Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Июль 2018, 18:05

Эш хаҡын ваҡытында түләргә кәрәк

Күгәрсен районы мировой судьяһы “Электро-Плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директорына ҡарата хөкөм сығарҙы. Ул РФ Енәйәт Кодексының 145.1-статьяһының 1,2 өлөштәрендә ҡаралған (эш хаҡын өс ай буйына өлөшләтә түләмәү, эш хаҡын тулыһынса ике айҙан артыҡ түләмәү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Күгәрсен районы мировой судьяһы “Электро-Плюс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең элекке директорына ҡарата хөкөм сығарҙы.
Ул РФ Енәйәт Кодексының 145.1-статьяһының 1,2 өлөштәрендә ҡаралған (эш хаҡын өс ай буйына өлөшләтә түләмәү, эш хаҡын тулыһынса ике айҙан артыҡ түләмәү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Иҫәптә 22 миллион һумдан ашыу аҡса була тороп, фирма етәксеһенең 2016 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем 57 хеҙмәткәргә 1,8 миллион һумдан артыҡ эш хаҡы түләмәүе асыҡланды. Үҙ хоҡуҡтарын яҡлап хеҙмәткәрҙәр район прокуратураһына мөрәжәғәт итте, прокуратура ойошма етәксеһенә ҡарата енәйәти эш астырыуға өлгәште.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы. Суд уға 250 мең һум штраф һалды.
Хөкөм үҙенең законлы көсөнә инмәне.

А.КОНОНОВ, район прокуроры урынбаҫары.

Читайте нас: