Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Февраль 2018, 22:43

Рөстәм Хәмитов: «Муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ»

15 февралдә «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны. Унда ул төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

15 февралдә «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Моноҡалалар: киләсәкте проектлайбыҙ» сессияһында сығыш яһаны. Унда ул төбәктең моноҡалалары нигеҙендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

— Мин, тәү сиратта, был оло эште алып сыҡҡан, илебеҙең бихисап биләмәләрен аяҡҡа баҫтырған һәм уларҙы бөтә йүнәлештәр буйынса алға этәргән командаға рәхмәтлемен, – тине Рөстәм Хәмитов. – Иң мөһиме, ошо моноҡалаларҙа йәшәгән миллионлаған кеше, аҙ ғына булһа ла, бәхетле булды. Уларға мөмкинлектәр асылды, улар донъяға икенселәй ҡарай, үҙ үҫешен күрә башланы.

Республикала моноҡалалар менән алып барылған эштең төп асылын барлыҡ муниципалитеттарҙа ла таратыла, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Моноҡалаларҙы үҫтереү буйынса федераль проектҡа өҫтәмә рәүештә төбәк программаһы ҡабул ителде. Яҡын арала Биләмәләрҙе үҫтереү үҙәге ойоштороласаҡ. Ул моноҡалалар менән эшләү схемаһына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ.

— Был проектҡа төрлө сәбәптәр буйынса инмәгән ҡалалар оҡшаш программа буйынса үҫешһен өсөн эшләйбеҙ. Йәғни был тәжрибәне бөт муниципалитеттарға ла күсерәбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Федераль кимәлдә әҙерләнгән моноҡалаларға булышлыҡ итеү моделенә таянып, муниципалитеттар үҫешенең яңы стратегияһын үҫтерергә ниәтләйбеҙ.

***

Шулай уҡ сессияла Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев һәм Күмертауҙың Үҙәк ҡала дауаханаһы баш табибы Олег Астахов моноҡалаларҙа медицина учреждениеларын яңыртыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Атап әйткәндә, улар Үҙәк ҡала дауаханаһы ҡарамағындағы поликлиникала «Асыҡ регистратура» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта был тәжрибә ҡаланың башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында һәм яҡын райондарҙа ҡабатлана.
Читайте нас: