Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
23 Февраль 2019, 13:19

Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы

22 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

22 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ихлас күңелдән тәбрикләйем. Был, ысын мәғәнәһендә, халыҡсан байрам. Ул илебеҙҙең үткәндәрен бөгөнгө, оло быуынды йәштәр менән, ғөмүмән, тотош ил халыҡын берләштерә, – тине Радий Хәбиров. – 23 февраль – хәрби хеҙмәткә ҡағылышы булғандар өсөн айырыуса мөһим көн. Шул иҫәптән миңә лә. Беҙ әрме йылдарын айырым йылылыҡ менән хәтерләйбеҙ. Был көндә илебеҙ азатлығы өсөн ғүмерҙәрен аямаған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алып, улар кеүек үк беҙ ҙә Ватаныбыҙҙың тоғро улдары булыуын һәм кәрәк икән уның именлеген һаҡларға әҙер булыуыбыҙҙы төшөнәбеҙ. Хәрби дан көнөндә, беренсе сиратта, Бөйөк ватан һуғышы ветерандарына аяҙ күк йөҙө, бөгөнгөбөҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ һәм алмашҡа үҫеп килгән яңы быуын Һеҙҙең ише тыуған еребеҙҙе һаҡларға әҙербеҙ икән – илебеҙҙә һәр саҡ тыныслыҡ тантана итер!

Читайте нас: