Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
3 Июнь 2019, 10:06

Владимир Путин Си Цзиньпинде саҡырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың саҡырыуы буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин 5-7 июндә дәүләт сәфәре менән Рәсәйгә килә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың саҡырыуы буйынса Ҡытай Халыҡ Республикаһы Рәйесе Си Цзиньпин 5-7 июндә дәүләт сәфәре менән Рәсәйгә килә.


Ҡытай лидерының 23-сө Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыуы көтөлә. Хәбәр итеүҙәренсә, Си Цзиньпингә Санкт-Петербург дәүләт университетының почетлы докторы исемен бирәсәктәр.


Ул шулай уҡ Мәскәү зоопаркында пандалар павильонын асыу тантанаһына барасаҡ.