Дәүләт Башлығы граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә. Беренсе канал, “Рәсәй – 1”, ”Рәсәй 24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары был бәйләнеште тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Хәбәр FM” һәм “Маяк” радиостанцияларында тыңларға була. Һорауҙар СМС йәки ММС-хәбәр рәүешендә ҡабул ителә.
Программаның сайтында, шулай уҡ “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрендә лә һорау ҡалдырыу форсаты бар. Мәскәү – Путинға ҡушымтаһын ҡулланыусылар студия менән видеобәйләнешкә сыға ала. Хәбәрҙәрҙе эшкәртеү Берҙәм үҙәгенә шылтыратырға мөмкин. Телефоны: 8–800–200–40–40. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан элемтәгә инеү бушлай.