– Суд органдары эшмәкәрлеген мәғлүмәтләштереү һөҙөмтәһендә документтар әйләнешенең тиҙлеге, һәм, иң мөһиме, уларҙың эшендә асыҡлыҡ артты. Һуңғы йылдарҙа ғына республика булышлығында Салауат һәм Миәкә райондары суды, Иглин район-ара һәм Бәләбәй ҡала суды өй туйланы, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл Благовар, Асҡын, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында мировой судьяларҙың суд участкалары биналары төҙөкләндерелде. Суд ултырыштары залдары өсөн өҫтәмә майҙандар бүленә. Судтарҙы матди-техник яҡтан тәьмин итеү йәһәтенән тулы тәртип булдырғансы ошо эште дауам итергә ниәтләйбеҙ.