Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
15 Май 2019, 18:47

Мул уңышҡа өмөт итәләр

“Тәүәкән” йәмғиәтенең картуф баҫыуҙарында ҡыҙыҡ мәл: эшсәндәр “икенсе икмәк”те ултырталар.

“Тәүәкән” йәмғиәтенең картуф баҫыуҙарында ҡыҙыҡ мәл: эшсәндәр “икенсе икмәк”те ултырталар.
- Быйыл был культураны 100 гектарҙа сәсәбеҙ, - ти хужалыҡ агрономы Флорид Ғөбәйҙуллин. - Әлегә эштәр 40 гектарҙа башҡарылды. Үҙебеҙҙең хужалыҡ өсөн күптән һыналған һәм үҙҙәрен етештереү йәһәтенән дә, һаҡлау яғынан яҡшы яҡтан күрһәткән “Галла”, “Мелодия”, “Родрига” сорттарын сәсәбеҙ. Июлдә беҙҙең районда “Баҫыу көнө-2019” республика семинар-кәңәшмәһе үтә, шуға күрә һынау майҙансыҡтарына тағы ла Голладиянан, Германиянан, Рәсәйҙең һәм республиканың башҡа төбәктәренән алып киленгән 36 төр картуф ултыртыласаҡ.
Баҫыуҙа тәжрибәле механизаторҙар Әнүәр Ғәббәсов, Ринат Табулатов, сәсеүселәр Абдулхай һәм Хөсәйен Булатовтар, водителдәр Айрат Исхаҡов һәм Марат Рәхимов эшләй. Хужалыҡ быйыл да мул уңышҡа өмөт итә.
Анатолий КАЗАКОВ.
Читайте нас: