Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләренә арналған ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. Республикала барлығы 491 гидротехник ҡоролма иҫәпләнә. Ултырышта яҙғы ташҡынға әҙерлек һәм гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге ҡаралды. Унда билдәләнеүенсә, барлыҡ ведомство һәм хеҙмәттәр үҙ-ара эште ташҡын һөҙөмтәләрен кәметеүгә йүнәлтергә тейеш.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр фекеренсә, гидротехник ҡоролмалар урынлаштырылған муниципаль район хакимиәттәренә объекттарҙың хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар бүлеү мөһим.
- Ташҡынға тиклем авария хәлендәге объекттар тураһында тейешле мәғлүмәтте ведомство-ара комиссияһына еткереү мотлаҡ, - тине Виталий Тюр.
Яҙғы ташҡын башланыр алдынан республиканың Экология министрлығы һәм тейешле хеҙмәттәр гидротехник ҡоролмаларҙы тикшереп сығасаҡ.