Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
25 Февраль 2019, 18:28

Лилиә Ғүмәрова :"Быйылғы Мөрәжәғәтнамә төплө тәҡдимдәргә бай булды"

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш,тигән фекергә баҫым яһай. Был хаҡта Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, милли проекттар һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш,тигән фекергә баҫым яһай. Был хаҡта Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

Ғаиләләргә һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, пенсионерҙарға, демографик хәлде яҡшыртыуға һәм әсәлек капиталына ҡағылышлы фекерҙәр яңғырай. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса,әсәлек капиталы башлыса ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелә, был өсөнсө бала тыуыуына ла этәргес була. Был демографик хәлдең яҡшырыуына килтерә.
Шулай уҡ, Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, инвалид бала тәрбиәлеүсе ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса тәҡдим яңғырай. Пособие күләме ике тапҡырға артасаҡ. Бөтә ил буйынса реабилитация үҙәктәрен булдырыу тәҡдимен дә билдәләп үтеү мөһим.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы мөһим бойороҡтар яңғырай. Бөгөн онкологик сирҙәрҙе диагностикалау буйынса эш алға китте. Хәҙер беҙ паллиатив ярҙам күрһәтеү буйынса ла фекер йөрөтәбеҙ. Был маҡсатта матди ярҙам бүленәсәк. Быға тиклем проблема хаҡында һүҙ булманы. Владимир Владимир Санкт-Петербургтағы балалар хосписын иҫкә алды, мин унда ике-өс йыл элек булдым. Ысынлап та, унда ауыр сирле балалар. Улар рухи яҡтан ғына түгел, ә тейешле медицина ярҙамына мохтаж. Президент был өлкәлә бар етәкселәргә миҫал күрһәтте.


Читайте нас: