Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
1 Ноябрь 2018, 14:35

Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов ҡайҙа эшкә күсә

30 октябрҙә Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙең элекке етәкселәре менән осрашты. Саҡырылғандар араһында Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине. Владимир Путин элекке губернаторҙарға намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды.

ӨФӨ, 2018 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
30 октябрҙә Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙең элекке етәкселәре менән осрашты. Саҡырылғандар араһында Башҡортостандың элекке башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине.
Владимир Путин элекке губернаторҙарға намыҫлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың артабанғы пландары менән ҡыҙыҡһынды. «Известия» мәғлүмәттәре буйынса, Рөстәм Хәмитовҡа «Башнефть» нефть компанияһының директорҙар советы рәйесе вазифаһын биләргә тәҡдим иткәндәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 11 октябрендә Рөстәм Хәмитов үҙенең отставкаһы хаҡында иғлан итте.