Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Май 2019, 11:17

Иғтибар, һатыу тыйыла

25 МАЙҘА АЛКОГОЛЬ ПРОДУКЦИЯҺЫН, ПИВО ҺӘМ ПИВО ЭСЕМЛЕКТӘРЕН ВАҠЛАП ҺАТЫУ ТЫЙЫЛА

2007 йылдың 1 ғинуарындағы “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм составында спирт булған продукция етештереү өлкәһендә эшмәкәрлекте һәм әйләнеште көйләү , алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы сикләү тураһында”ғы 414-се һанлы Башҡортостан Республикаһы Законының 6.2-се статьяһына ярашлы, белем биреү ойошмалары “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын үткәргән көндә Башҡортостан Республикаһы территорияһында алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыу (йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәткәндә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙан тыш) тыйыла, тип хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 2019 йылдың 15 апрелендәге 04-05/306-сы һанлы хатына (БР Мәғариф министрлығының рәсми сайтына урынлаштырылған) ярашлы, “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын 23 һәм 25 майҙа үткәрергә тәҡдим ителгән. Тимәк, Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы территорияһында 25 МАЙҘА АЛКОГОЛЬ ПРОДУКЦИЯҺЫН, ПИВО ҺӘМ ПИВО ЭСЕМЛЕКТӘРЕН ВАҠЛАП ҺАТЫУ ТЫЙЫЛА.
Район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса бүлеге.
Читайте нас: