Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
15 Май 2019, 11:28

Владимир Путин "Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек" медиафорумында

Ирекле төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларының “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” медиафорумы уҙҙы. Уның пленар ултырышында ил Президенты Владимир Путин ҡатнашты.

Ирекле төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт сараларының “Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек” медиафорумы уҙҙы. Уның пленар ултырышында ил Президенты Владимир Путин ҡатнашты.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты тарафынан ойошторолған сарала журналистар, блогерҙар, федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, баш мөхәррирҙәре милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты.

Мәҫәлән, “Ауыл табибы” программаһы хаҡында һөйләшеү булды. Был йәһәттән Владимир Путин Леонид Рошаль һәм башҡа йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән фекер алышты.

Һөйләшеү барышында дәүләт етәксеһе төбәк башлыҡтарының эшкә килгән медицина белгестәре өсөн торлаҡ төҙөүгә ҙур иғтибар бирергә тейешлеген билдәләне.

#национальныепроекты;

#нацпроекты;

#региональныепроекты;

#регпроекты;

#нацпроектыБашкортостан;

#ВладимирПутин
Читайте нас: