Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
24 Март 2019, 15:41

Камил Кашаев — Башҡортостандың яңы прокуроры

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн пленар ултырышта республика прокуроры вазифаһына Камил Кашаевтың кандидатураһын хупланы. Камил Кашаевтың кандидатураһы менән Волга буйы федераль округында Генераль прокуратура идаралығы начальнигы Александр Акатьев таныштырҙы. Ул яңы прокурорҙың биографияһы тураһында һөйләне һәм үҙен профессиональ, талапсан белгес итеп күрһәтеүен билдәләне.

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн пленар ултырышта республика прокуроры вазифаһына Камил Кашаевтың кандидатураһын хупланы. Камил Кашаевтың кандидатураһы менән Волга буйы федераль округында Генераль прокуратура идаралығы начальнигы Александр Акатьев таныштырҙы. Ул яңы прокурорҙың биографияһы тураһында һөйләне һәм үҙен профессиональ, талапсан белгес итеп күрһәтеүен билдәләне.
«Тәү сиратта Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайкаға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Миңә республика халыҡтарының үҙенсәлекле йолалары яҡын. Был — минең өсөн бөтә туплаған белемемде ҡулланыу мөмкинлеге. Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән конструктив хеҙмәттәшлек итергә ниәтләнәм. Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарының мәнфәғәттәрен яҡларбыҙ. Прокуратураның эше асыҡ булырға тейеш. Киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эш итербеҙ», — тине үҙ сығышында Камил Кашаев.
Уның һүҙҙәренсә, ул коррупцияға ҡаршы көрәшкә, төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҙур иғтибар бүлергә ниәтләй. Прокуратура милли проекттарға бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын күҙәтеп барырға, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Белешмә:
Камил Кашаев 1973 йылда Татарстанда тыуған, Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. 1995 йылдан прокуратура органдарында эшләй. Район прокуроры ярҙамсыһынан алып Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының Баш енәйәт-суд идаралығы начальнигы урынбаҫары — Дәүләт ғәйепләүселәре идаралығы начальнигына тиклем юл үткән. «ЮКОС»тың хәүефһеҙлек хеҙмәтенең элекке етәксеһе Алексей Пичугинға ҡаршы процеста дәүләт ғәйепләүсеһе булған. «Рәсәй Федерацияһының почетлы прокуратура хеҙмәткәре», II дәрәжә «Законға тоғролоҡ өсөн» билдәләре, Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Читайте нас: