Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Июнь 2019, 09:49

Владимир Путин ниҙәр тәҡдим итте?

Владимир Путин ниҙәр тәҡдим итте? Рәсәй Президентының Азияла Хеҙмәттәшлек һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең пленар өлөшөндә сығыш яһағаны тураһында хәбәр иткәйнек. Докладта төп иғтибар ниндәй мәсьәләләргә йүнәлтелде? #ВладимирПутин

Рәсәй Президентының Азияла Хеҙмәттәшлек һәм ышаныс саралары буйынса кәңәшмәнең пленар өлөшөндә сығыш яһағаны тураһында хәбәр иткәйнек. Докладта төп иғтибар ниндәй мәсьәләләргә йүнәлтелде?


Владимир Путин билдәләүенсә, Рәсәй Азияла тыныслыҡты, тотороҡлолоҡто нығытыу буйынса киң бурыстарҙы хәл итеү өсөн кәңәшмәлә ҡатнашҡан барлыҡ илдәр менән хеҙмәттәшлек алып барыу маҡсатын ҡуя.


“Беҙ Азияла хәүефһеҙлек системаһы булдырыу ниәтендә көстәрҙе туплау мөһим тип һанайбыҙ. Был бурыс халыҡ-ара хоҡуҡтың, БМО Уставының принциптарына, бер-береңә ышанысҡа, суверенитетты хөрмәт итеүгә, эске эштәргә ҡыҫылмауға нигеҙләнергә тейеш”, – тине Владимир Путин.


Рәсәй Президенты шулай уҡ иҡтисади бәйләнештең ғәҙел нормаларын раҫлау кәрәклеген әйтте. Бының өсөн тәү сиратта сауҙа һәм санкция сикләүҙәренән социаль-гуманитар өлкәне сығарырға кәрәк: уның тауарҙары – дарыуҙар, медицина ҡорамалдары – иң кәрәклеһе, тип билдәләне Рәсәй лидеры.


Владимир Путин шулай уҡ террорсылыҡҡа ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлекте көсәйтергә саҡырҙы, айырыуса Афғанстандағы хәлгә иғтибар биреү мөһимлеген белдерҙе – унда тағы радикаль экстремистик ойошмалар әүҙемләшә.


Читайте нас: