Мораҙым
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
25 Ғинуар 2018, 12:34

Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашты

24 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы булды. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.

ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
24 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы булды. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙ 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте.
Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде.
Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләрҙә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
Читайте нас: