ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова.
Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышында йәмәғәт ойошмаһы рәйесе яңынан һайланды. Был вазифала Әмир Ишемғоловты Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин алмаштырҙы. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иҫәп буйынса туғыҙынсы етәксеһе булды.
Әмир Ишемғолов һүҙҙәренсә, йәмәғәт ойошмаһы рәйесе вазифаһын ҡалдырыу тураһында ҡарар 2021 йылда Өфөлә 47-се «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар конгресын үткәреүгә ныҡлап әҙерләнеү кәрәклеге менән бәйле.
Белешмә. Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы 1970 йылдың 11 нобрендә Башҡортостандың Стәрлебаш районында тыуған, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Башҡорт йәштәре союзы лидеры булған. 2003 йылға ҡәҙәр — Республика халыҡ ижады үҙәге директоры, һуңынан 2010 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһын етәкләй. Артабан Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры вазифаһына тәғәйенләнә.