Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
14 Май 2019, 11:18

Радий Хәбиров – беҙҙең районда

9 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән беҙҙең районға килде.

9 майҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән беҙҙең районға килде.


“Ауыл эшсәндәренә ярҙам итергә кәрәк”

Иң тәүҙә төбәк башлығы яҙғы сәсеү эштәре барышы менән танышты, райондағы иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе - “Тәүәкән” йәмғиәте баҫыуҙарында булды. Хужалыҡ етәксеһе Урал Ибраһимов әйтеүенсә, 2018 йылда 17,2 мең гектар һөрөнтө ерҙәрҙең 4 мең гектарына ужым культуралары сәселгән, тик яҙ һауа шарттарының насар булыуына бәйле, 1,5 мең гектарҙа ужым бойҙайы юҡҡа сыҡҡан. Ул майҙандарға яңынан яҙғы бойҙай сәселә. Баҫыуҙарҙа әлеге мәлдә иң ҡыҙыу эш мәле, хужалыҡ шулай уҡ ҡарабойҙай, кукуруз, шәкәр сөгөлдөрөн сәсеү менән мәшғүл. Көндәр матур торһа, эштәрҙе май аҙаҡтарына тамамларға уйлайҙар. Премьер-министр урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, республика буйынса яҙғы сәсеү кампанияһының яртыһы үтәлгән, майҙандарҙың 46 проценты сәселгән.

Радий Хәбиров ауыл хужалығы техникаһын ҡараны һәм “Challenger” заманса тракторына ултырып йөрөп, эшсәндәрҙең эш шарттарын да баһаланы. Тәжрибәле механизатор Филүс Аҫылбаев хәҙер йәшәү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырырға мөмкин булғанын һөйләне. Ул үҙе “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше”программаһы буйынса өй төҙөүгә субсидия алған. Яҙғы сәсеү йәки урып-йыйыу кампанияһы ваҡытында яҡшы етештереүсәнлек булғанда эш хаҡы ла сағыштырмаса юғары була. Аграрийҙар менән һөйләшеү барышында ауылда йәшәүсе белгестәргә ярҙам итеү, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү һорауҙары ла ҡаралды.



“Миңә бында оҡшай!”

Мораҡ ауылында 2018 йылда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы сиктәрендә төҙөлгән, ауыл халҡының, ҡунаҡтарҙың, балаларҙың яратҡан ял итеү һәм күңел асыу урынына әйләнгән З.Биишева паркына республика Башлығы шундай баһа бирҙе. Ошонда уҡ Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты, паркта йыйылыусыларға Радий Фәрит улына үҙҙәренең һорауҙарын бирергә генә түгел, бергәләп фотоға төшөргә лә мөмкинлек булды. Йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеү өсөн урын кәрәклеге тураһындағы мөрәжәғәтенә район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев аңлатма бирҙе:

– Беҙ балалар майҙансыҡтарын хәүефһеҙ итеп йыһазландырыу эшен тамамлағас, спорт майҙансығы төҙөргә уйлайбыҙ. Ошонда уҡ беҙҙең яҡташтар - Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройҙары аллеяһы буласаҡ.

Мораҡтар шулай уҡ ауылға йәштәр ҙә, балалар ҙа шөғөлләнә алырлыҡ заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Төбәк Башлығы был юҫыҡта эшләргә ҡушты.


“Майҙансыҡтар буйынса ярҙам итәсәкбеҙ”

Артабан төбәк етәксеһе Башҡорт гимназияһын һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен ҡараны. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы Фирғәт Айытҡолов спорт мәктәбе менән таныштырғанда, бында бокс, еңел атлетика, волейбол, йөҙөү, баскетбол, футбол, саңғы, хоккей, полиатлон, көрәш буйынса секциялар эшләүе, унда 540 бала шөғөлләнеүе тураһында һөйләне, делегация бассейнды ла ҡараны, бассейндың йылытыу миҙгелендә генә эшләүе тураһында һорау ҙа булды. Район етәксеһе уның мәктәптең айырым блоклы ҡаҙанлығы булмауға бәйле икәнлеген аңлатып китте, объектты төҙөү пландары менән бүлеште, инженер селтәрҙәре менән айырым ҡаҙанлыҡ 5,9 млн һумға төшәсәк. Унан тыш, гимназияның уҡыу корпустарын интернат менән тоташтырырға кәрәк. Ҡоролма проекты әҙер, төҙөлөштөң яҡынса суммаһы – 4,8 млн һум. Радий Хәбиров проектты республиканың адреслы инвестиция програмаһына индерергә ҡушты. Ошонда уҡ Ғайса Янбаев ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн 4 контейнер һыйҙырышлы ябыҡ типтағы майҙансыҡты күрһәтте. Уларҙы бөтә район буйынса ҡуйырға планлаштырыуҙы әйтеп үтте.

- Майҙансыҡтар буйынса ярҙам итәсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Бөтә райондарҙа контейнер майҙансыҡтарын бер торошҡа килтерәсәкбеҙ.


“Беҙ һеҙҙең ҡулланыусы булырға әҙер”

Төбәк етәксеһе эшҡыуар Руслан Ғүмәровтың етештереү майҙансығында булды. Руслан Рәҡит улы 2003 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йүкә балын етештереү йүнәлешендә эшләй. Былтыр БР Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән бер нисә умартасыны берләштереүсе кооператив ойоштора, иҫәптәрендә - 600 баш умарта, умарталыҡтар һәм етештереү цехы. 2018 йылда бөтәһе 60 тоннанан артыҡ бал һәм умарталыҡ продукттары эшкәртелә. Киләсәккә пландары - бал һәм башҡа файҙалы өҫтәмәләр менән шоколад пастаһын әҙерләү. Уларҙың продукцияһы Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының фирма сауҙа нөктәләрендә, шулай уҡ Екатеринбург һәм Мәскәү ҡалаларының магазин селтәрҙәрендә һатыла. Шулай уҡ Руслан Ғүмәров төрлө ҡала һәм ауылдарҙа магазиндары булған эре сауҙа нөктәләре менән хеҙмәттәшлек итеү бәләкәй эшҡыуарҙар өсөн бик ауыр булыуын әйтте. Унын өсөн шәхси логистик система кәрәк. Бәлки бәләкәй бизнес өсөн махсус бүлеү үҙәктәре ойошторорға кәрәктер, ул саҡта улар аша “сетевиктар”ға тауар эләгәсәк, тигән фекерен еткерҙе.

- Дөрөҫ фекер, - тип ризалашты Радий Хәбиров. – Май аҙаҡтарында беҙ бизнес-йәмәғәтселек менән ҙур осрашыу үткәрәсәкбеҙ. Килегеҙ, был хаҡта һөйләшербеҙ.

Төбәк етәксеһе эшҡыуар етештерергә уйлаған яңы шоколад пастаһының мәктәп туҡланыуы өлкәһендә киң таралыу алырға мөмкинлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Әгәр һеҙ ундай файҙалы продукт эшләһәгеҙ, беҙ уны мәктәп туҡланыуына индерербеҙ, - тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙең ҡулланыусы булырға әҙер.


Юлдар тураһында...

Башҡортостан Башлығы Иҫке Собханғол - Мораҡ автомобиль юлын реконструкциялау менән танышты, эштәрҙе “Башкиравтодор” йәмғиәте алып бара. Трасса - “Бөрйән” туристик кластерын үҫтереү проектының бер өлөшө. 2018 йылдың октябрендә юлдың Кесе Эйек йылғаһы аша күпер менән 7 километрлыҡ участкаһы файҙаланыуға тапшырыла. Республика бюджетынан уны реконтсрукциялауға 238 млн һум бүленә, күпер төҙөү – 64,7 млн-ға төшә. Радий Хәбиров Ғайса Янбаев менән юлды артабан төҙөү һорауҙары тураһында һөйләште.


“Еңеү өсөн рәхмәт!”

Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәсән Барлыбай улы Мәжитовты Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотланы, хәрби батырлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ветеран үҙ сиратында Башҡортостан етәксеһенә тап Еңеү көнөндә килеп ҡотлауы өсөн рәхмәттәрен әйтте.

- Ошондай көндә килгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Еңеү көнө – беҙҙең ғорурлыҡ, беҙҙең дан. Халҡыбыҙ оло юғалтыуҙар аша батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, һуғышта еңде. Был беҙҙең дөйөм шатлыҡ, - тине Хәсән Барлыбай улы һәм Радий Фәрит улына республика мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүендә уңыштар теләне.


“Һауаһы ла бында шифалы”

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы территорияһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы туристарҙың ял итеү шарттарын баһаланы һәм уникаль рекреацион зонаны үҫтереү перспективаларын барланы. Парк директоры Илдус Аллағужин әйтеүенсә, “Мораҙым тарлауығы”на йылына республиканан һәм күрше өлкәләрҙән 18 мең кеше ял итергә килә, сит ил туристары ла була. Ҡунаҡтар өсөн махсус туристик туҡталыштар, беседкалар бар. Парк базаһында ял итеү өсөн бөтә мөмкинлектәре булған “Урман әкиәте” турбазаһы эшләй. Рекреацион потенциалды спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм яңы ҡунаҡхана блогы төҙөү менән арттырырға иҫәптәре бар. Турбаза етәксеһе артабанғы үҫеш өсөн сифатлы автомобиль юлы һәм газ үткәрергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республика Башлығы инвесторҙарҙың пландарын хупланы һәм тейешле инфраструктураны ойоштороусыларға мөмкинлектәрҙе ҡарарға ҡушасағын белдерҙе. Әммә экология төп байлыҡ булып ҡалырға тейеш, тине республика етәксеһе.

- Иң мөһиме - “Мораҙым тарлауығы”ның тәбиғи матурлығын һаҡлау. Был яҡтар миңә бик оҡшаны, бында һауаһы ла үҙенә күрә айырым, шифалы. Экологик балансты боҙмаҫҡа кәрәк, - тине ул.

Розалия ИСҠУЖИНА.
Читайте нас: