Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
13 Июнь 2019, 10:00

Владимир Путин Радий Хәбировты ҡотланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлау ебәрҙе. #ВладимирПутин

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлау ебәрҙе. Унда былай тиелә:


Хөрмәтле Радий Фәрит улы!

Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.

Был байрам азатлыҡ һәм ғәҙеллектең, Ватанға хеҙмәт итеүҙең ҡаҡшамаҫ ҡиммәттәре тирәләй беҙҙең илдең бөтә быуындары граждандарын берләштерә. Беҙ үҙебеҙҙең бөйөк тарихыбыҙға лайыҡлы булырға, ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын хөрмәт итергә тейешбеҙ. Ысын күңелдән тыуған илде һөйөргә, уның сәскә атыуы һәм именлеге өсөн намыҫлы хеҙмәт итергә.

Һеҙгә уңыштар теләйем.

***

Радий Хәбировҡа Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев һәм Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко ла ҡотлау сәләмен ебәрҙе.

Фото: glavarb.ru

Читайте нас: