Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
17 Май 2018, 18:56

Министрҙың эш сәфәре

16 майҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән республика райондарына сыҡты, урында сәсеү эштәре, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарының хәл-торошо менән танышты. Аграр тармаҡ етәксеһе Көйөргәҙе, Ейәнсура райондарының хужалыҡтарында булғас, беҙҙең районға килде. Эш сәфәрендә уны район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков оҙатып йөрөнө.

16 майҙа Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән республика райондарына сыҡты, урында сәсеү эштәре, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармаҡтарының хәл-торошо менән танышты. Аграр тармаҡ етәксеһе Көйөргәҙе, Ейәнсура райондарының хужалыҡтарында булғас, беҙҙең районға килде. Эш сәфәрендә уны район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Михаил Чижков оҙатып йөрөнө.
Министрҙың беҙҙең райондағы эш сәфәре Мәҡсүт ауылындағы Болдыревтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығын ҡарауҙан башланды, улар йорт янына ҙур теплица эшләп, ҡыяр үҫтереү менән шөғөлләнә. Беҙҙең яҡтарҙа теплица эшенә тотоноусылар артыҡ күп түгел, шуға был йәшелсә төрөнә ихтыяж ҙур. Хужалар көҙҙән әҙерләп ҡуйылған теплицаға үҫентеләрҙе февраль айында уҡ ултырталар. Тәүге уңыш апрель баштарында күренә башлай. Йәшелсәләрҙең үҫешен һәм сәскә атыу ваҡытын тиҙләтеү өсөн ашлама индереү, даими дымды һаҡлау ҙа ҡыярҙың тиҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итә. Шуға хужалар уны заманса йыһазландыра. Йәшелсәләрҙе Мораҡ, Мәләүез, һәм Ейәнсура райондарына һатыуға сығаралар. Ҡыяр үҫтереү табышлы тармаҡтарҙың береһе, шуға Болдыревтар киләсәктә ҡыярҙы йыл әйләнәһенә үҫтереү эшен яйға һалмаҡсылар.

Артабан министр “Тәүәкән” йәмғиәтенең Исем һөт фермаһын ҡараны. Ҡунаҡтарҙы малдарҙы тотоу шарттары менән таныштырҙылар. Бында әлеге мәлдә 608 баш мал аҫрала. Уларҙың 235-е - һауын һыйырҙар. Ферма мөдире әйтеүенсә, яҡшы коллектив тупланған, һәр береһе үҙ бурысын һәйбәт белә һәм эшенә яуаплы ҡарай.

Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге пресс-тур вәкилдәре артабан райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе булған “Тәүәкән” йәмғиәтенең Һарытау утары эргәһендәге баҫыуҙа сәсеү барышы менән танышты. Был баҫыуҙа хужалыҡтың бер бригадаһы - механизатор Филүс Аҫылбаев үҙенең ярҙамсыһы Ринат Вәхитов менән “Челленджер” тракторында, Рәсүл Шәһәров “Клаас Аксион” тракторында бер йыллыҡ үләндәр сәсә ине. Ауыл эшсәндәре көндәрҙең аяҙ тороуынан файҙаланып, уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмай.

Йәмғиәттең баш агрономы Азамат Хисмәтуллин әйтеүенсә, “Тәүәкән” йәмғиәте сәсеү майҙандарының 60 процентында эштәрен теүәлләгән дә инде.

Ошонда уҡ Илшат Фәзрахманов журналистарҙың ауыл хужалығы өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарына яуап бирҙе. Уның әйтеүенсә, республикала сәсеү эштәре майҙандарҙың 50 процентында үтәлгән, ауыл хужалығы техникаһы, минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары яҡшы кимәлдә әҙерләнгән, дәүләт ярҙамы ла ваҡытында булған.
Йәмғиәт үҫтергән картуфты район халҡы ғына түгел, ә күрше ҡала һәм райондар, хата сит өлкәләр ҙә теләп ала. Шуға хужалыҡ башҡа культуралар менән бер рәттән картуф та үҫтерә. Бында “Родриго”, “Гала” һәм “Амур” сорттарына өҫтөнлөк бирәләр. Әле картуфты 45 гектарҙа сәскәндәр ҙә инде. Ҡунаҡтар халыҡ араһында “икенсе икмәк” исемен алған картуф сәсеү барышын да ҡараны.

Министр “Октябрь” кооперативы рәйесе Андрей Зиновьев һәм “Иртөбәк” йәмғиәте етәксеһе Олег Николаев менән дә осрашты, малсылыҡ һәм үҫемлекселек тармағына ҡағылышлы һорауҙар буйынса фекер алышты.

Артабан делегация Үрге Бикҡужа ауылына - Фәтҡуллиндарҙың крәҫтиән(фермер) хужалығына юл алды, бағыр үрсетеү менән танышты.

Ғаилә малсылыҡ, ҡымыҙ етештереү менән дә шөғөлләнә. Фәтҡуллиндарҙың да киләсәккә маҡсаттары ҙур – бағыр үрсеткән быуа эргәһенә ял итеү урындары эшләп, туризмдың бер төрөн булдырыу.

Эш сәфәрен йомғаҡлап, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов райондың аграр өлкәһенә юғары баһа бирҙе. “Район – перспективалы, хужалыҡтарға күберәк продукцияны эшкәртеү менән шөғөлләнергә кәрәк, ул саҡта үҫеш тә күберәк булыр”, – тине ул.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Анатолий КАЗАКОВ фотолары.
Читайте нас: