Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Декабрь 2018, 23:50

Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!

Ҡоро һандар юҡ, яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, буй етмәҫлек маҡсаттар ҙа ҡуйылманы. Иғтибар үҙәгендә ер кешеһе, ябай граждандар, аныҡ эштәр һәм көнүҙәк проблемалар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, депутаттарға ғына ғына түгел, быйылғы мөрәжәғәтнамә аралашсыларһыҙ, тура халыҡҡа йүнәлтелде.

Ҡоро һандар юҡ, яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҙә, буй етмәҫлек маҡсаттар ҙа ҡуйылманы. Иғтибар үҙәгендә ер кешеһе, ябай граждандар, аныҡ эштәр һәм көнүҙәк проблемалар. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, депутаттарға ғына ғына түгел, быйылғы мөрәжәғәтнамә аралашсыларһыҙ, тура халыҡҡа йүнәлтелде.


“Торатау” конгресс-холының эсендә лә был сараға хас булмаған күренеш. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы дәртле көйҙәре менән оркестр ҡаршы ала. Хәйер, залға ла быйыл етәкселәр генә түгел, ә башлыса ябай халыҡ, хеҙмәт кешеләре саҡырылған. Уларҙың барыһы ла үҙ ерендә, эшмәкәрлек өлкәһендә уңыш ҡаҙанған һәм республика үҫешенә тос өлөш индергән.
Мөмкин булмағанды тормошҡа ашырыусылар ҙа бөгөн залда. Ябай комбайнерҙар, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар, бар ғүмерен кеше дауалауға арнаған фельдшерҙар, ғөмүмән, үҙе йәшәгән ерҙе тағы ла матурыраҡ итергә, тормошто йәмләндерергә, изгелек ҡылырға тырышыусылар. Радий Хәбиров уларҙың тормошон бар халыҡҡа өлгө итеп ҡуйҙы.
Илшат Ғилманов, эшҡыуар: “Өфөнән алыҫта йәшәйбеҙ, ситтән беҙҙең эште күреп саҡырыуҙары ҡыуандыра”.


Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһендә һәр кеше тураһында хәстәрлек бер тигеҙ буласаҡ тине. Дин, милләт, социаль статусына ҡарамайынса. Бынан ары теге йәки был йәмғиәткә бүлеүҙәр булмаясаҡ, власть берҙәм булырға тейеш. Быға инде сараға Башҡортостандың быға тиклемге етәкселәренең дә саҡырылыуы дәлил. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Рөстәм Хәмитов та мөрәжәғәтнамәне бер рәттә ултырып тыңланы.
Мөрәжәғәтнамәнең эстәлегенә килгәндә лә, ул быға тиклемге сығыштарҙан ҡырҡа айырыла. Яңғырауыҡлы һүҙҙәр, ҡоро һандар, буй етмәҫлек бурыстарҙан азат. Иғтибар үҙәгендә ябай кеше һәм уның проблемалары. Шунда уҡ уның хәл ителеше лә билдәләнә. Атап әйткәндә Радий Хәбиров мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеүҙе һорап 19 тапҡыр "ҡушам" һәм "һорайым" тигән һүҙҙәрҙе ҡулланды.
Халыҡтың эш эҙләп ят тарафтарға йөрөүе, йәштәрҙең республиканы ҡалдырып ситкә китеүе иң борсоған мәсьәләгә әйләнде тине республика етәксеһе. Ғөмүмән, йәштәргә айырыуса иғтибар. Алдынғы ҡарашлы киләсәк быуын менән беҙҙең республика ла, океан аръяғындағы дуҫтар әйтмешләй, great again, йәғни Башҡортостандың данлы исемен кире ҡайтара аласаҡбыҙ.
Азат Айытҡолов, Башҡортостандың халыҡ артисы: “Ирҙәр генә Себергә китмәй, абитуриенттар ситкә китә. Бына бәлә”.
Ғөмүмән, мөрәжәғәтнамәне генераль таҙартыу тип атарға мөмкин. Радий Хәбиров үҙе лә республикала көндәлек проблемаларҙы хәл итмәйенсә ҙур эштәргә тотоноу мөмкин түгел тип белдерҙе. Тәү ҡарашҡа ябай ғына эштәр билдәләнде, әммә төптән уйлағанда күп бәлә башы шул бәләкәй мәсьәләгә бәйле. Һәм уларҙы иңҡар итеүселәргә талап та ҡаты буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Район башлыҡтарын ул ябыҡ тәҙрә теорияһы авторы, иң билдәле муниципалитет етәксеһе Рудольф Джулиани булырға саҡырҙы.
Ә асыҡ тәҙрәләр республикала етәрлек. Республика етәксеһенең киләһе йылға үҫеш стратегияһы ла аҙымлап тормошто яҡшыртыуға ҡоролған. Әйткәндәй, бер нисә йылға юғалып торған күрше республикалар менән сәмләнеп ярышыу ғәҙәте лә кире ҡайтыуына ышаныс бар. Радий Хәбиров мөрәжәғәтнамәһенең һуңында ла беҙҙең дуҫтар һәм күршеләр без булдырабыҙ тип бик дөрөҫ әйтә, ә беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ һәм бынан ары был һүҙҙәр беҙҙең девиз буласаҡ, тине.
Читайте нас: