Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
6 Июль 2018, 18:28

Депутат иңендә - халыҡ мәнфәғәте

27 июндә район хакимиәтендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров граждандарҙы ҡабул итте. Был юлы уға шәхси һорауҙар менән 12 кеше мөрәжәғәт итте. Райондаштарыбыҙҙы башлыса юл торошо, кәрәҙле элемтә, пенсия мәсьәләләре борсой.

27 июндә район хакимиәтендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров граждандарҙы ҡабул итте.
Был юлы уға шәхси һорауҙар менән 12 кеше мөрәжәғәт итте. Райондаштарыбыҙҙы башлыса юл торошо, кәрәҙле элемтә, пенсия мәсьәләләре борсой.
Шулай уҡ ейәндәрен түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсереү, етем балаға фатир юллау, алимент түләтеү буйынса ярҙам һорап килеүселәр ҙә булды.

Бынан тыш “ДревПром” йәмғиәте ҡапҡанына эләккәндәр ҙә (әйткәндәй, ундайҙар районда ете меңдән ашыу икән) Зариф Закир улының ярҙамына мохтаж. “Уралҡай” балалар баҡсаһында тоҙ шахтаһы асыуҙарын һорап та мөрәжәғәт иттеләр. Балалар баҡсаһы мөдире Фаягөл Фәйезова әйтеүенсә, яҙлы-көҙлө балалар киҫкен респираторлы-вируслы инфекциялар менән йыш сирләй, шуға күрә балалар баҡсаһында ла һаулыҡтарын нығытыу, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эш алып барырға кәрәклеген билдәләп үтте.

72 йәшлек өсөнсө төркөм инвалиды иһә инвалидлыҡ буйынса кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе яйлау, табиптарҙың ҡабул итеүҙәрен көйләүҙәрен һорап килгән. Кәрәкле дарыуҙарҙың дарыуханаларҙа бик йыш булмауын, табиптарға, айырыуса неврологҡа ҡабул итеүгә эләгеп булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Оло йәштәгеләрҙең табипҡа электрон яҙылыу тәртибен үҙләштерә алмауы арҡаһында табип ишеге янында һыу буйы сират теҙелә. Ҡайһы бер табиптарға иһә көнө буйы сиратта тороп та эләгеп булмай.

Ҡабул итеүгә килеүселәр араһында пенсияны күтәреү, һуғыш балалары тураһында закон ҡабул итеүҙәрен, тормош иптәше үлгәндән һуң йортто шәхси милеккә күсереү мәьсәләһендәге ҡатмарлыҡтарҙы хәл итеүҙә асыҡлыҡ индереүҙәрен, оло йәштәге ата-әсәләренә дәүләт ярҙамын юллауҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорап та мөрәжәғәт итеүселәр булды.

Яңы Хвалын утары менән Юлдыбай араһындағы Оло Эйек аша һалынған күперҙе ремонтлаү мәсьәләһен дә күтәрҙе халыҡ.

Зариф Закир улы һорауҙарға тулы һәм аныҡ яуап биреп, депутатлыҡ вазифаһы буйынса хәл итерлектәренә мотлаҡ рәүештә ярҙам буласаҡ тип билдәләне. Шуныһы һөйөндөрҙө: башҡорт телле райондаштарҙы ҡабул итеү саф башҡорт телендә барҙы, рус милләтенән булғандар иһә яуапты рус телендә алды. Ҡабул итеүгә килгәндәр өсөн был айырыуса мөһим, сөнки күп осраҡта мәсьәләгә асыҡлыҡ индереү, ентекләп аңлатыу мәсьәләһендә башлыса тел буйынса ҡатмарлыҡтар, аңлашыумасанлыҡтар тыуа.

Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.

Анатолий КАЗАКОВ фотолары.
Читайте нас: