Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
1 Ғинуар 2019, 16:14

Киләсәккә маҡсаттар билдәләнде

Район хакимиәтендә 2030 йылға тиклем райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте.

Район хакимиәтендә 2030 йылға тиклем райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте.
Тәүҙә район хакимиәте башлығының финанстар, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Азамат Сәйфуллин стратегияның төп маҡсаты һәм бурыстары, йүнәлештәре тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирҙе. “Районда йәшәүсе халыҡ та проектҡа тәҡдим индереү хоҡуғына эйә, шуға күрә положение ноябрь айында уҡ район баҫмаларында донъя күрҙе, теләгән кешенең үҙ тәҡдимен яҙма рәүештә тапшырыу мөмкинлеге булды”, - тине ул.
Район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса бүлеге начальнигы Илдус Калкаманов “2030 йылға райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы” менән яҡындан таныштырҙы:
- Төп документ әҙерләнгәндә бар өлкәләр иҫәпкә алынды. Стратегияның төп өҫтөнлөгө – төбәккә индустриаль үҫешкән муниципалитет статусын яңынан ҡайтарыу, районды тергеҙеү, туризм, агросәнәғәт производствоһы, мәҙәниәт, мәғариф һәм башҡа йүнәлештәге эшмәкәрлектә алдынғылар рәтенә сығыу...

Уның сығышынан мәғлүм булыуынса, проекттың бойомға ашырылыуы өс этапҡа бүленә: 2019-2021 (әҙерлек осоро), 2022-2025 (әҙерләнгән проекттарҙы ғәмәлгә индереү), 2026-2030 (билдәләнгән иҡтисади һәм социаль үҙгәртеүҙәрҙе тамамлау, үҫештең инновацион төрөнә күсеү). Финанстар менән тәьмин итеү федераль, республика, урындағы бюджеттар һәм башҡа сығанаҡтар иҫәбенә башҡарыла. Проект районыбыҙҙы башҡа төбәктәр менән конкурентлашыу һәләтенә эйә тотороҡло иҡтисадлы, киң социаль инфраструктуралы һәм, иң мөһиме – йәшәү сифатын күтәреү, халыҡҡа йәшәр өсөн ыңғай шарттар тыуҙырылған төбәккә әүерелдереү кеүек юғары маҡсатҡа нигеҙләнгән.
Эйе, Күгәрсен районы республикабыҙҙың ғына түгел, илебеҙҙең иң күркәм географик ерлегендә урынлашҡан, шунлыҡтан йәй һайын данлы төбәгебеҙгә сит төбәктәрҙән һәм илдәрҙән туристар ағыла. Әммә урындағы халыҡ кинәнеп йәшәр өсөн мотлаҡ хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа байтаҡ шул. Эш урындарының етмәүе, ҡайһы бер өлкәләрҙә кадрҙар етешмәүе (айырыуса һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә), демографик хәлдең маҡтанырлыҡ булмауы, һәр яҡлап хаҡтарҙың тешләшеүе, тарифтарҙың артыуы (халыҡтың бәкәленә иң һуҡҡаны!-авт.)... Нәҡ ошо күрер күҙгә ябай тойолған ваҡ мәсьәләләргә лә бәйле шул халыҡтың йәшәү сифаты күрһәткесе! Ни тиһәң дә, һәр кемде яҡшылыҡҡа өмөт йәшәтә, киләһе 10-йыллыҡҡа маҡсаттар билдәләнде, бәлки, берҙәмлек һәм тырышлыҡ, киләсәккә ышаныс менән яңы үрҙәрҙе яулауға ирешербеҙ!

Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Читайте нас: