Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
22 Ғинуар 2019, 17:17

Ҡороған ағасты әҙерләр өсөн ҡаршылыҡтар юҡ

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Закон граждандарға урмандарҙа, һыу буйҙарында ятҡан ҡороған ағастарҙы бушлай йыйып, үҙ файҙаһына ҡулланырға рөхсәт итә. Республикала йәшәүселәрҙән ул законды нисек ҡулланыуға ҡағылышлы күп һорауҙар килә. Шуға бәйле уларға асыҡлап индереп китәм.

2019 йылдың 1 ғинуарынан “Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Закон граждандарға урмандарҙа, һыу буйҙарында ятҡан ҡороған ағастарҙы бушлай йыйып, үҙ файҙаһына ҡулланырға рөхсәт итә. Республикала йәшәүселәрҙән ул законды нисек ҡулланыуға ҡағылышлы күп һорауҙар килә. Шуға бәйле уларға асыҡлап индереп китәм.
1. Ҡороған ағасҡа (валежник) нимәләр инә?
Валежник ул көслө елдән, ҡарҙың ауырлығынан йығылған, төрлө ауырыуҙарҙан зарарланыуҙан йәки башҡа сәбәптәр менән ҡороп, ергә ҡолаған ағастар.
2. Ҡоро ағасты алыр өсөн кемдән рөхсәт һорарға?
Ҡоро ағасты әҙерләр өсөн бер кемдән дә рөхсәт алырға кәрәкмәй.
3. Ҡоро ағас әҙерләр өсөн урман йәки һыу буйҙарына барғанда үҙең менән балта һәм бысҡы алырға яраймы?
Мөмкин, бензобысҡы ла алырға рөхсәт ителә. Ул йәһәттән бер ниндәй ҙә сикләү юҡ, сөнки ағасты алып ҡайтыр өсөн уны бер нисә өлөшкә бүлергә кәрәк.
4. Уны ҡайһы миҙгелдә әҙерләргә мөмкин?
Ҡоро-һары ағасты әҙерләү өсөн айырым миҙгел билдәләнмәгән, уны ҡасан теләйһегеҙ шул ваҡытта, янғынға ҡаршы айырым режим индерелгән ваҡыттағы урманға инергә рөхсәт ителмәгән осорҙан тыш, әҙерләргә мөмкин.
5. Уны ҡайһы урмандарҙа әҙерләргә рөхсәт ителә?
Ҡоро-һары утынды урман ҡырҡыу эштәре барған, йәки алдан әҙерләнгән ағас һаҡланған урындарҙан тыш, бөтә урмандарҙа ла әҙерләргә була.
Башҡортостан Республикаһы Урман министрлығының 2018 йылдың 26 декабрендәге 03/9251-се һанлы үҙҙәренең территориаль подраздлениеларына ебәрелгән хаты ғәмәлдән сыҡты. Унда һүҙ ҡороған ағастарҙы әҙерләү өсөн урман һағы органдарын иҫкәртеү һәм уларҙан рөхсәт алыу тураһында бара ине. Әлеге ваҡытта министрлыҡ Законды ҡулланыу буйынса яңы хат ебәрҙе. 12 ғинуарҙағы Урман министры һәм уның урынбаҫарҙары менән осрашыу ваҡытында алда әйтеп үтелгән һорау-яуаптар килешелде.
Ҡоро ағас артынан урман-ҡырҙарға барыусыларҙан тере ағас һәм ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡмауҙарын, үҫентеләргә зыян килтермәүҙәрен, шулай уҡ ҡоро-һары ағас һәм ботаҡтарҙы урманда ҡалдырып, унда сүп-сар арттырып, янғын хәүефен арттырмауҙарын һорайым.
Үҫеп ултырған ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыу өсөн административ яуаплылыҡ, ҡайһы бер осраҡта килтерелгән зыяндың күләменә ҡарап енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған.
Закон ауылда йәшәүселәр өсөн бик кәрәк, тип иҫәпләйем, сөнки хужалыҡта ҡороған ағастарҙы утын итеп кенә түгел, ә башҡа кәрәк-яраҡ өсөн дә ҡулланырға була.
Закон үтәлешендә ҡаршылыҡтар килеп сыҡһа, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса миңә мөрәжәғәт итегеҙ.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты.
Читайте нас: