Мораҙым
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
18 Ғинуар 2018, 22:52

«Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашыу

15 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты. Уны «Республика Башҡортостан» газетаһы редакцияһы 2017 йылда бишенсе тапҡыр уҙғарҙы.

15 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты. Уны «Республика Башҡортостан» газетаһы редакцияһы 2017 йылда бишенсе тапҡыр уҙғарҙы.
— Бында йыйылғандар беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡҡа, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә иғтибарлы булғандары өсөн рәхмәт, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөнгө еңеүселәр даирәһе бик киң – ғалимдар, эшҡыуарҙар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар. Енәйәтсе булыуы ихтимал кешене тоторға ярҙам итеп, билдәле бер кимәлдә батырлыҡ күрһәткән йәш быуын вәкилдәре ла бар.

Әңгәмә барышында республика Башлығы конкурс лауреаттары менән быға тиклем дә осрашҡанын билдәләп үтте. Баймаҡ районында йәшәүсе Фәйзрахман Усманов осрашыуҙа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын күтәрҙе. Уның башланғысы менән «Таҙа Һаҡмар» исемле күләмле экологик акция ойошторолған. Район халҡы шишмәләрҙе таҙартҡан, Һаҡмар буйын тәртипкә килтергән, ял итеү урындарын кәртәләгән.

Ә Учалы районынан 92 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәрифулла Зөлҡәрнәев үҙ аҡсаһына йүкә аллеяһын ултыртҡан һәм мәсет эргәһен төҙөкләндергән.
Конкурс лауреаттары – Асҡын ауылынан Альбина Фәтихова һәм Дыуан районынан Сергей Сирота йәш быуынға аң-белем таратыу эше менән шөғөлләнә. Альбина Фәтихова мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләй, уҡыусыларҙың экология белеменә ҙур иғтибар бүлә. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта ул селекция эше менән ҡыҙыҡһына башлаған һәм ябай булмаған тәбиғәт шарттарына ҡарамаҫтан, груша һәм алма үҫтереп, уларҙан бай уңыш алған.
Геолог Сергей Сирота үҙ йортонда геологик музей ойошторған. Унда 10 меңдән ашыу экспонат тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә – үҙенсәлекле тау тоҡомо өлгөләре. Урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн геолог бушлай экскурсиялары уҙғара. Шуның менән бергә экспонатар менән тағы күберәк уҡыусылар таныша алһын өсөн музейҙы яҡындағы мәктәптәрҙең береһендә урынлаштырырға тәҡдим иткән.
Осрашыуҙа тораҡ пунктарында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе төҙөкләндереү, заманса медицина препараттары әҙерләү, халыҡ ижадына һәм стрит-артҡа ярҙам итеү, хәйриәлек мәсьәләләре тикшерелде.
— Бөгөн залда үҙенсәлекле кешеләр йыйылған. Республиканың үҫеше өсөн бөтә йөрәге һәм күңеле менән янып йәшәгән кешеләрҙең күп булыуы яҡшы күренеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов – Ошондай кешеләр ҡатламын үҫтерергә кәрәк. Уларҙа йәмғиәт тора.
Читайте нас: