субъекттары дәүләт власы органдарына, урындағы үҙидара органдарына, ил ҡануниәтенә ярашлы булдырылған ойошмаларға, дәүләт юрисдикцияһы ҡарамағындағы ойошмаларға һәм физик шәхестәргә үҙ эшмәкәрлегендә шуны иҫәптә тоторға ҡушыла: 2019 йылдың 8 июленән Рәсәй авиакомпанияларына граждандарҙы Грузия биләмәһенә ташыу тыйыла. Был туроператорҙарға, турагенттарға ла ҡағыла.

Хөкүмәткә Грузия биләмәһендә ваҡытлыса булған Рәсәй граждандарын илебеҙгә кире ҡайтыуҙы тәьмин итеү буйынса саралар күрергә ҡушылды.

Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығына, башҡарма властың башҡа федераль органдарын да йәлеп итеп, Грузия етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барырға, ундағы илебеҙ граждандарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән саралар күрергә, бында ҡайтарыу мәсьәләһен хәл итергә ҡушылды.

Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Читайте нас: