Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
13 Февраль 2019, 18:20

Йыл йомғаҡтары Дөйөм тырышлыҡ менән – яңы үрҙәргә

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың дүртенсе саҡырылыш район Советының егерме һигеҙенсе ултырышында райондың 2018 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре хаҡындағы сығышы. Ҡыҫҡартып алынды.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың дүртенсе саҡырылыш район Советының егерме һигеҙенсе ултырышында райондың 2018 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше һөҙөмтәләре хаҡындағы сығышы. Ҡыҫҡартып алынды.
Демография
Демография күрһәткесе – социаль сәйәсәтте һәм халыҡтың йәшәү сифатын күрһәтеүсе мөһим индикатор.
2018 йылдың 1 ғинуарына районда бөтәһе 28 277 кеше иҫәпләнде. Башкортостанстат мәғлүмәттәре буйынса 2018 йылда районда 290 сабый донъяға килде, ул 2017 йылға ҡарағанда 38 балаға әҙерәк. Үткән йылда бала һәм әсә үлеменә юл ҡуйылманы. 2018 йылда 408 кеше вафат булды, был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 48 кешегә әҙерәк. Үлемгә килтереүсе төп сәбәптәр араһында иң беренсе урында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары тора, икенсе урында – яман шеш сирҙәре.
Былтырғы йыл менән сағыштырғанда суицидтан үлеү осраҡтары кәмене (2018 йылда 11 осраҡ теркәлһә, 2017 йылда улар һаны 18 кеше ине).
Хеҙмәт баҙары
Райондың социаль именлеге хеҙмәт баҙарына бәйле. Үткән йыл аҙағына эшһеҙлек буйынса теркәлеүселәр – 1,17 процент (иҫәптә 188 кеше торған).
2018 йылдың 11 айында районда уртаса эш хаҡы – 26 586 һум, ул 2017 йыл кимәленән юғары (110,8 процент).
2019 йылдың 1 ғинуарына эре һәм урта ойошмалар араһында ваҡытында эш хаҡы түләмәүселәр юҡ.
Ауыл хужалығы
Ауыл хужалығы – беҙҙең райондың иҡтисади прогресын әйҙәүсе һәм алға этәреүсе өлкәһе. Былтыр эре аграр предприятиеларҙа уртаса номиналь эш хаҡы 17 373 һум тәшкил итте.
2018 йылда бөтәһе 15 100 гектар ергә иген сәселде (техник культуралар - 15 100 гектарҙа, уларҙың 340 гектарында – шәкәр сөгөлдөрө, 1061 гектарҙа – майлы етен,13 600 гектарҙа - көнбағыш, шулай уҡ тәүге тапҡыр юғары маржиналле культураларҙың береһе - аҡ гәрсис 185 гектарҙа сәсәлде.)
Район хужалыҡтары 2018 йылда бөтәһе 61 300 тонна иген һуғып алды. Иген культураларының уртаса уңдырышлылығы гектарынан 18,7 центнер тәшкил итте. Бөтә төр хужалыҡтарҙа 40 121 тонна һөт етештерелде. 2018 йылда районда 22 428 баш эре мал иҫәпләнде (һыйырҙар – 9137 баш).
Ауыл хужалығы предприятиеларында 2018 йылда тере ауырлыҡ менән 878 тонна мал һәм ҡош-ҡорт үҫтерелде, был 2017 йыл кимәленә ҡарағанда 103,5 процент, ауыл хужалығы предприятиеларында ит етештереүҙә эре баш малдың өлөшө 82 процент. Эре малдың тәүлегенә уртаса артымы 658 грамм (101,2 процент) булһа, сусҡа – 263 грамм (114 процент). 2018 йылда райондың ауыл хужалығы һәм кәрҫтиән (фермер) хужалыҡтары 71 млн 358 мең һумлыҡ 51 төрлө техника һәм ҡорамалдар алды. 2018 йылда техника алыуға 19 млн 608 һумлыҡ субсидия алынды.
Үткән йылда кооперативтар: мал һуйыу буйынса хеҙмәт күрһәтеүсе “Тәүәкән ит”, “Башҡорт балы”, “Һөтлө ихата”, “Күгәрсен һөтсөһө” ойошторолдо, улар 10 млн 700 мең һумлыҡ грант отто. Дөйөм алғанда райондың ауыл хужалығы етештереүселәренә 94 млн 951 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелде.
“Ауыл территориаларының тотороҡло үҫеше” дәүләт программаһы буйынса райондың 10 ғаиләһе 13 млн 503 000 һумлыҡ ярҙам алды.
Туризм
Республиканың көньяғында туризмды үҫтереү, шулай уҡ федераль бюджеттан ошо йүнәлеште үҫтереүгә аҡса алыу өсөн “Бөрйән” туристик-рекреацион кластерын үҫтереү” инвестиция проектының проект-смета документтарын әҙерләү эше бара.
Эшҡыуарлыҡ
Районда бөтәһе 490 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары теркәлгән. Кесе эшҡыуарлыҡ бизнесы өлкәһендә 4 меңдән артыҡ кеше эшләй, ул эшкә яраҡлы әүҙем халыҡтың 28 проценты. 2018 йылда урта һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә урындағы бюджеттан 300 мең һум аҡса бүленгән.
Районда 203 сауҙа нөктәһе бар, уларҙың 25-е – сәнәғәт, 56-һы – сәнәғәт булмаған, 122-е – ҡатнаш ассортименттағы тауарҙар тәҡдим итә. 2 күмәртәләп һатыу базаһы, бөтәһе 562 кеше һыйырлыҡ 11 дөйөм туҡланыу объекттары, 5 йәрминкә майҙансығы эшләй, шәхси хужалыҡ тауарҙарын һатыу өсөн урындар йыһазландырылған.
Инвестициялар
Иҡтисад үҫешенең мөһим факторы – инвестицияларҙы арттырыу. 2018 йылдың 9 айындағы отчет мәғлүмәттәре буйынса төп капиталға инфестициялар күләме 240 млн һум тәшкил итте, бюджет инвестицияларын һанамағанда – 75,5 млн һум. Был күрһәткес менән беҙҙең район Башҡортостан Республикаһы райондары араһында 12-се урынды биләй.
Уҙған йылда район территорияһында Башҡортостан Республикаһының муниципаль практикалары Атласына керетелгән 12 уңышлы практика индерелде.
Район бюджеты
2018 йылда муниципаль берәмек территорияһында үткәрелгән социаль, финанс һәм инвестиция сәйәсәтенең төп инструменты - урындағы бюджет. Консолидацияланған бюджеттың дөйөм килем күләме 938,7 млн һум тәшкил итте (2017 йылда 764,9 млн һум, 2016 йылда – 726, 6 млн һум ине). 2018 йыл өсөн физик шәхестәрҙең килеменә һалым 2017 йылға ҡарата 107,3 процент булды. 2017-2018 йылдарҙа райондың алдағы йылдарҙағы 69 млн һумлыҡ бурысы ҡапланды.
Бюджет дефициты шарттарында район хакимиәте алдында муниципаль милек менән эффектив идара итеү бурысы тора. 2018 йылда район бюджетына приватизациялау һәм муниципаль мөлкәтте файҙаланыуҙан 3 млн 752 000 һум аҡса инде, был һан 2017 йыл менән сағыштырғанда күпкә юғары ( 2017 йылда 797 000 һум).
2018 йылда муниципаль ерҙе приватизациялау һәм ҡуртымға алыуҙан 11 млн 609 000 һум аҡса инде, ул 2017 йыл кимәленә 117 процент тәшкил итә. (9 млн 931 000 һум).
Торлаҡ –коммуналь хужалыҡ
2018 йылда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары тарафынан 3 йортта ағымдағы ремонт һәм ҡыйыҡты йылытыу эштәре башҡарылды; дөйөм ҡулланылышта булған урындарға энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылды; һыу менән тәьмин итеү системаһына ремонт эшләнде.
“Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса һәм “Урал” хәйриә фонды ярҙамы менән район үҙәгендә З.Биишева исмендәге парк төҙөлдө. Күп фатирлы йорттарҙың ихата территориялары төҙөкләндерелде һәм унда яңы балалар майҙансығы төҙөлдө.
2019 йылда республика программаһы буйынса Мораҡ һәм Йомағужа ауылдарында 8 подъезд ремонтланасаҡ.
“Сүп-сар реформаһы”н ғәмәлғә ашырыу – төп бурыстарҙың береһе булып тора. Бөтә ауылдарҙа 227 контейнер майҙансығын урынлаштырыр һәм 681 контейнер һатып алыр өсөн район бюджетынан өҫтәмә аҡсалар алынасаҡ.
Төҙөлөш
2018 йылда Мораҡ ауылында таҙартыу ҡорамалдарын төҙөү эштәре башланды, уға 147 млн һум аҡса тотоноласаҡ. Уҙған йылда “Энергия һатыу компанияһы” йәмғиәтенең клиенттарҙы хеҙмәтләндереү офисы, Йомағужа ауылында “ Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы, капиталь ремонт үткән Волостновка мәктәбе сафҡа инде. Мораҡ ауылында Алсынбаев һәм Энтузиастар урамдарына 1650 метр, Исем ауылының Еңеүҙең 40 йыллығы урамына 150 метрҙа газ үткәргес торбалары һалынды.
238 млн һумға Иҫке Собханғол-Мораҡ, Мораҡ-Мораҙым автоюлы реконструкцияланды һәм Кесе Эйек йылғаһы аша яңы күпер төҙөлдө.
2018 йылда Мораҡ ауылында 5 урамға (Таулы, Киров, Ленин, Смолин, Туҡай) һәм Йомағужа ауылында 2 урамға (Колхоз, Йәштәр) асфальт түшәлде, бөтәһе 20 км асфальтбетон юл ремонтланды, юлдарға ҡырсын түшәлде.
2018 йылда 10092 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды.
Ер участкаһын алыуға сиратта торған льготалы категорияға ҡараған граждандар һаны – 260.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылды. 2018 йылда 2,4 млн һумға 21 проект тормошҡа ашырылды.“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы 17 проект 7 млн 205 мең һумлыҡ, уның 4 млн 730 һумы республика бюджетынан, ярҙам алды.
Хәүефһеҙлек
2018 йылда районда 48 янғын сыҡты, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда 1 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Халыҡты һәм территорияны ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мөһим роль уйнай. Уҙған йылда уның штаты 7 берәмеккә тиклем арттырылды. “Хәүефһеҙ ҡала” комплексын индереү буйынса әҙерлек бара. 50 видео һәм фото теркәү камералары ҡуйыу проект эшләнелә лә инде. Граждандар хеҙмәттәрҙе төрлө хәл-ваҡиғалар хаҡында иҫкәртә алһын өсөн өс “Гражданин - Полиция” ашығыс терминалы ҡуйыу күҙаллана.
Уҙған йылда район хакимиәтенә граждандарҙан 1830 яҙма мөрәжәғәт килде. Бынан тыш, ҡабул итеү көндәрендә шәхсән миңә 445 кеше мөрәжәғәт итте.
Урындағы үҙидара хеҙмәттәренең сифатын күтәреүгә күп функциялы үҙәктең штатын арттырыу ҙа ҙур йоғонто яһаны. Элекке балалар баҡсаһы бинаһын реконструкциялағандан һуң, ул биләгән майҙанды иркенәйтеү күҙаллана.
Мәғариф
33 дөйөм белем биреү ойошмаһы эшләй, уҙған йылда унда 3962 кеше белем алды. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары селтәре һаҡлап ҡалынды. 1365 бала тәрбиәләнгән 20 балалар баҡсаһы эшләне. Өс өҫтәмә белем биреү учреждениеһында 1194 бала шөғөлләнә.
Уҙған уҡыу йылында 39 сығарылыш уҡыусыһы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. 10 уҡыусы район хакимиәте башлығы стипендияһына лайыҡ булды. Өс йәш уҡытыусы Башҡортостан Республикаһында йәш уҡытыусыларға бирелгән гранттар конкурсында еңеү яуланы. 4 белем усағы – Исем, Яңы Хвалын, Сапыҡ һәм Әлмәс мәктәптәренә яңы автобустар ҡайтарылды.
Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙың өс төрө үҫешә: уллыҡҡа алыу, опекаға алыу һәм аҫрауға алған ғаилә.
Опека һәм попечителлек хеҙмәтендә 112 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала иҫәптә тора, шул иҫәптән 54 бала – аҫрауға, 58 бала опекаға алынған, 19 бала Йомағужа балалар йортонда тәрбиәләнә. Күбеһе “социаль” етем – ата-әсәләре иҫән. 2018 йылда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға һәм инвалид бала тәрбиәләүсе бер ғаиләгә 6 млн 211 һумға 8 торлаҡ бина алынды.
Мәҙәниәт
103 мәҙәниәт усағы – 64 ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл клубы, 34 китапхана, 3 музей, 2 балалар сәнғәт мәктәбе эшләп килә. 7 клубҡа газ ҡаҙанлығы ҡуйылды.
Уҙған йыл Ғаилә йылына арнап байтаҡ саралар уҙғарылды. Рәсәй Президенты быйылғы йылды Театр йылы тип иғлан итте, тимәк, театр сәнғәтен үҫешенә иғтибарҙы күберәк бирергә кәрәк.
Ике тиҫтәнән ашыу ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Ауыл байрамы”, “Урам көнө”, Шәжәрә байрамдары уҙғарылды.
Мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу өҫтөндә эш алып барылды. Был эшкә йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 2,3 млн һумдан артты.
Яҡын арала беҙгә Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе бинаһын төҙөү, Мораҡ ауыл мәҙәниәт йортон кинозал итеп реконструкциялау, район мәҙәниәт һарайын, үҙәк район китапханаһын капиталь ремонтлау мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк буласаҡ.
Һаулыҡ һаҡлау
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 65 табип һәм 262 урта медицина персоналы тир түгә. Тәүлек әйләнәһенә эшләүсе (район буйынса) 110 койка, 20 паллиатив ярҙам койкаһы, көндөҙгө стационарҙа 55 койка-урын бар; амбулатор ҡабул итеү ҡеүәте сменаһына – 405. 9518 тапҡыр “Тиҙ ярҙам” саҡырылған. Стационар шарттарында 3504 кеше медицина ярҙамы алған. Амбулатор-поликлиникаларға 175 мең 564 пациент килгән. 3 табип һәм 6 урта персонал медицина хеҙмәткәре эшкә алынған. Бөгөнгө көндә 8 табип, 8 фельдшер талап ителә. 2019 йылда балалар поликлиникаһына капиталь ремонт уҙғарыу, ике фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү ҡаралған.
Йәштәргә ярҙам
Йәш ғаиләләргә бала тыуған (уллыҡҡа алған) осраҡта өҫтәмә түләүҙәр республика программаһы буйынса 862 мең 200 һумға 5 сертификат бирелде. Өс йәш ғаилә “Торлаҡ” федераль программаһы сиктәрендә 2 млн 646 мең һумлыҡ субсидия алды.
Спорт
Физик культура һәм спорт буйынса 35 мең кеше ҡатнашлығында 284 спорт сараһы уҙғарылды. Алдынғы спортсыларыбыҙ һәм командаларыбыҙ 132 бөтә Рәсәй һәм республика ярыштарында ҡатнашты.
***
Әлбиттә, уҙған йылда ниәтләнелгән эштәрҙең барыһын да тормошҡа ашырып булманы. Шуға ла, әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, 2019 йылға һәм киләһе йылдарға планлаштырылған сараларҙы (өҫтә әйтелгәндәренән тыш) һанап китеүҙе кәрәк тип табам: Мораҡта таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялауҙы тамамлау; күп функциялы үҙәк бинаһын капиталь ремонтлау; күп фатирлы йорттарҙы индивидуаль йылытыуға күсереү; блоклы ҡаҙанлыҡтар төҙөү; Воскресенск урта мәктәбендә ремонт башлау; Йомағужала һыу менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау; Әлимғол ауылында ауыл-ара газ үткәргесе төҙөү; Дәүләтҡол, Етеболаҡ ауылдарына, Семиречье утарына газ үткәреү; Мораҙым, Багдашкин, Юлбаш ауылдарын газ, Мораҡ, Исем, Воскресенск ауылдарын һыу менән тәьмин итеү өсөн проект –тикшеренеү эштәрен әҙерләү; Йомағужа ауылының ихата һәм йәмәғәт территорияларын, паркын төҙөкләндереү; Мораҡ 1-се урта мәктәбе спортзалын ремонтлау; Йомағужа менән Мораҡтағы 5 урамды асфальтлау, юлдарҙы ремонтлауҙы дауам итеү.
Ағымдағы йыл да социаль өлкәлә лә, иҡтисадта ла яңы уңыштар алып килер тип ышанам. Беҙҙең алда торған бурыстарҙы тик бергәләп кенә йырып сыға аласаҡбыҙ.
Читайте нас: