Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Июнь 2019, 09:56

Владимир Путин "Ғәҙел Рәсәй" лидерын ҡабул итте

Владимир Путин "Ғәҙел Рәсәй" лидерын ҡабул итте Ил Президенты “Ғәҙел Рәсәй” партияһы лидеры менән осрашты. Сергей Миронов Владимир Путинға партияның әлеге эшмәкәрлеге, ҡануни башланғыстары тураһында мәғлүмәт бирҙе. #ВладимирПутин

Ил Президенты “Ғәҙел Рәсәй” партияһы лидеры менән осрашты.


Сергей Миронов Владимир Путинға партияның әлеге эшмәкәрлеге, ҡануни башланғыстары тураһында мәғлүмәт бирҙе.


“Һеҙҙең дөйөм үҫештең төп мәсьәләләре буйынса ҡарашығыҙҙы белеү минең өсөн һәр ваҡыт ҡыҙыҡ һәм файҙалы. Әлеге һөйләшеүҙә лә тәҡдимдәрегеҙҙе, башҡарма власть органдары эшенә баһағыҙҙы ишетергә теләр инем”, – тине Владимир Путин.


Сергей Миронов ил Президентына “Ғәҙел Рәсәй”ҙең хеҙмәтенә иғтибар өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул граждандар хоҡуҡтарын һаҡлау үҙәктәре эше тураһында һөйләне. Был үҙәктәрҙә халыҡҡа хоҡуҡтарын аңлатыу, ҡануни йәһәттән ярҙам итеү кеүек хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Һөҙөмтәлә һуңғы биш йыл эсендә генә кешеләргә 57 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡайтарып бирелгән. “Ваҡытында беҙҙең ошондай үҙәктәр булдырыу буйынса тәҡдимебеҙҙе хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт”, – тине ил етәксеһенә Сергей Миронов.


Ул шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһында халыҡтың һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаһы тураһында” закон проектын әҙерләүҙәре, Дәүләт Думаһына ришүәтселеккә ҡаршы көрәште көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр еткереүҙәре һ.б. тураһында һөйләне.


Читайте нас: