Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
19 Февраль 2018, 22:56

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Бөрө районына эш сәфәре

10 февралдә Бөрө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡараны, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

10 февралдә Бөрө районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов инфраструктура һәм социаль объекттарҙы ҡараны, муниципалитет етәкселеге менән биләмәне үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

***

Питяков ауылында Башҡортостан Башлығы ауыл ерендә медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу буйынса программа сиктәрендә төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡараны.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты яҡын тирәләге дүрт ауылды – 600 самаһы кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Майҙаны 64 квадрат метрлыҡ бер ҡатлы бинала фельдшер һәм процедура кабинеттары, көтөп ултырыу бүлмәһе урынлашҡан. Медицина хеҙмәткәрҙәренең эше өсөн кәрәкле бөтә ҡорамалдар бар.

«Ауыл табибы» программаһы буйынса районға килгән участка табибы Елена Петрова әйтеүенсә, бында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн республика һәм район дауаханалары менән бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Республика етәксеһе төп биналарҙы ҡарап сыҡты, эш һәм пациенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең уңайлылығын баһаланы. Район башлығы Александр Груздев белдереүенсә, өс йыл эсендә муниципалитетта ошондай 10 пункт асыу күҙаллана.

– Шарттар яҡшы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Республикала шундай бер нисә йөҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был иҫке биналар мәсьәләһен хәл итергә тейеш.

Ауыл халҡы фекеренсә, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты элеккеһенән уңайлыраҡ, хеҙмәтләндереү шарттары күпкә яҡшы.

Рөстәм Хәмитов халыҡ менән аралашҡанда тораҡ пункттын төҙөкләндереү менән ҡыҙыҡһынды. Улар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ауыл үҫешә – юлдарға асфальт түшәлгән, газ үткәрелгән, юғары тиҙлектәге интернет бар. Һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә ҡала. Һыу үткәргес төҙөү буйынса проект документацияһы әҙерләнгән, хәҙер финанс мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.

– Һыу үткәргес буйынса эшләрбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шунда уҡ түгел, ләкин эшләрбеҙ.
Читайте нас: