Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
7 Февраль 2019, 14:34

Лауреаттар билдәләнде

З. Биишева исемендәге әҙәби премия тураһындағы положениеға ярашлы һәм комиссия ултырышының 2019 йылдың 22 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә район хакимиәте ҡарар ҡабул итте һәм 2018 йылғы лауреаттарҙың исемдәрен атаны.

З. Биишева исемендәге әҙәби премия тураһындағы положениеға ярашлы һәм комиссия ултырышының 2019 йылдың 22 ғинуарындағы ҡарары нигеҙендә район хакимиәте ҡарар ҡабул итте һәм 2018 йылғы лауреаттарҙың исемдәрен атаны:
Әлимғужина Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, педагогик хеҙмәт ветераны – З.Биишева исемен һәм ижадын популярлаштырыу һәм пропагандалауға, халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә, үҫеп килеүсе йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн;
Григорьева Альбина Мөҙәрис ҡыҙы, район мәҙәниәт һарайының сценарий-ҡуйыу бүлеге мөдире – З.Биишева ижадын популярлаштырыу һәм пропагандалауға тос өлөш индергәне өсөн;
Сәйетбатталов Ғәли Ғәли улы (үлгәндән һуң), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор – З.Биишеваның исемен һәм ижадын популярлаштырғаны һәм пропагандалағаны, уның әҫәр үҙенсәлектәрен фәнни яҡтан тәрән итеп өйрәнгәне, үҫеп килеүсе йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләгәне өсөн.
Читайте нас: