Төбәк етәксеһе әйтеүенсә осрашыуҙа һүҙ транспорт инфраструктураһын үҫтереү, шул иҫәптән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы проектын финанслау хаҡында барҙы.
— Проект буйынса банктар һәм федераль Хөкүмәт менән уртаҡ эш варианттарын тәҡдим иттем. Дөйөм алғанда Дмитрий Анатольевич был идеяны хупланы, – тине осрашыу йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер мәсьәләне ентекле өйрәнергә кәрәк. 30 миллиард һумдан ашыу торған был ҡиммәтле объектты финанслау схемаһы табылыр һәм 2018 йылда уны тормошҡа ашыра башларбыҙ тип ышанам.
Шулай уҡ осрашыуҙа һүҙ республикалағы эре предприятиеларҙың инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын уҙғарыу хаҡында барҙы.
— Дмитрий Анатольевич был теманы хупланы, форумды уҙғарыу менән бәйле Ауыл хужалығы министрлығына йөкләмәләр бирҙе. Әйтеп үткәндә, сараны уҙғарыу буйынса федераль ойоштороу комитеты булдырыласаҡ. Был беҙҙең өсөн күңелле яңылыҡ, сөнки федераль көстәр ҡушылыу менән финанслау ҙа буласаҡ, тейешле ойоштороу саралары ҡабул ителәсәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм алғанда, бөтә һорауҙар буйынса ла ыңғай ҡарарға килдек тип иҫәпләйем.