Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Июнь 2019, 09:56

Владимир Путин дәүләт башлыҡтары менән һөйләште

Владимир Путин дәүләт башлыҡтары менән һөйләште Рәсәй етәксеһе Владимир Путин Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан президенттары менән телефон аша һөйләште. Дәүләттәр араһында стратегик партнерлыҡты артабан үҫтереү, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре ҡаралды. #ВладимирПутин

Рәсәй етәксеһе Владимир Путин Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан президенттары менән телефон аша һөйләште.


Дәүләттәр араһында стратегик партнерлыҡты артабан үҫтереү, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.


Мәҫәлән, быйыл Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Төркмәнстан рәйеслегендә булыуына бәйле, ошо ойошма сиктәрендә бәйләнеш аспекттары ҡаралды. Төркмәнстан Президенты шулай уҡ тиҙҙән көтөлгән сараға – Төркмәнбашыла үтәсәк Каспий иҡтисад форумының беренсе ултырышына әҙерлек барышы тураһында мәғлүмәт бирҙе.


Үзбәкстан етәксеһе менән иһә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитында булған ике яҡлы һөйләшеү киңерәк өйрәнелде.


Тажикстан Президентына Владимир Путин Дүшәмбелә үткән саммитты яҡшы ойошторғаны, тажиктарҙың ҡунаҡсыллығы өсөн рәхмәт белдерҙе.