Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
10 Июнь 2019, 10:04

Владимир Путин менән Си Цзиньпин именлеккә ынтылырға саҡырҙы

Рәсәй менән Ҡытай ядро державаларын “һалҡын һуғыш”тан баш тартырға саҡырҙы.

Рәсәй менән Ҡытай ядро державаларын “һалҡын һуғыш”тан баш тартырға саҡырҙы.


Берҙәм белдереүгә Владимир Путин һәм Си Цзиньпиндың һөйләшеүе һөҙөмтәһе буйынса ҡул ҡуйылды.


Дәүләт етәкселәре иҫәпләүенсә, әле халыҡ-ара хәүефһеҙлек етди ҡаршылыҡтарға осрап тора. “Ошоға бәйле стратегик өлкәлә үҙ-ара ышанысты, хеҙмәттәшлекте нығытыу, глобаль һәм төбәк тотороҡлолоғон ныҡышмал һаҡлау мөһим”, – тигән фекерҙә Рәсәй һәм Ҡытай лидерҙары.


Уларҙың һүҙҙәренсә, хәүеф бар икән, уны диалог, консультация үткәреү юлы менән бөтөрөргә тырышырға, аңлашылмаусанлыҡтан, яңылыш ҡарарҙарҙан һаҡ булырға кәрәк.

Читайте нас: