Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
13 Март 2019, 19:18

Янғын, ташҡын көтөлмәгән ҡунаҡ булмаһын

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһелеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһының сираттағы ултырышы булды. Унда район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, комиссия ағзалары, райондың предприятие, ойошма, учреждениелары етәкселәре, ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.

Район хакимиәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһелеген тәьмин итеү буйынса район комиссияһының сираттағы ултырышы булды. Унда район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, комиссия ағзалары, райондың предприятие, ойошма, учреждениелары етәкселәре, ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары һәм башҡалар ҡатнашты.
84-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Юрий Спиваков торлаҡ фондында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, янғындарҙа кешеләрҙең һәләк булыуы тураһында һөйләне. Был тема буйынса фекер алышыуҙы Йомағужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәшит Сабитов дауам итте.
Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе вазифаһын башҡарыусы Илфат Байморатов ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм райондың янғын хәүефһеҙлеген тәьмин буйынса комиссия протоколдарының пунктарын үтәү тураһында мәғлүмәт еткерҙе, ә комиссия рәйесе Валерий Павлов ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу буйынса саралар күрергә кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡарылыуы һәм күҙ уңында тотолоуы тураһында “Теплосеть” предприятиеһы инженеры Илнур Мәсәғутов , “Водоканал+Сервис” йәмғиәте директоры Олег Назаров, район мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, район мәҙәниәт һарайының хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Константин Андреев һөйләне.

Артабан Валерий Тимофеевич район территорияһында яҙғы ташҡынды хәүефһеҙ үткәреү өсөн билдәләнгән саралар планы менән таныштырҙы. Сығыштарға йомғаҡ яһағандан һуң, торлаҡ секторҙар буйлап йөрөүҙе дауам итергә, айырыуса оло йәштәгеләр, күп балалы һәм имен булмаған ғаиләләр йәшәгән өйҙәргә иғтибар итергә тигән ҡарар сығарылды.
Ғайса Ғилметдин улы ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтарына, ойошма һәм учреждение етәкселәренә үҙҙәре яуаплы булған биналар, сауҙа, спорт, мәҙәниәт һәм күңел асыу тәғәйенләнешендәге биналарҙың торошон даими контрольдә тоторға, ҡыйыҡтары ҙур һәм ҡар ишелеп төшөү хәүефе булған биналарҙы даими ҡарҙан таҙартып торорға ҡушты, уларҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу эше барышында хәүефһеҙлек сараларын күрергә, ҡар ишелеп төшөү хәүефе булған урындарға бина эргәһенән йөрөү хәүефле булыуы тураһында иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйырға кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Ташҡынға ҡаршы комиссия секретарына саралар планын раҫларға һәм ошо мәсьәләгә ҡағылышлы комиссия ултырышын үткәрергә һәм ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителәсәк райондың предприятие һәм ойошмаларының әҙерлеген һәм көсөн тикшереү өсөн сморт үткәрергә ҡушылды.

Р.ИШБУЛАТОВА.
Читайте нас: