Мораҙым
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
29 Апрель 2019, 22:31

Айнур Бирғәлин — Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәксеһе

Бөгөн Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы ултырышында оҙаҡ йылдар дауамында мөфтиәткә етәкселек иткән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының үҙәк дини ойошмаһы рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды.

ӨФӨ, 2019 йыл, 29 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Бөгөн Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы ултырышында оҙаҡ йылдар дауамында мөфтиәткә етәкселек иткән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының үҙәк дини ойошмаһы рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин рәсми рәүештә вәкәләттәрен һалды.
Назаратта хәбәр итеүҙәренсә, рәйес вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп мөфтөй урынбаҫары, имам Айнур хәҙрәт Бирғәлин һайланды. Мөфтөйҙөң ике урынбаҫары Әйүп Бибарсов һәм Айнур Арыҫланов үҙ кандидатураларын күрһәтеүҙән баш тартты.
Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәксеһе вазифаһында 1992 йылдан алып эшләне. Республикала 1 300 мосолман мәхәлләһенең 737-һе Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына ҡарай.
Читайте нас: