Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
1 Март 2019, 11:22

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны Мөрәжәғәтнамәлә илдең төрлө проблемаларына иғтибар бүленде, киләһе алты йылға яңы бурыс-маҡсаттар билдәләнде.

“Балалар күберәк – һалым әҙерәк”
Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе бала өсөн түләүҙәрҙе ике йәшәү минимумы дәүмәленә күтәрергә ҡушты. Инвалид баланы ҡарау буйынса пособие быйылғы йылдың 1 июленән ике тапҡырға – 10 мең һумға тиклем арттырыла.
Балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотекаға сикләүҙәр алынасаҡ. “Күп балалы ғаиләләр өсөн ставканы субсидиялауҙы ипотеканы түләүҙең бөтә срогына ҡуйырға тәҡдим итәм, әлегә ул кредиттың тәүге 3 йәки 5 йылында ғына субсидиялана ине. Программа 600 000 ғаиләне үҙ эсенә аласаҡ.” – тине президент.
Өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә ипотеканы ҡаплауға федераль бюджеттан 450 мең һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ күп балалы ғаиләләрҙәге һәр бала участкала 6 сутыйға, квартирала 5 кв.м.-ға, йортта 7 кв.м.-ға тиклем һалымдан азат ителәсәк.

Балалар баҡсаһына – һорау буйынса
Президент ясле менән булған проблеманы хәл итергә ҡушты. Уның һүҙҙәре буйынса, илдә балаларға быйыл 90 мең, ә киләһе өс йылда 270 мең урын булдырырға кәрәк буласаҡ. Ясле һәм балалар баҡсаһына яҙылыу өсөн артыҡ ҡағыҙҙар булырға тейеш түгел. 2020 йылға тиклем бөтә мөһим дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе проактив форматҡа күсерергә кәрәк, ул ваҡытта кеше запрос ебәрә, ә ҡалғанын система үҙе автомат рәүештә башҡарырға тейеш.
Социаль объекттар менән шөғөлләнеүсе төҙөүселәрҙе, бәләкәй тораҡ пункттарҙы үҫтереү өсөн, килемгә һәм өҫтәлгән хаҡҡа һалымдарҙан (НДС) азат итәсәктәр.

Ипотека каникулдары
Владимир Путин өҫтәмә гарантиялар, шул иҫәптән ипотека каникулдарын индерергә, кредитты һуңғараҡ түләү мөмкинлеген бирергә ҡушты. Ундай мөмкинлеккә берҙән-бер килемен юғалтыусылар иҫәп тота аласаҡ. Президент Центробанк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына микрокредитлау баҙарында тәртип урынлаштырырға ҡушты.

Пенсия өҫтәмәләрен киренән һанаясаҡтар
Быйылғы йылдан пенсия йәшәү минимумынан юғары итеп индексациялана. Тәүге айҙағы өҫтәмәләр ҙә ҡайтанан һанала. Президент аңлатып китеүенсә, күп оло йәштәгеләр индексацияны, уның йәшәү минимумынан кәм йәки саҡ ҡына юғары булғаны өсөн, тоймаған. Хөкүмәткә пенсияны минималь эш хаҡы күләменә күтәрергә һәм аҙаҡ уны индексацияларға тигән бурыс ҡуйылды. Ҡайтанан иҫәпләү быйылғы тәүге ике ай өсөн дә башҡарыласаҡ.

“Һаҡсыл дауахана”
Алдағы ике йылда Рәсәйҙә “Һаҡсыл дауахана” системаһын индереләсәк, ул пациенттарҙың сиратта тороу ваҡытын 3-4 тапҡырға кәметәсәк. 2021 йылға балаларҙың бөтә медицина учреждениеларын яңы стандарттарға күсереү ҡаралған. “Земство табибы” программаһында ҡатнашыр өсөн йәш сикләүе алынасаҡ. Ауыл еренә күсеп килергә риза булған 50 йәштән өлкән табиптар ҙа 1млн һум, фельдшерҙар 500 мең һум күләмендә аҡсалата түләүгә дәғүә итә ала.
Онкология менән көрәшкә милли проект сиктәрендә триллион һумдан кәм булмаған аҡса йүнәлтеләсәк. Пациенттарҙы “мәғәнәһеҙ споравкаларҙан” ҡотҡарыу өсөн өс йыл эсендә медицина учреждениелары, дарыухана, табиптар һәм фельдшерҙар араһындағы электрон бәйләнеште көйләү бурысы ҡуйылды.

Сүп-сар проблемалары
Алдағы ике йылда ҡала сиктәрендәге 30 эре ҡыйлыҡ ябылырға һәм рекультивация үтергә тейеш, ә алты йыл эсендә – ҡалғандары.
Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү 8-9 процентан 60 процентҡа артырға тейеш. Владимир Путин Дәүләт Думаһы депутаттарҙан яҙғы сессияла атмосфераға сығарып ташланған матдәләрҙе квоталау тураһында ҡарар ҡабул итеүҙе һораны – алты йыл эсендә уларҙың күләмен 20 процентҡа кәметергә кәрәк. Уны ҡабул иткәндә парламентарийҙар иң беренсе халыҡ тураһында уйларға тейеш, ә айырым кешеләрҙең йәки компанияларҙың мәнфәғәтен ҡайғыртырға түгел.

“Яңы инициативалар ваҡыты”
Владимир Путин һүҙҙәренсә, 2025 йылға Рәсәй генетика һәм яһалма интеллект өлкәһе буйынса лидерҙар иҫәбендә булырға тейеш. Яҡын йылдарҙа ил территорияһында 15 фәнни-технологик үҙәктәр эш башлаясаҡ, уларҙың өсәүһе – Төмән, Белгород һәм Пермь өлкәләрендәгеләре тамамланыу стадияһында.
Алдағы йылдан “Земство уҡытыусыһы” программаһы эшләй башлаясаҡ, ауыл еренә килгән уҡытыусыларға 1 млн һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Белемдең сифаты ла үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында һәм программаларында илдең фәнни-технологик үҫешен сағылдырыу мөһим, ә мәктәп дәреслектәренең федераль теҙмәһенә иң яҡшы изданиеларҙы индерәсәктәр.

Хәүефһеҙлек
Ағымдағы йылдың яҙында “Посейдон” пилотһыҙ аппараты менән йыһазландырылған һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрәсәктәр. “Сармат” һәм”Пересвет” комплекстарын һынау дауам итә, “Кинжал” комплекстары хәрби дежурствоға ҡуйылды. “Циркон” гиперзвуклы ракеталары эшләнә, уларҙы һыу аҫты кәмәләренә лә ҡуйырға мөмкин.

Сәйәсәт
Мөрәжәғәтнамәне йомғаҡлап, Владимир Путин тышҡы сәйәсәт һорауҙарына туҡталды. Президент Союз дәүләттәре сиктәрендә тығыҙыраҡ бәйләнеш булдырыу маҡсатында берләшеүҙең, Япония менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөү өсөн юлдар табыуҙың, Ҡытай һәм Һиндостан менән тығыҙ мөнәсәбәттәрҙең, Евросоюз менән сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе кире ҡайтарыуҙың мөһимлеген билдәләне.

Үҙәк электрон мәғлүмәт сығанаҡтарын ҡулланып Розалия ИСҠУЖИНА әҙерләне.
Читайте нас: