16 ғинуарҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй һәм донъя: маҡсаттар һәм ҡиммәттәр» IX Гайдар форумы сараларында ҡатнашты.
Йыл һайын Гайдар форумы төрдө илдәрҙән билдәле ғалимдарҙы, власть органдары вәкилдәрен, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙе, эшҡыуарҙарҙы берләштерә һәм көнүҙәк социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе бергәләп тикшереүгә, милли иҡтисадты үҫтереү буйынса стратегик тәҡдимдәр һәм кәңәштәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Форум барышында республика Башлығы «Йәмәғәт сәләмәтлеге өлкәһендә инвестициялар» исемле эшлекле иртәнге ашта һәм «Дәүләт менән идара итеүҙә бюджет сығымдарының уңышлы һөҙөмтәлелеге» асыҡ әңгәмәлә ҡатнашты. Бында төбәктәр һәм федераль үҙәктәр араһында вәкәләттәрҙе яңынан бүлеү, дәүләт ресурстарын уңышһыҙ файҙаланыуҙы кәметеү, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең эшмкәрлеген көсәйтеү мәсьәләләре тикшерелде.
Пленар дискуссияла Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың сығыш яһаны. Премьер-министр заманса тормоштоң яңы технологик тәртибе һәм уға бәйле хәүефтәр хаҡында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, яңы технологияларҙың характеры кешене һәр иҡтисади процесс үҙәгенә этәрә. Идара итеү мәсьәләләрен хәл иткәндә нәҡ кеше төп ҡиммәткә һәм үҙәккә әйләнә.
— Кеше тарихында ғәҙәти булмаған, тәү ҡарашҡа, фантастик идеяларҙың нисек тормошҡа ашыуын яҡшы беләбеҙ. Тап улар технологик үҫешкә яңы мөмкинлектәр биргән һәм йәмәғәт ҡиммәттәре системаһын үҙгәрткән, – тине Дмитрий Медведев. – Бөгөн был процестар ярайһы уҡ тиҙләне. Яңы донъяла ғәмәлдә буласаҡ ҡағиҙәләр әле барлыҡҡа килә генә. Һәм беҙ Рәсәйҙә был шарттарға ябай ғына ҡарамаҫҡа тейеш. Уларҙы беҙ үҙебеҙ булдырырға бурыслы. Донъяның үҙгәреүен көтмәҫкә, ә үҙебеҙ үҙгәртергә.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Гайдар форумында туранан-тура төбәктәрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылған мәсьәләләр тикшерелә.
— Был форумда теоретик йәһәттән иҡтисади проблемалар тикшерелә. Теоретиктарҙың, алдынғы иҡтисад аҡыл эйәләренең бөгөн нимә менән шөғөлләнеүҙәрен, был юҫыҡта ниндәй уй-фекерҙәр барлығын, хәҙерге иҡтисади хәлде нисек баһалауҙарын, айырым бер осраҡтарҙы төҙәтеү өсөн төбәк кимәлендә нимә эшләргә кәрәклеген белеү ҡыҙыҡлы, – тине республика Башлығы. – Мине, тәү сиратта, әлбиттә, идара итеү системалары, федераль үҙәктең һәм төбәк власының үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында темалар ҡыҙыҡһындара.