Үткән аҙнала Рәсәй Дәүләт Думаһында көҙгө сессия ябылды. Унда Хөкүмәт Премьер-министры Дмитрий Медведев айырыуса әүҙем һәм һөҙөмтәле эшләгән 40 депутатҡа дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһынан депутат Зариф Байғусҡаров та бар. Яҡташыбыҙҙың хеҙмәте Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй парламентаризмын үҫтереүгә тос өлөш индергәне һәм закондар ижад итеү эшмәкәрлегендәге әүҙемлеге өсөн» Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Яҡташыбыҙҙың эшен Рәсәй Хөкүмәтендә юғары баһалауҙары өсөн беҙ ҙә бик шатбыҙ һәм хөрмәтле депутатыбыҙға артабан да һөҙөмтәле һәм уңышлы эш теләйбеҙ!