Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
РӘСМИ
12 Ғинуар 2018, 00:17

ЯНҒЫН ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕНӘ ТАЛАПТАР АРТА

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Тәмәке тартыусылар ҡалдырған төпсөк тирә-яҡ мөхиткә, ә унан таралған ыҫмала еҫе һаулыҡҡа зыян итә. Был өлкәне көйләүсе яңы документҡа ярашлы, яныу ҡалдыҡтарын: күмер, көл һәм тәмәке төпсөктәрен хәрәкәт итеүсе тимер юл составынан айырыуса һаҡланған тимер юлына һәм автомобиль тәҙрәһенән автомобиль юлы һыҙаттарына ташлау тыйыла.

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү хаҡындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.


Ер хужалары менән арендаторҙарға ҡарата ла талаптар ҡәтғи.

Улар үҙҙәренә тәғәйен ер биләмәләрен шулай уҡ даими рәүештә ҡороған үләндән, бесәндән, йығылып ауған ағастарҙан таҙартырға бурыслы. Талаптар үтәмәгән осраҡта ҙур күләмдә штраф һалыныуы һәм хатта, ер биләмәһе менән хушлашыу мөмкинлеге лә ихтимал. Баҫыуҙарҙа эшләүсе механизаторҙарға иһә, эш урынында тәмәке тартыу бөтөнләй тыйыла. Шулай уҡ техника ла махсус янғын һүндереү ҡорамалдары менән йыһазландырылырға тейеш. Янғын хүефһеҙлеген иҫкәртеү өлкәһендәге яңы ҡағиҙәләр илебеҙҙә йыл әйләнәһенә тәртип һәм хәүефһеҙлек артыуға булышлыҡ итер, тигән фекерҙә белгестәр.

Рауил Һөйөндөков, Башҡортостандың янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторы: «2014 йылдан туҡтап тороусы поезд составы эргәһендә тәмәке һәм электрон сигареттар тартыу тыйыла ине, ә янғын хәүефһеҙлеге хаҡындағы ҡанунға яңы төҙәтмәләр индерелеүе хәрәкәт итеүсе составтан һәм автомобилдән тәмәке төпсөгөн ташлауҙы тыя. Тәртип боҙоуҙар махсус рейдтар барышында асыҡланасаҡ һәм тейешле саралар күреләсәк».

Янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү буйынса яңы ҡағиҙәләр буйынса бесән, һалам һәм утын өйөмдәре лә поезд йыш үткән юлдарҙан, урман һыҙаттарынан 50 метр, электр сымдарынан 15 метр алыҫлыҡта урынлаштырылырға тейеш. Баҡсаларҙа усаҡ яғыу, автомобиль һәм поезд юлдары, аҙыҡ-түлек келәттәре эргәһендә ҡоро-һарыларҙы үртәү бөтөнләй тыйыла. Яңы талаптарҙы үтәү, уларҙан тайпылмай эш итеү һәр кешенең яуаплылығында.

Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташлаусыларға ҡаршы күмәк көс менән дә көрәшергә мөмкин. Уның өсөн тәртип боҙоусыны кеҫә телефонына төшөрөп, полиция бүлегенә ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: