Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Ноябрь 2018, 12:04

Ер эшендә егәрлеләр уңыш яулай

31 октябрҙә Башҡортостандың Премьер-министрыРөстәм Мәрҙәнов агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренәдәүләт наградаларын тапшырҙы.

31 октябрҙә Башҡортостандың Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов агросәнәғәт комплексы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республиканың иң яҡшы аграрийҙары иҫәбендә “Иртөбәк агрофирмаһы”йәмғиәтенең башҡарма директоры Олег Николаев та бар. Ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.
- Бына 13 йыл мин тыуып-үҫкән еремдә бергә уйнап үҫкән, эш башлаған, мине ошо ауыр, әммә изге эштең серҙәренә төшөндөргән, өйрәткән иптәштәрем менән бергә эшләйем, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Олег Геннадиевич. – Комбайн штурвалы артына тәүге тапҡыр мәктәптә уҡығанда ултырҙым. Тәүге хеҙмәт юлымды мин икенсе өлкәлә башланым. Әммә шул ваҡытта уҡ ергә, техникаға тартылдым, ошо өлкәлә эшләп ҡарау теләге мине бер ҡасан да ташламаны.
Үҙемдең улдарымда ла ауыл хужалығына, ергә һөйөү тәрбиәләргә тырышам. Ер эше еңел түгел, ләкин яныңда һинең менән бергә янып-көйөүселәр, ошо эш тип көн тимәй, төн тимәй тир түгеүселәр булғанда, бөтәһе лә килеп сыға.
Сарала ҡатнашыусыларҙы - ауыл хужалығы эшсәндәрен Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров байрам менән тәбрикләне.
Шулай уҡ продукция етештереү өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр:
- Попов Павел Николаевич, “Октябрь” ауыл хужалығы коперативы Воскресенск һөт-тауар фермаһы мөдире;
- Хайсаров Йомабай Дамир улы, “Тәүәкән” йәмғиәте механизаторы.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнделәр:
- “Күгәрсен” агрофирмаһы” йәмғиәте;
- Самойлов Иван Александрович, “Спектр” йәмғиәте балыҡсыһы;
- Хәбибуллин Урал Әмир улы, шәхси эшҡыуар, умартасы.
Эйе, ауыл ерендә эшләү игенсенән, ер кешеһенән ете ҡат тирең сыҡҡансы хеҙмәт итеүҙе талап итә. Хеҙмәттәре өсөн оло баһаға лайыҡ булғандарға беҙ артабан да арымай-талмай эшләүҙәрен, һау-сәләмәт булыуҙарын, үҙ эшенең һөҙөмтәһен күреүҙәрен теләйбеҙ!
Читайте нас: