Миләүшә Ҡаһарманова
Бисура (повесть)
– Килә-ә! Киләлә-әр!
Урман һуҡмағынан осоп килеп сыҡҡан һыбайлының балаларса сәрелдәк тауышын ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләгәндәрҙең береһе лә ишетмәҫ һымаҡ ине. Тик кемдеңдер ҡолағына салындымы, әллә үҙ мәшәҡәте менән булып йөрөгән булһа ла, һәр береһе шул һөрәнде генә көткәнме, барыһы ла башын күтәрҙе.
– Киләлә-әр!
Сауҡалыҡ аръяғындағы убаға ҡуйылған ҡарауыл ине был. Көтөүсе малайы. Ул, усаҡ ялҡынында битен бешергән ҡатын-ҡыҙ тәңгәленә етә яҙып, атының башын шаҡарҙы. Тегеһе ҡарышып айҡашты ла, һырт буйын ҡамсы осо яндырғас, хужаһының, еңел булһа ла, ярайһы уҡ ҡаты ҡуллылығын самалап, ҡайырылды.
Баштан-аяҡ сынъяһауланған Хафиза, тыныс ҡына көтөп ултыра торғаны бармы, таңдан усаҡ тирәһендәгеләр араһында ҡайнаша ине. Әлеге хәбәрҙән, ул, бар мәшәҡәтен ташлап тирмәгә йүгереү урынына, тағы ла йылдамлана төштө. Әйтерһең, байбисә түгел, ә ҡәйнәһенә ярай алмай йөрөгән килен. Уны был сарбаулауынан, сығып баҫып та, һаман иғтибар алалмай торған иренең еңелсә екереүе туҡтатты:
– Йә! Нимәһен һаман бызмырлайһың шунда! Былай ҙа бер өйөрһөгөҙ!
Ҡатын, шуны ғына көткәндәй, әле һаман һомғоллоғон юғалтмаған кәүҙәһенә йоҡа камзул өҫтөнән уратып бәйләгән иҫке шәлъяулыҡты сисеп, ағас туҫтаҡтағы йылы һыуҙа ҡулын сайҡап һөрттө лә йәнәшәһенә килә һалып баҫты. Унда ла тик тора алмай, әле иренең билбауын тартҡылап рәтләне, әле яғаһына үрелгәйне, тегеһе асыуһыҙ ғына ҡулын һелтәне:
– Ҡуйсәле, тартҡылама.
Абдрахмандың ике күҙе сауҡа аръяғынан килеп сыға торған юлда. Ҡоҙалар көтөп торғандары. Хәҙер-хәҙер ҡаршылаусыларҙың... Ана! Күренде лә...
Килеүселәр аҡлан юлына боролоп төшкәнсе, ҡунаҡтарҙы ун алты һыбай һәм ике арба итеп һананы. Хужаларҙың самалауы ла шул тирә ине.
Төркөм, баш осонда еңелсә саң уйнатып, ярайһы уҡ яҡынлашҡансы ла сырайы яҙылманы Абдрахмандың, танау бөгәрендә ҡушылып, былай ҙа уҫал төҫ биргән ялбыр ҡаштарын йыйырып, уйсан ҡарашын юлдан алманы. Уның был торошо ҡатынын борсоуға һала. Иҫкәртеү яһарға ҡыймай, һаҡ ҡына ҡулына ҡағылып ала. Тегенеһе аңлай. Шулай ҙа һөҙә ҡарап тора бирә. Ҡатынға буйһоноп өйрәнгәнме ни ул? Ҡатынға түгел, унан былайыраҡтарына баш бирмәгән бей әле ул. Бары ҡунаҡтар күҙ күреме яҡынлашҡас ҡына, эйәге күтәрелеп, ел-ямғыр ҡарайтҡан ҡарағусҡыл йөҙө яҙыла төшә. Унан, кисерештәрен эскә йомоп, ҡоластарын йәйеп алға атлай:
–Эһе-һе-ей! Ат уйнатып килеүселәр беҙҙең табынға микән!
Бөтөн был ҡайнашты икенсе тирмәнән дә күҙәтәләр. Ҡыҙҙар тирмәһенән. Алдан әҙерләнгән ектәргә, тишектәргә ҡыҙыһыныусан күҙҙәр ҡапланған.
Әлбиттә, был ҡараштарҙың барыһын да кейәү егете ҡыҙыҡһындыра. Кем икән? Кем икәнен беләләр инде: ҡыпсаҡтарҙың был яҡтарға йәйләүгә килеп ята торған Аҡбарыҫ атлы бейҙарының кинйә улы Айыухан. Тик уны әлегә бындағы ҡатын-ҡыҙҙың береһе лә күрмәгән. Абдрахман бейҙең өлкән улы Саптар йәйләүенә килеп йөрөй тиҙәр, ундағы еңгәләрҙең хәбәренсә, бик тә күркәм ир-егет.
Көнбикә, итәгендә кәләште әҙерләүсе бер еңгәһенең имсәк балаһын тотоп, был ғауғаға артыҡ ҡатнашмай ғына ултыра. Әлбиттә, кейәү уға ла ҡыҙыҡ, әммә апаһынан айырылыу хәсрәте ауырыраҡ. Ҡапылдан апайһыҙ торор ҙа ҡалыр микән? Апай тип, Баҙыяндың апайлығы ла инде. Улай тип өндәшеп тә тормай, былай ҙа, Көнбикә. Шулай ҙа, сама менән, апаһы унан ике-өс йәшкә өлкәндер. Аныҡ ҡынаһын бер кем дә белмәй. Баҙыянды Абдрахман бей ике туған ҡустыһының йәйләүенән барып алды. Мәрхүм ағаһының берҙән-бер улы яҙғы төндә йылҡы ҡыуған ҡаҙаҡтар менән бәрелешкәндә башына һуғылған ине. Шул һыҙланыуҙан миктәй алмай аңҡы-тиңке йөрөй торғас, төнгө йоҡоһонда йән биреп ҡуйғайны. Бәләкәс ҡыҙы менән йөклө ҡатыны ҡала ла, ҡатын да балаһынан бушана алмай, фани донъяға күсеп ҡуя. Килен тейешле кешеләрен тәрбиәләп ҡуйғас, Хафиза, әсәһен юғалтыуын әле яҡшылап аңлап та етә алмаған, әммә ниндәйҙер шомло хәл булыуын тойоуҙан ҡурҡып тирмә төбөнә һырынған кескәй Баҙыянды көсләп тигәндәй һөйрәп алып күтәрҙе лә, арбаға менеп ултырып, баланы бот араһына ҡуйҙы. Һыбай атланған иренә бер генә ҡараш һирпте ул. Тегенеһе керпек елпеп кенә хуплауын белдерҙе. Ҡайтҡас, үҙҙәренең бәләкәстәре Көнбикәгә ҡушып ҡарағайнылар ҙа, ҡайҙа инде, сыбыҡ менеп сабаулап йөрөгән малай холҡло ҡыҙҙарына был наҙлы ғына тыныс бала эйәрә алманы. Күберәген тирмәлә, аш-һыу, усаҡ тирәһендәге ҡатын-ҡыҙ янында булды. Хатта әсәй булараҡ һөйләр хәбәрен, әйтер һүҙҙәрен дә Хафизаға, күберәк Баҙыяндың бер үҙенә ишеттерергә тура килде. Сөнки Көнбикә үҫмер ҡоронда ла, инде еткәс тә, тау-урман буйында ла ат араһында булды. Ағалары менән ҡылыс ҡылыс алышыу, уҡ атыу, тай өйрәтеү, һунар итеү уның өсөн эйә тотоп сепрәк киҫәгенә текләп ултырыуҙан күпкә ҡыҙыҡлыраҡ ине. Яратҡан урыны - урман. Урмандан ҡурҡманы, ҡапыл инеп китеп юғалыр ҙа ҡапыл килеп сығыр булды. “Бисура” ҡушаматы ла ағайҙары тарафынан ана шуға бирелгән уға. Бер үҙе ҡыр-тау гиҙер, һунарға сығыр, төнләп юғалып йөрөр булғанға.
Был яҡта һөйләнелгәнсә, бисура – урман ҡатыны. Ул һыуһылыуҙай сибәр, ғифриттай көслө, йыландай хәйләкәр һәм үсле була. Бисураларҙың ир енеслеләре юҡ. Ирҙәрҙе улар кешеләрҙән ала. Яңғыҙ йәшәгән йәки аҙашҡан, юлдан яҙған, ҡатынһыҙ ҡалғандарға һунар итәләр. Күҙ ҡамаштырырырлыҡ төҫтә пәйҙә булалар ҙа, ирҙең һушын алып, арбайҙар. Башын юғалтҡан ир үҙ исемен дә иҫләмәҫ хәлгә төшә икән. Ул төн һайын шул бисураны көтә, зарыға, һарғая башлай. Кәрәген алған бисура юҡ була ла ҡуя, ә бахыр ир кибеп-ҡата. Ҡайһылары шул ауырыуҙан мандый алмай, ә ҡайһыларын, аңлап ҡалып, өшкөртөп йәки башҡа әмәлдәр менә, алып ҡалалар. Ир-егет артыҡ бошонһа йәки оҙайлы ауырыһа, “бисура эйәләмәнеме икән”, – тип фаразлайҙар.
Бисуралар тағы ла аттарҙы ярата. Улар атты менеп йөрөп, арманһыҙ итә, яндыра ала. Ҡайһылар уларҙы ат һәм ирҙең көсөн алып туҡланған йәндәр ҙә, тиҙәр.
Көнбикәнең бисуралығы урманға ғашиҡ булыуына бәйләнгән. Тағы ла ат өҫтөнән төшмәүенә. Еткән ҡыҙ булыуына ҡарамаҫтан, уның теләһә ниндәй ваҡытта ат өҫтөндә ҡырға сығып китеүе - ғәҙәти күренеш. Шул киткәндән тәүлектәр буйы юғалып тороуы ла артыҡ ғауға ҡуптармай ине… Быйылғы йәй атаһы сикләп аптырата. Бығаса малай булып йөрөгән балаһының ҡапыл ҡыҙ булып үҫеп етеүен аңғарғандан шулай итә ул. Быны ҡыҙ үҙе лә аңлай, әммә танырға теләмәй.
… Апаһын яратты Көнбикә. Тыныс, сабыр Баҙыяндың, үҙен көсләп ултыртып, сәсен тарап үргәндә йәки ятҡас, әллә ниндәй ғифриттәр, алпамышалар, мәскәйҙәр тураһында тарихтар һөйләүен, нәҙек кенә тауыш менән бәйеттәр көйләүен яратты. Ул-был эштәре өсөн әсәһенән сыбыҡ эләгеп, тышҡа сығыу тыйылған көндәрендә лә, йыуатыусыһы шул апаһы булды. Йәки Көнбикәнең үтенестәрен ата-әсәһенә еткереп, рөхсәт алышыуға булышлыҡ иткән дә ул ине. Алабарман бәләкәстәрен аҡыллы, йомшаҡ һүҙле оло ҡыҙҙары ҡурсалағанға бик ҡәнәғәт ине улары.
– Эһ! – тип тауышланып уҡ көрһөндө ҡыҙ, тик уның ҡайғыһы юҡ берәүҙә лә, барыһы ла тишек-тошоҡтан тышҡа төбәлгән.
– Ҡана! Мин дә ҡарайым әле шул кейәүегеҙгә! – тип, баланы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып алып, бер еңгәһен этәреп, уның урынына баҫты шаталаҡ.
Үҙәк тирмә янында ике яҡ күрешеп, хәл-әүәл алышып, бер аҙ ҡайнашты ла, ололата дәрәжәгә ҡарап бүленеп-бүленеп, эскә үттеләр. Улары ҡыҙыҡ түгел Көнбикәгә, ул, муйыл күҙен йүгертеп, йәшерәктәрҙе эҙләй. Әһә, анау ситтәрәк торған ике-өс егет араһындалыр, моғайын. Тик кемеһе? Ситтән ҡарағанда, өсәүҙең ҡайһыһы булһа ла яраған кеүек. Һәр береһе аяҡ-ҡуллы, һау-сәләмәт, көс-ғәйрәте ташып торғандай. Шул саҡ араларынан, бығаса арты менән торғаны, үҙҙәрен күҙәткәнде тойғандай, артына боролоп, был яҡҡа күҙ һирпте. Ҡараштан бигерәк, егетте таныуҙан салҡан ҡолап китә яҙҙы Көнбикә. Хатта ҡапыл тайшанып, ҡулындағы сабыйҙы ҡурҡытты. Әйтерһең, ярыҡтан ҡараған күҙенә бармаҡ менән төрттөләр. Ҡыҙ усы менән ауыҙын ҡапланы: нишләй ул бында? Ниңә килгән?
– Нимә? Кейәү атынан ҡолап төштөмө әллә? – уның ауыҙын ҡаплауын пырхылдауға алған еңгәһе үҙе тишеккә ҡапланды.
– Кем ҡоланы?! Кейәүме? Ҡайҙа? Кем?! – ҡыҙ-ҡырҡын, бер-берен этә-төртә, тышты күҙләне.
Бөтөн сетерекле хәлдә лә урманға һыпыртыуҙы ҡулай күргән Көнбикә, баланы аллы-гөллө балаҫтар өҫтөнә терәгәс, урҙалағы һырлы кәзәкейен тартып алды ла, сатанлап һикерә-һикерә, ситектәрен һала башланы.
– Ҡайҙа бараһың? – Баҙыян уның кейергә иткән итегенә йәбеште.
– Хә-хәҙер киләм…
– Ҡайҙа бараһың тағы?! Ҡоҙалар килгән, хәҙер бата башлана!
Көнбикәне был ғына хәбәр тота алмай ине. Уға тап ана шул ҡоҙаларға күренмәҫкә кәрәк тә инде! Шуға ул апаһының күҙенә тура ҡарап йылмайҙы, әммә шул уҡ ваҡытта итеген тартып та алды.
Баҙыяндың нәҙек нәфис беләктәре уның аҫау айғырҙарҙың башын ҡайырған таҫыллы ҡулдары менән көс һынаша аламы?
– Ошондай көндә лә ташлап ҡасаһыңмы? – тине апаһы иламһырап, итек ҡуңысын ысҡындырғанда.
Тирмә ишегенәсә эйәреп килеп, инәлеп ҡалды, тик һеңлеһе тыңламаны. Башта усаҡ тирәһендәге ҡатындар янына барҙы, унда бер аҙ күҙ буяғас, ҡунаҡ аттарын тәрбиләгән малайҙар тирәһендә торғандай булды ла, тирмәләрҙән күҙ күреме алыҫлашҡас, мал-тыуар тотолған кәртәләр яғына йән-фарман йүгерҙе. Бей ҡыҙының былай йөрөүе лә, хатта тағы ла артығыраҡ булған баш-баштаҡлығы ла яңылыҡ түгел бындағы көтөүселәргә. Тик бөгөнгө байрам мәлендә һәм аллы-гөллө күлдәк-ҡашмауҙарҙа итәк туҙҙырып сабып килеүе һағайтты шулай ҙа. Төшкө ашҡа туҡтап торған ялсылар араһынан олораҡ булған Боҫҡон ҡаршы атланы:
– Нимә булып китте, Көнөкәй?!
Тегеһенең үҙенән алда фарманы етә:
– Эйәрлә минекен!
Боҫҡон уға һорауҙар биреп, төпсөшөп өйрәнмәгән. Әйтер булһа, үҙе лә әйтә ул. Әле лә, етеҙ йөрөп, йылҡы араһынан ерән айғырҙы тотоп йүгәнләне лә, еңел күн эйәрен һыҡтырып ҡуйғас, боролоп эйелә биреп, ике усын ҡушарлап тотоп, алға һуҙҙы. Шуны ғына көткән ҡыҙ һеләүһен тиҙлегендә бер аяғы менән шул устарға баҫып этәрелде лә, эйәр өҫтөнә һикереп тә менде. Менгән ыңғайы итек үксәләре менән айғырҙың бөйөрҙәрен ҡыҫты. Уныһы үрәпсей биреп бер әйләнде лә алға йомолдо. Һыбайлынан: “Һин мине күрмәнең!” – тигән ауаз ғына һирпелеп ҡалды. Шул ҡыҙыулыҡ менән сабып барып, урман ауыҙына инеп тә юғалды.
– Был бисура мине бер ярҙырыр инде, – тип һөйләнә-һөйләнә кире аш тирмәһенә китте көтөүсе.
Оло тирмәлә эштәр көйлө барҙы. Ирҙәр араһында һүҙ беректе. Ҡалым, бирнә самалары һөйләшелде. Унан кейәү була торған саҡырып индерелеп, мулла менән атаһы араһына ултыртылды. Унан ҡыҙҙы, янындағы әхирәт-еңгәләре менән бергә алып килеп, шаршау артына урынлашҡанын сабыр ғына көттөләр. Унан бата уҡылды. Никах йолалары башҡарылғас, ирҙәр яғында ла, шыбырлашып ҡына ҡатын-ҡыҙҙар яғында ла, бер-береһен ҡуш ҡуллап, яурын ҡағып тәбрикләнеләр, туғанлашыуҙарын хуплап һүҙ-хәбәр әйттеләр. Ул арала Хафизанан ым көтөп кенә торған ашнаҡсылар аш-һыу ташый, берәүҙәр ҡул сайҙыра башланы. Ҡатындар үҙ тирмәләрендә, ир-ат оло тирәмлә никах мәжлесен асып ебәрҙе. Унан, төн уртаһы ауышҡас тигәндәй, йәш-елкенсәк сар-сыу килеп йәйләүҙән күпкә ситкә илтеп ҡуйылған кәләш тирмәһе янында тартҡылашты. Еңгәләр алаһын алып, эстән әхирәт ҡыҙҙар пырылдатып ҡыуып сығарылғас, кейәү, йыртыш баҫып эскә үтте. Еңгәләр, ишекте нығытып бикләгәс, ҡыҙар өйөрөн усаҡтар баҙлашҡан яҡҡа эйәртеп алып китте. Ә унда әле мәжлестең ҡыҙған ғына сағы ине.
Көнбикә йыуан тирәк ботағында салҡан төшөп ята. Асыҡтырған! Иртәнсәктән, төшкө мәжлесте көтөп, йүнле тәғәм ҡапмағайны, унан, ана, ҡасып китте. Хәҙер ята бына, эсе ғыуылдағанын тыңлап. Былай, теге егет тураһында уйлай башлаһа, эсен дә онота. Аллаһыу, иҫләүе лә оят инде…
… Ағаһының йәйләүенә тип һорап киткән ине. Уныһы үҙҙәренән көн ярымлыҡ юл. Был тәңгәлдәр уға таныш. Айына ике-өс килеп урай еңгәләрен, туғандарын күрмәгә. Шуға юлда төнләүгә урыны ла бар. Әле ятҡан дәү тирәктең яҫы ботаҡтары араһына тал-сыбыҡтан һәндерә эшләп ҡуйған. Иртәнсәк сыҡһа, көн ахырына ошонда килеп етә һәм атын тышап ебәргәс, ағасҡа үрмәләп менә лә ята.
Ул көн эңер төшә башлағас, төнлөгөнә етәрәк, шул тирәләге бер күлгә төштө. Төнгә бында өйрәктәр төшә торған, иртәнсәк осоп китеп бөтәсәктәр. Бер нисәһен атып алһа, еңгәһенә күстәнәс тә буласаҡ, үҙе лә хәҙер тамаҡланыр. Уҡ-һаҙағын әҙерләп тотоп, ҡамыш йырып бара торғас, алдынан зырылдап күтәрелгән өс өйрәктең берәүһенә төбәп керешен ысҡындырҙы. Офоҡ ситенә ауышып, һуңғы нурҙары менән күҙҙе сағылдырған ҡояшҡа ҡаршы тороп, уғының тейгәнен дә самалап өлгөрмәне, ҡош ҡамыш араһындағы һыуға “шап” итеп тә ҡалды. Ҡыҙ, ҡаты үләндәрҙе айыра-айыра, шул яҡҡа ыңғайланы. Килеп етеп, табышын күтәргәйне генә, ҡаршыһындағы йәшеллекте урталай йыртып… ир кеше килеп сыҡты. Бер мәлгә генә икеһе лә һынаулы ҡарашып, туҡтап ҡалды. Ҡыҙ шундуҡ билбау аҫтындағы хәнйәр һабына тотондо, ҡаршыһындағы ҡарашын күсермәһә лә, уның был хәрәкәттәрен самалап торҙо. Беренсе булып ир енесле телгә килде:
– Был өйрәкте мин аттым.
Көнбикәнең ҡаштары дуғаланып китте:
– Ҡасан? – үҙе өйрәген, тартып алып ҡуймаһын тигәндәй, артына йәшерҙе.
Тегеһе көлөмһөрәне:
– Әле генә, бына, – ул уҡһыҙ янын алға һуҙҙы.
– Мин дә аттым, – ҡыҙ эйәген күтәрә төштө.
– Һинең уғың ҡыя китте, күл ситенә төшкәндер әле, – мыҫҡыллы йылмайып, ауыҙ ҡыйшайта был.
– Минең уғым бер ваҡытта ла ҡыя китмәй!
– Бөгөн китте. Минең уҡ өйрәккә тейгәндә, һинеке шул тәңгәлдән үтте.
– Улайғас, ҡайҙа һинең уҡ? – хәҙер инде ҡыҙып китеп муйынынан тотҡан ҡошон һелкетте ҡыҙ.
Ир ынтылып, ҡоштоң ҡанлы ҡанатын тартып яҙҙы:
– Бына ошонан, ҡанат төбөнән үтә сыҡты.
– Сыҡҡан булһа, яталыр уғың, алып кил, – был һүҙҙәрҙән һунарсының ҡалын ҡара ҡаштары урталай һынды, яңы ғына һауалы көлөп торған йөҙө һөрөмләнде.
– Минең уҡ күлгә китте! Бына һинеке ярға осто, бар, һин табып алып кил. Уҡ тоҫҡай белмәгән көйөңә уйнап йөрөгәнсе… – егет уның ағаһынан ҡалған киң киндер ыштан-күлдәк өҫтөнән кейелгән йоҡа бишмәтенә,
башында ла ирҙәр көләпәрәһе булыуына күҙ йүгертте лә, аптырауын йәшерә алмай, һуҙа биреп ҡуйҙы – бисура һымаҡ… урманда…
Уның был албырғауынан файҙаланған Көнбикә боролдо ла китте.
– Әй! – хатта, һыу шаптырлатып, артынан атлағайны ла, шикелле, ҡыҙ ҡамыш араһына инеп ҡасты. Ярғаса һыу сәсрәтеп йүгергәс, итектәрен сисеп ҡалдырған ағасҡа тәңгәлләп барып, аяҡтарына кейҙе лә, табан ялтыратайым тип ҡалҡынһа, ергә ҡаҙалып торған уғын күреп, “аһ” итте. Үҙе, йәһәт кенә ауыҙын ҡаплап, алан-йолан ҡаранды. Теге һунарсы күреп ҡалмаһын, атаһын танытыр унда! Уҡты йолҡоп алып, икенсе ҡулына өйрәген эләктереп, урманға йомолдо. Шул хәлдә теге тирәккә тиклем йүгерҙе лә ҡуйҙы. Йөрәге дарҫлап типте, артынан ҡыуа төшкәндәрҙәй тойолдо. Барып етеп, ағас төбөнә ҡолағас та, әле шаңҡып ятты. Унан көлкөһө килде. Үәт бит! Үҙе яҙа атҡан да башҡаның табышын талап алып китте! Кем булды икән һуң ул һунарсы? Бығаса күргән кешеһе түгел. Ул да, аңлауынса, ҡыҙҙы танымай. Үҙе… үҙе һөйкөмлө генә лә ул…
Үҙ алдына үҙе көлөп, килеп сыҡҡан хәлде ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәреп, оҙаҡ ятты әле шул ерендә. Иҫләне лә тағы бот сабып шарҡылданы, әйткәндәрен хәтерендә яңыртты ла тағы һене ҡатып һығылды. Егеттең аптыраулы ҡарашын, юғалып ҡалыуын, ҡаршыһындағы йәш ҡыҙҙың ҡыйыулығына, хатта ир-ат алдында әҙәпһеҙ ҡыланыуына хайран булыуын ҡайта-ҡайта уйлап, бармаҡтарын шатырлатып һындырҙы, үҙе һаман сәсәп көлдө.
Өйрәген бешереп торманы. Хәҙер инде ут яғыуҙың хәүефле икәнлеген дә аңлай, икенсе яҡтан, бынауындай тәьҫораттарҙан һуң ашағыһы ла килмәне. Йоҡлап киткәнсе… Улай тиһәң, еңгәһе тирмәһендәге кейеҙ түшәктәр өҫтөндә аунап ятҡанда ла тирмә түбәһендәге уйымдан әлеге һунарсының нурлы йөҙөн күргәндәй булғайны.
Исем-атын белмәгәс, үҙен танымағас, уның кем икәнлеген һорашыр әмәле лә булманы. Башҡаса күрешмәбеҙ ҙә инде, тип уйланы. Хатта күрешмәҫтәренә шат та ине. Күрешә торған әҙәм булһа, ояты ни тора! Бей ҡыҙының алдатып ҡасҡанын бөтә ғәмғә фашлап, ер битле итер!
Йәй аҙағында булған хәл ине, әле урман өҫтө тимгелләнеп, көҙ башланып ҡына торған мәл, күп булһа, айҙан ашыу ваҡыт үткәндер. Һәм, уйламағанда, ошондай осрашыу: теге һунарсы уның апаһының батаһына килеп тора! Ҡунаҡ егете микән? Әллә ҡоҙаларҙың берәй балаһылыр ҙа әле!..
Ошоларҙы уйлап, көйөп ята торғас, йоҡлап киткән. Таңға өшөп уянды ла, үҙәктәге томан араһынан менгеһен саҡ табып алғас, ҡайтыуға ыңғайланы. Моғайын, ҡунаҡтар арып йығылғандыр, ипләп кенә инер ҙә ятыр, унан ҡайтышып бөткәстәре генә сығыр. Шундай ниәт менән шым ғына тирмәгә инеп, кесе ағаһының балалары араһына тәгәрәгәйне генә, еңгәһе килеп тә инде. Инде лә уның аяғынан тартты:
– Тор! Ҡыҙ тирмәһен барып асабыҙ хәҙер, еҙнәңдән бүләк алайыҡ.
– Миңә бүләк кәрәкмәй, – юрғанын башынан аша япмаҡсы ине, өлгөрмәне, уныһы ҡайырып та алынды.
– Бармағаныңды, етмәһә юғалып йөрөгәнеңде ҡәйнәм белһә, барыбыҙға ла эләгәсәк. Тор!
Теләкһеҙ генә күтәрелеп, бишмәте менән итеген яңынан кейҙе лә, йонсоған йоҡоло йөҙөн яҙа-йоҙа һыпырғылап, еңгәләре артынан эйәрҙе. Тирмә ишегенең бауын сисеп, шым ғына сырҡылдашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҡашына, ишекте кирә асып, кейәү килеп сыҡты. Еңгәһе, үҙе лә уңайһыҙланып, Көнбикәне алға этте:
– Бына балдыҙың бүләк көтә!
Алға төртөп сығарылған ҡыҙ, ҡапыл-ғара еҙнә була торған кеше алдына баҫып, ҡарашын күтәрҙе лә… артҡа ырғыны! Кейәү ҙә ҡуйынынан сығарған яулығын һуҙған килеш… көсәнеп йылмайҙы. Ул! Был – ул ине! Яулыҡты йолҡоп алды ла, апаһының хәлен дә белмәҫтән, хатта боролоп ҡарамаҫтан, йәйләүгә ҡарай һыпыртты. Күлдәк итәктәре йәлпелдәп кенә ҡалды.
Хоҙайым! Нишләп шуны сығараһың да тораһың юлыма? Аймылыш итергә, бөтөнләй юғалтып ҡуйырға булмаймы инде?!
Тирмә буйлап енләнеп йөрөй торғас, башына тағы ла бер хәҡиҡәт барып етте: ул – уның еҙнәһе! Атаҡ… Ҡыпсаҡтарҙың Аҡбарыҫ байының улы Айыухандың… өйрәген тартып алған да һаң?.. Һәм… еҙнәһе булдымы?.. Шул мәл һуңғы айҙарҙа төндәрен йоҡламай хыялланғандары, ҡап-ҡара йылҡы өйөрө булып, күҙ алдынан теҙелешеп үтте. Был исемһеҙ кешегә ул инде хәҙер шул хәтлем өйрәнгән, яҡын күргән, хыялында хатта түңәрәк тирмә ҡороп, уны шунда ҡаршы алып, оҙатып, балалар үҫтереп “йәшәп” ята ине бит. Әсәһе атаһын йәки еңгәләре ағайҙарын юлдан килгәндәрендә сығып тәбрикләгән кеүек, үҙен дә күҙ алдына баҫтырып, итеген һалдырырын, һыуһын һонорон… Ә ул – еҙнәһе… Апаһының… Апаһы! Бисура! Үәт, шаҡшы бисура, нимәләр сурытып, ҡандай ғәзиз апаһының ирен уйлап ултыра! Ҡамсы кәрәк һиңә!
Йә иларға, йә көлөргә белмәне ҡыҙ. Уға оят та, ғәрлек тә һәм үтә… ҡыйын да ине. Ни эшләргә белмәй, ҡоралай күҙҙәрен тирмә көймәләре буйлап йүгертте, ирендәрен тешләне, бер торҙо, бер ултырҙы. Ҡасҡыһы, кешеләрҙән дә, хатта үҙенән дә ҡасҡыһы, урман шырлығына инеп йәшеренгеһе килде. Ә тышта мәжлес дауам итте.
Кейәү оҙатырға сыҡманы Көнбикә. Уны хәҙер ҡоҙалар менән үлтергәндә лә күрештерә алмаясаҡтар. Ярай әле, әсәләрендә был ҡайнашта уның ҡайғыһы булманы. Бәләкәстәр араһында ултырып ҡалды, аңғарманылар.
Аҙаҡ апаһы менән икеһе араһында булған һөйләшеү ҙә күңеленә ятманы ҡыҙҙың.
– Еҙнәң бигерәк күркәм, әйбит? – тип ҡуйҙы, тегенеүенән туҡтап, уйланып ҡалған апаһы икеһе генә ултырғанда. Көнбикә уға сәйерһенеп ҡарап, яурындарын ғына һикертте:
– Әлләсе… Мин уны яҡшылап ҡараманым да.
– Бигерәк күркәм ирем булды инде минең, – унан тауышын баҫа төштө. – Мин уға иш була алырмын микән?
– Ә нишләп? Ул кем ул хәтлем, һине иш итмәҫтәй?
– Әллә инде… Ул бит шундай…
– Ниндәй? – эйәген сөйә биреп ныҡышты ҡыҙ.
– Бигерәк сибәр…әкиәт батыры кеүек. Ә мин…
– Ә һин унан да сибәрерәк, был тирәләге иң аҡыллы, иң уҡымышлы һәм иң… бай кәләш, – үҙенең тапҡырлығына үҙе ҡыуана Көнбикә.
Баҙыян һаман хисләнеп, эшенә яйлы ғына тотона алмай. Уның был хәлен күптән аңғара һеңлеһе. Кейәүенә ғашиҡ булған бит ул. Үҙенең иренә!Ҡалай бәхетле.
– Яратаһыңмы әллә шуны? – уйына эйәреп, һорап та ҡуйҙы.
Апаһы йыуаш йылмайҙы:
– Ирем булғас, яратам инде, һәр ҡатын ирен һөйөргә бурыслы.
– Булмай торһон! Ана, Тайма еңгә абышҡаһын күргеһе лә килмәй. “Дөмөкһә ярар ине”, - тип кенә тора.
– Туҡмай ҙа инде уныһы. Шуға асыуынан әйтәлер. Шулай тиһә лә, бергә ҡартайып баралар.
– Сәйҙә лә: “Хәлемдән килһә, бер көн дә тормаҫ инем”, – ти. Ул йәш тә инде.
Баҙыян ауыр көрһөндө:
– Йәш шул, бахыр. Ғүмере заяға үтә шул яртаҡыл менән.
Ҡыҙҙар бер-береһенә ҡарашып алғас, һәр береһе үҙ уйына сумып, тынып ҡалды. Шулай бер килке ултырғас, тынлыҡты Көнбикә боҙҙо:
– Әгәр һинең… һине туҡмар булһа йәки ҡыйырһытһа, мин уны алышҡа саҡырып… үлтерәм!
– Әс-тәғәфирулла! Көнөкәй! Ауыҙыңдан ел алһын, нимә уйлап сығараһың тағы? – апаһы аптырауҙан бот сабып көлдө.
– Ыссын! Бей балаһы, тип тормам!
Был хәбәрҙән ҡыҙҙар хәҙер инде икәүләп көлөштө. Улар тирмәһенән әле оҙаҡ ҡына күңелле ауаздар ишетелеп торҙо.
Туйға тиклем кейәүҙең кәләшенә килеп китеүҙәрен, Баҙыяндың өлтөрәп йөрөп әҙерләнеүенән башҡаһын күрмәне лә белмәне Көнбикә. Апаһы “Килә” йәки “Килде” тигәнендә иғтибарһыҙ ғына баш һелкете лә, тегеһе нимәлер һөйләмәксе булып башлаһа, шундуҡ һүҙҙе икенсегә борҙо йәки, унан да бигерәк, сығып һыҙҙы. Шулай ҙа мәле етеп, туй уҙғарылып, аҙнаға һуҙылған мәжлестәр тамамланып, ҡыҙҙы оҙатыу йолаһында сараһыҙҙан күҙләшергә тура килде уларға. Артыҡ ҡайғырмаһа ла, әллә шулай тейеш тип, әллә хисләнеп илаған апаһын арбаһына мендереп ултыртып, тағы бер ҡат хушлашҡас, менгеһенә атланып арба йәнәшәһендә торған еҙнәһенә лә тәртип йөҙөнән күтәрелеп ҡарарға мәжбүр булды. Һәм ҡайҙан былай иткән көнгә төштө. Һыбайлы ике ҡулы менән дә эйәр ҡашына таяна биреп, башын яртылаш борған килеш, туп-тура уға төбәлгән ине. Һауалы, мыҫҡыллы ҡараш менән. “Гөлт” итеп ҡалды Көнбикә лә - күҙҙәренән зәһәр осҡондар осто. Әгәр шул осҡондары уҡ булалһа, күптән аяҡ аҫтында ятҡан булыр ине кейәү тигәндәре.
Оҙайлы көндәр һәм айҙар эҙәрлекләне әле уны был ҡараш. Берсә асыуҙан буҙартты, берсә… сараһыҙлыҡтан илатты. Уны шул тәүге күргән көнөн ҡарғап бөтә алманы. Юғалтты тыныслығын ҡыҙ бала, юғалтты.
Урал тауҙарының артмаҡланып-артмаҡланып ятҡан үркәстәре араһындағы бер бөгәрҙә ҡышлай Абдрахмандың ауылы. Тәпәшәк ҡарағай өйҙәрҙе ҡалын ҡар тотошлайы менән тигәндәй ябып, йылы юрғанға урап ҡуйғандай. Ҡыйыҡтары ла шундай уҡ уртаға ярылған ҡарағайҙарҙан булмаһа, бынсама ҡарҙы күтәрер инеме икән? Ситтән ҡарағанда, бында тереклек барлығы аңғарылмаҫ та ине, көрт өйөмдәрен тишеп сығып, саф һауаға күтәрелгән төтөн бағаналары булмаһа.
Ошо һиллекте тау ҡабағынан күҙәтеп, күҙ алдындағы күренештәргә ҡапма-ҡаршы булған буранлы уйҙар солғанышында тора бей. Уны был күркәмлек тә, тынлыҡ та албырғата алмай. Тауҙар араһына инеп боҫоп ҡына тыныслыҡ таба алмаҫын да белә ул. Илгә яу килә. Әлегә уның еле генә иҫә, әммә хәбәре артынан ҡырғыны ла оҙаҡ көттөрмәҫ. Бындайҙы үҙ яҙмышында кисермәһә лә, ата-бабалары ғүмерендә үткәргәнен ишеткәне бар. Был ырыу-ара ыҙғыштар, ҡаҙаҡ-ҡайсаҡтар менән бәрелештәр кеүек кенә булмаясаҡ. Баҫҡынсылар килә. Ер-һыу, байлыҡ, мал талап, ҡан эсеп, әҙәм йәшен ҡойоп ҡаныҡҡан яттар юлланған был яҡҡа.
Уралға саҡлы килеп етерме улар? Башҡорттарға был яуға ҡаршы сығыу кәрәк булырмы? Әллә, ҡайһылар фаразлағанса, боролоп китерме? Башҡорт ерҙәренең далаларынан тыш, тау-урмандары һуғыш өсөн яйһыҙ булыуын иҫәпкә алырмы дошмандар, әллә киреһенсә, гүзәллегенә ҡыҙырмы? Оло һыу буйҙарында ерләнгән үҫәргән бейе Тоҡандан алынған мәғлүмәттәр буйынса, яу тап улар аша үтмәксе... Ҡаршы сығып та, унсама илдәрҙе, халыҡтарҙы баҫып килгән ғәскәргә ҡаршы тора алырмы һуң улар? Был бары илде ҡырҙырыу ғына булмаҫмы? Әгәр улар Ҡара диңгеҙ ярҙарынан боролоп китер булһалар, ҡаршы сыҡҡансы, киреһенсә, шул ерҙәр сигендә сәләмләп ҡаршы алып, ҡуйған талаптарын үтәп кенә ҡалыу хәйерлерәк булмаҫмы?
Тоҡан ғәскәрҙе яу менән ҡаршы алыу яҡлы. Әлбиттә, ул шул сиктә ятҡан үҙ ерҙәре, үҙ халҡы өсөн борсолалыр. Ҡурҡалыр ҙа, бәлки. Тик уны ғәйепләп тә булмай. Хатта хәйерле булмаған фекер йөрөтһә лә. Шуға уны аңларға, борсолоуҙарын да тейешенсә ҡабул тырыша Абдрахман.
Яу килеүе былтыр уҡ билгеле булғайны. Был хәбәр бығаса тырым-тырағай булышып, юҡ-бар сәбәп өсөн дә бер-береһенең алҡымынан алырға ынтылған бүреләр кеүек йәшәгән ырыуҙар араһында ниндәйҙер бәйләнеш ептәре һуҙҙы. Артыҡ һанлашмай, шулай уҡ артыҡ ҡонлашмай ҙа йәшәгәндәр, йәһәтләп, бер-береһенә яҡынайыу яғын ҡайғыртты. Был эштән үҙҙәре лә ситтә ҡалманы. Көҙ, ана, ҡыпсаҡтың Аҡбарыҫы менән ҡоҙалашып ҡуйҙылар. Хәҙер ике яҡты ла бәйләр сәбәп булғас, бәлә-ҡазаны уртаға һалып һөйләшә алалар. Ҡыпсаҡтарға йәһәтләп берәй ул да табып бирһә Баҙыяны, яҡшы булыр ине, тегеләрҙең бәғере ирей төшөр ине, тип тә уйлай Абдрахман. Тик ҡатыны был хаҡта ләм-мим әле – өндәшмәй.
Тоҡан бейҙең ебәргән илсеһенең тел төбөндә лә туғанлашырға теләүе һиҙелә. Ундай уйы булһа әллә, улдарының ике кесеһендә – бер генә ҡатын,
дала бейенең ҡыҙҙары бар, белеүенсә. Ике улы булған да, улары йәшләй үк һәләк булған, тип һөйләгәйне бит әле илсеһе. Шулай булғас, Тоҡан теләктәшлек итһә, ул ерҙәргә ҡыҙ һорап та барырҙар әле, кем белә...
Икенсе ҡатыны Хафизаның өйө тәңгәлендә туҡтап, ҡалтағайҙарын систе Абдрахман. Һуңғы көндәрҙә оло бисәһе Айымбикә ҡашында йәшәп торғайны, әллә олоғайыуы һиҙелә ҡатынының, әллә оҙайлы ҡыш йонсотто үҙен – мыжып, гел бәлә-ҡаза хәбәрен һөйләп, тәҡәтен ҡоротто. Ҡалҡынып-талпынып та бармай артыҡ, күберәк ялсыларын йомшауға һалыша. Ауырайып, һимереп тә китеүен мөрхәтһенмәй. Ҡыҫҡаһы, ялҡып китте унан ире. Әле шуға үҙе алдында орсоҡ ише өйөрөлөп-сөйөрөлөүсән, йылдам Хафизаһы тупһаһына боролдо. Был ҡатыны алты бала табып, шуларҙың дүртәүһен имен-аман ир еткерһә лә, һаманғаса йәшлек дәртен, шаянлығын һаҡлап ҡала алған, һығылма билле, иркә ҡарашлы. Айымбикәһен артыҡ хис-тойғоһоҙ ғына, атаһы Толомғужаның Ҡансура менән ҡоҙалашырға ынтылыуын аяҡ аҫтына һалып тапамауҙан, йолаға буйһоноп алғайны. Артыҡ сырайы яҙылмаҫ, йомоҡ, әммә инә бүре ише тоғро ҡатыны бер-бер артлы өс ул тапты. Инде өс балаға атай булып, алты-ете йәшлек ике олоһон эйәртеп һунарға сыҡҡанда, тау-таш араһында аҙашып,ҡайтыр юлын таба алмай йөрөп, хәлдән тайған күрше йәйләү ҡатын-ҡыҙын осратты. Ҡатындарҙың йәш булыуҙарына ҡарап, уларҙың аҙашыуына ла аптыраманы Абдрахман. Был яҡтарҙы белеп тә бөтмәйҙәрҙер, Иҙелдең бөтөнләй түбән яғынан килә улар йәйләүгә. Илашып бөткән төркөмдө эйәртеп алып барып, асыҡлыҡҡа сығарып ебәрҙе. Ебәрҙе лә ҡарашы менән күҙҙән юғалғансы оҙатып ҡалды. Күҙҙән юғалтҡас та, тора бирҙе әле шул урынында. Шаңҡып, үҙ халәтенә төшөнә алмай, балаларын да онотоп торҙо батыр. Нимә булды уға? Араларынан берәүһенә ҡараны ла ҡатты түгелме? Улай ярамағанын да аңлай, әммә эҫе ҡояш аҫтында оҙаҡ йөрөүҙән йөҙө ҡыҙарып, арыуҙан аяҡтарын саҡ һөйрәп килгән нәҙекәй ҡыҙ, әйтерһең, уны арбаны ла ҡуйҙы. Өҫ-башына, ҡыланыштарына ҡарап, кейәүҙә түгеллеген дә самаланы. Әгәр берәйһенең йәрәшелгәне генә булмаһа. Ҡатындар араһында тәпәшәгерәк йомороһо, Һеләүһендең ҡатынымын, тине. Абдрахманды сырамытып та, бәлки, әйткәндер. Һеләүһен менән йәштән таныш, ошо тирә йәйләүҙәр үткәрә торған яҙғы байрамдарҙа, йыйындарҙа осрашып, көс һынаша, күрешеп, ҡунаҡ булыша торғайнылар.
Абдрахманға оҙаҡ уйлап, икеләнеп ултырыу хас түгел. Ул хәл итә лә, башҡара ла ҡуя торған әҙәм. Дөрөҫ булһа ла, булмаһа ла теләгәнен эшләй ул. Был юлы ла, иртән тороп, күрше йәйләүгә китте, Һеләүһенде күреп, йомошон ярып та һалды. Мендәргә терәлеп ҡырын ятҡан еренән, бөтөн кәүҙәһе менән һелкенеп, оҙаҡ хахылданы йәштәше, унан тамаҡ төбө менән генә екереп, шул тирәлә өйөрөлгән ҡатынын саҡырҙы. Тегеһе килә һалып, ире ҡашына сүгәләне.
– Кемдәр менән еләккә сыҡтың төнәгөн аҙашҡанығыҙҙа?
Ҡатын ҡунаҡҡа “йәлп” итеп ҡарап алып, бармаҡтарын бөктө:
– Сәйҙә, Хафиза, Ҡәҙриә килен, Әсмә еңгә, мин...
– Кем йәшел күлдәктә ине?
– Йәшел күлдәктә? Кем тип... Хафиза булды микән?
– Нисә йәш Хафизаға?
– Ун туғыҙ булып киткән, шикелле.
– Нишләп ултырған ул бығаса? – ире ҡулындағы һөйәген хәнйәре менән тунаған арала ҡатынынан һорау алды. Тегеһе йәһәт кенә яуаплап торҙо:
– Әсәләре мәрхүм булғас, атаһы менән ҡустыһын кем тәрбиәләһен? Былтыр бер-ике ерҙән һоратып та ҡарағайнылар, риза булманылар.
– Атаһын ҡарайым тип, мәңге тора алмаҫ бит инде. – Унан Абдрахманға төбәп әйтте. – Беҙҙәге көтөүсе Янһары ағайҙың ҡыҙы ул Хафиза. Теләһәң, үҙем барам.
Ошо һөйләшеүҙән һуң, оҙаҡҡа һуҙмай, барҙы ла алды Хафизаны. Айымбикәһенең былай ҙа ҡоңғорт бите ҡарайып, күҙҙәре боҙ һалҡынлығын бөрктө, әммә һүҙ менән ҡаршы сыҡманы. Ата-баба йолаһы булғас, бей затын дауам иттереп, әллә күпме халыҡҡа, ер-һыуға, мал-тыуарға хужа булып йәшәп ятҡан бай ҙа булғас ире, ике түгел, дүрт бисә алһа ла, бер хәл дә итеп булмай ине. Бары көндәшенең сығышына ғына екһенеүен белдерҙе:
– Көтөүсе балаһын тиң итмәһәң инде.
Сығыуға ыңғайлаған Абдрахман, ишек бауына тотонғас, боролоп ҡатынына баштан-аяҡ күҙ йүгертте лә тыныс, әммә ҡаты өндәште:
– Ауыҙыңдан башҡа бындай һүҙ сыҡмаҫ ул. Ә?
Айымбикә ҡарашын ситкә борһа ла, ризалашыуҙы хуп күрҙе:
– Йә.
– Әссәлә-мәғәләйкүм!
Урындыҡта йөн аялап ултырған ҡыҙы менән ҡатыны, Абдрахманды күреү менән, йылдам тороп, йүгермәләп киттеләр. Ҡатыны ҡаҙан аҫтындағы ҡуҙҙарҙы өйөп, өҫтөнә ҡыу ҡарағай ботаҡтарын һындырғылап һалды ла, төтәтә-төтәтә өрөп тоҡандырып ебәрҙе. Ҡыҙы урындыҡ биләп ҡабарып ятҡан йөндө урап алып ситкә шылдырып, урынына сағыу тирүгә, йөн балаҫтар түшәне, мендәрҙәр ташланы. Атаһы урындыҡҡа терәлеүгә, көсәнеп тартып, уның болан тиреһенән тегелгән йөнлө итектәрен, сылғауҙарын систерҙе лә, ҡомған менән тас тотоп, тып итеп яңынан килеп баҫты.
– Минең бисурамда көс хәтәр инде, аяғымды ҡуша йолҡоп ала яҙҙы, – тип көлә-көлә ҡулын сайҙы Абдрахман.
Ҡыҙының бындай шаяртыуҙарҙы яратмауын белһә лә, Хафиза иренә ҡуштанланы:
– Ҡуй инде, үҙең һаман малай итеп алып йөрөткәс.
Көнбикә бирешмәүен белдереп, эйәген сөйә биреп баҫты. Аталы-әсәле был ҡыланыштан тағы ла күңеллерәк көлөштөләр.
– Шунан, ҡыҙым, Турысайҙы өйрәтеп буламы? – Абдрахман түшәктәр өҫтөнә яйлап урынлашып, ҡатынының ит-май теҙгәнен күҙәтеп ултырҙы.
– Ыңғайлауын ыңғайлаған һымаҡ та, ҡулға ла килә, һыйпата ла, тик мендермәй.
– Алла! Менеп тә ҡараныңмы әллә? – ир аптыраған була.
– Ырғып ҡарағайным, ҡуржырап, үрәпсеп китте-е!
– Ишетәһеңме, атаһы, өйөр айығырына һикергән. Шунан, тапап китһә, ул нимуйламаҡ кәрәк? Әйтһәңсе, тыйһаңсы өҙөп...
– Әсәң нимә тей, ана. Ҡабат улайтма, ҡырағай кейек менән һуғышып йөрөгән айғыр бит ул, бүренең башын йәнселтә тибә лә ҡуя. Унан өйөр башын өйрәтеү ҙә килешмәй, булһын ҡырағай.
Атаһын ашатып, уның күҙ ҡарашы аҫтында бер аҙ иркәләнеп ултырғас, эңер ҡуйыра биреүгә, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, күршеләге өләсәһе йортона йоҡларға китте ҡыҙ. Унда оло ағайҙарының бәләкәй ҡыҙҙары йыйылған. Шуларҙы юҡ-бар уйындар менән әүрәтеп, унан ятҡас, өләсәләренең әкиәттәрен тыңлап, төн юрғанын ябындылар. Ҡарға күмелгән мөһаббәт Урал тауҙарының бер бөгәрендә генә оялаған кескәй ҡышлаҡ, әсәһенең ҡуйынындағы сабый кеүек, тау түшенә һырынып, йоҡоға талды.
Яҙ үҙ көсөнә инеп, битләүҙәрҙә йәшел үлән морон төртөү менән, йәйләүгә күсеп киттеләр. Башта бер нисә көн алдан эшселәр ебәрелеп, улар ялан кәртәләрҙе, тирмәләрҙе әҙерләне. Унан мал ҡыуылды, улар артынан ылауҙар эйәрҙе. Дүрт көн шау-шыу менән күсә торғас, урындарына барып етеп урынлашыуға тағы ла бер нисә көн китте. Эргә-тирә ер-һыуҙы байҡап сыҡтылар, үҙгәрештәр юҡмы, яттар килмәгәнме? Был эштәр башҡарылғас, эре мал салып, йәйләүҙе ҡотлап ултырышып алдылар. Тағы ла бер аҙ баш-күҙ алғас, эргә-тирә йәйләүҙәргә, алыҫтағыраҡтарға сапҡындар ебәрелеп, йыйын йыйып алыу хәбәре ебәрелде. Был ырыуҙарҙың бер-береһенең хәлен белеү, тәбрикләшеү, аралашыу тәртибе ине.
Ҡырлас ай яртылаш тулып, аяҡ өҫтө баҫып тороуға ҡунаҡтар килә лә башланы. Ҡунаҡ булышыуҙан бигерәк, илдә барған шөбһәле хәбәрҙәр тулҡынында булған ырыу башлыҡтары, был саҡырыуҙы кем башлар тип, көтөп кенә торалар ине. Иң беренсе ҙур ғаиләһен эйәртеп, Аҡбарыҫ ҡоҙалары килеп етте. Апаһын һағынған Көнбикәгә икеләтә байрам булды. Тик Баҙыян ауырлы булып, үтә лә хәлһеҙ һәм көйһөҙ икән. Ул тамағына аҙыҡ һайлап килештерә алмай, туҡтауһыҙ уҡшып, ҡоҫоп йонсоно. Был хәлдәге апаһын күреп, еҙнәһен тағы ла нығыраҡ күрәлмаҫ булды ҡыҙ. Шул ҡупымға бала табам тип, ҡаҡ һөйәккә ҡалған да һаң!
Барыһы йыйылып бөтөп, инде ике-өс көндәй һыйлашҡас ҡына, иң алыҫтағы үҫәргәндәр килеп етә алды. Тоҡандан иң дөрөҫ хәбәрҙәр булырын белгәс, уны көтмәй ҙә мөмкин түгел ине. Ул бит Оло һыу буйынан килә. Ҡаҙаҡтарҙың да, урыҫтарҙың да, башҡа халыҡтарҙың да яңылыҡтарын алып килә.
Быйылғы уйын-көлкө лә ғәҙәтенсә булманы, шом барыбер үҙенекен итте, барыһы ла, ярыштарҙан бигерәк, аҡһаҡалдарҙың нимә хәл итерен ишетергә теләне. Ахырҙа, ирҙәр оло тирмәгә тупланып ултырҙы. Башта Тоҡанды тыңланылар. Унан, янғын кеүек гөлтөлдәп, бәхәс ҡупты. Һәр кем үҙ уйын әйтеп ҡалырға, һүҙен өҫкә сығарырға тырышты. Олораҡтар өндәшмәүҙе хуп күрҙе, йәшерәктәр яғалашыуға барып еткәндә генә, екереп туҡтатты. Беренсе кис шулай ғауғалы булып, дөйөм фекергә килә алмайынса тамамланды.
Икенсе көн дә шул башланмаҡсы ине, Абдрахман, хужа булараҡ, теҙгенде үҙ ҡулына алды:
– Ағай-эне, ҡарыҡҡан ҡорт ише булмайыҡ әле! Аҡһаҡалдар һүҙен алға ҡуяйыҡ, шунһыҙ был йыйындан фәтеүә булмаясаҡ. – Унан һаман тыныслыҡ һаҡлаған ололарҙың иң абруйлыһы – бөрйән ырыуы аҡһаҡалы Томанға йөҙ борҙо. – Томан ағай, һин нимә уйланың?
Томан, дәрәжәһен белеп, һаҡалын семеткеләп ултырған еренән, ҡалҡына биреп яурындарын яҙҙы ла, үткер күҙҙәре өҫтөндәге саллана башлаған ҡаштарын йыйырып һүҙ башланы:
– Һуғышҡа ҡалай ҙа әҙерләнергә кәрәк буласаҡ. Әммә ғәскәр менән сығырға түгел. Ҙур көстө артта ҡалдырып, яу менән килеүселәргә ҡаршы барырға. Теләктәшлек белдерһәк, улар беҙҙән күпме һыбайлы һорар? Биш меңлек? Ун? Бирербеҙ! Риза булырбыҙ, тик илгә индермәбеҙ. Инер булһалар, улар ғәскәр генә талап итмәҫ. Шуны булдырмау яғын ҡарар кәрәк. Унан, Тоҡан бей әйтеүенсә,ҡаҙаҡтар ҙа ярҙамға килмәксе.
Уның хәбәренән һуң, башҡалар бер тына шым булып торҙо ла бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы:
– Яуҙың борлоп китерен кем белә? Бармы ундай хәбәр?
– Тоҡан бей әйтеүенсә, ғәскәр башҡорт иле аша уҙасаҡ!
– Ҡаҙаҡтарҙың беҙҙең менән булырына ышанаһығыҙмы?
– Баҫҡынсылар килешеүгә риза булмаһа, ул ғына ғәскәр ҡаршы тора алмаясаҡ бит, ниңә төп көстө эстә ҡалдырабыҙ?
Аҡһаҡалдарҙың береһе, Ҡазыхан, ҡулдарын күтәрҙе, тағы шым булдылар.
– Ҡаҙаҡтарға ышаныс юҡ, тик яу мәлендә беҙ улар ярҙамынан баш тармайбыҙ. Заманында, уларға бәлә килгәндә, беҙ ҡалҡындыҡ, хәҙер улар бурысын ҡайтармаҡсы. Шулай булһын.
Тоҡан бей алып килгән хәбәр буйынса, яу башҡорт иле аша үтмәксе, тик беҙҙең тағы ла төпкәрәк үтә алыусы кешеләребеҙ ҙә бар. Улар әйтеүенсә, яу диңгеҙ яры буйлап үтеп китәсәк. Беҙ был хәбәрҙең икеһенә лә әҙер булырға бурыслы.
Батырҙар, бейҙәр, тархандар тағы шаулашты, төрлө фараздар менән баш ватты, ҡысҡырышып талашып, төкөрөк сәсеп, бәхәсләшеп алды. Унан тағы тындылар, тағы аҡһаҡалдарҙы тыңланылар, тағы фекер төйнәнеләр. Иң ахырҙа, Томан, Абдрахманды албырғатып, шулай тип ҡуйҙы:
– Тоҡан бей, һин сик буйында, яу юлында ла иң беренсе һин буласаҡһың. Иң ауыры ла һиңә төшәсәк. Тик беҙгә һинең тоғро булыуың, һүҙеңдә тороуың кәрәк.
Уның тел төбө ҡайҙа алып барыуын яҡшы аңлап торһа ла, Тоҡан ҡаштарын өҫкә сөйөп, аптыраған төҫ сығарҙы, ҡапыс күҙҙәрен көсләп асып төбәлде.
Аҡһаҡал дауам итте:
– Аралар ышаныслы булһын өсөн, туғанлашыуҙан да яҡшыраҡ юл юҡ икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Шунлыҡтан, Абдрахман бей, Тоҡан бей менән арағыҙҙы нығытып ҡуйыу зарур.
Бейҙәр бер-береһенә ҡарашып алды. Абдрахмандың был хаҡта уйлағаны ла булғанлыҡтан, ризалығын белдереп, баш ҡаҡты:
– Бындай хәйерле эш уң булыр.
Тик артабанғы ишеткәндәренән телһеҙ ҙә ҡалды.
– Абдрахман, Тоҡанға һинең ҡыҙҙы йәрәшеп ебәрәйек, алып китһен. Уның менән ебәрәсәк кешеләрҙе лә билдәләйек. Ошо бәлә-ҡазаларҙы йырып сыҡһаҡ, оло туйы ла булыр.
Артабан нимәләр хаҡында һөйләшелгәнен ишетә лә, аңлай ҙа алманы Абдрахман. Тоҡандың ҡыҙын улдарының береһенә алып бирәм, тип торғанда, берҙән-бер ҡыҙын ошо ташбаш ҡартҡа тотторҙо түгелме? Ҡорға индерелгән өлкән улы Аллағол, тызырайып, атаһына ҡарап ҡалды. Ул да эштәрҙең былай әйләнеп китеүенән ҡәнәғәт түгел. Тик ҡапылдан, ҡаршы сығып, ҡауға сығарыу ярамай ине, һәм Абдрахман, тешен ҡыҫып, йыйынды йомғаҡлап ҡуйҙы.
Артабан Абдрахмандың тирмәһендә сыр-сыу ҡупты. Хафиза, ғүмерҙә ҡыланмағанынса, ике усы менән башын ҡыҫып сүгәләп, үкһеп илап ебәрҙе. Хатта һәр ваҡыт сабыр булған өлкән байбисә Айымбикә лә, ҡулдарын күкрәгенә ҡаушарып, шаңҡып ҡалды. Ҡустылары ҡапылдан өндәшергә ҡыймайыраҡ торһа ла, Аллағол ярһыуынан бер урында тороп сыҙай алманы.
– Риза булмаҫ кәрәк, атай! Бындайға юл ҡуймаҫҡа кәрәк! Тоҡанға биш ҡыҙ биреп ебәргәндә лә, ышанып булмаясаҡ! Атай!?
Абдрахман алдындағы тулы туҫтағына төбәлеп, ауыр тын алып ултыра бирҙе.
– Һин өндәшмәһәң, мин барам! Тоҡанға биреп ебәрер ҡәрендәшем юҡ!
– Йә! – Атаһының ҡаты тауышы туҡтатты уны, – сыпранлама улай. Үҙем инәрмен иртәнсәк аҡһаҡалдар ҡашына.
Тик иртәнсәкке һөйләшеү ҙә бер нәмә лә бирмәне. Шулай булырын һиҙгәйне лә инде Абдрахман. Томан ҡарт ҡыҙып уҡ китә яҙҙы.
– Илде һаҡлап ҡалыу өсөн ут йотҡанда, һин, Абдрахман бей, үҙеңдекеләр өсөн генә йән атаһыңмы? Яу килер булһа, ундай ҡыҙҙарыбыҙҙы өйөрө-өйөрө менән ҡыуып алып китәсәктәр. Ни эшләрһең шунда?!
–Улдарымдың берәйһенә Тоҡандың ҡыҙын алырбыҙ, тигәйнек бит.
–Улайтып йөрөр ваҡыт юҡ. Тоҡанды ҡулға килеп эләккәнендә ҡороҡлап ҡалырға кәрәк. Уны һуңынан тотоп булмаясаҡ.
Быны үҙе лә аңлай бей. Тик балаһы өсөн йөрәге әрней. Әллә, бәлки, кәрәк тә булмаған туғанлыҡ өсөн ҡорбан итә бит ҡыҙын.
Был һөйләшеү иртәнге аш артында барһа, кискә салынаһы малдар айырып алынды, таңдан тороп әҙерлек башларға тейешле ялсылар йыйылды, ҡунаҡтар өсөн тирмәләр ҡоролдо. Бөтөн был эштәр менән Айымбикәнең үҙенә етәкселек итергә тура килде, Хафиза иһә илауҙан хәлһеҙләнеп йығылғайны. Уға ҡушылып, Баҙыян да буҫлыҡты. Көнбикә үҙе генә күҙен сылатманы. Йәш түгеп кенә бер нәмә лә үҙгәртә алмаҫын белә ине ул. Ҡорҙа
хәл ителгән икән, тимәк, был эште туҡтатыр көс юҡ. Шулай тип уйлаһа ла, ниндәйҙер битарафлыҡ, хатта тыныслыҡ биләне үҙен. Әйтерһең, ул бына-бына нимәлер килеп сығырын, был бәләнән ҡотолорон белә. Еңгәләре үҙен әҙерләгәндә лә, никах уҡығанда ла, йәйләү ситендәге тирмәгә алып барып бикләп ҡуйғандарында ла ҡаршылыҡ күрһәтмәне, хатта артыҡ бошонманы ла кеүек. Кейәүҙе оҙата килгән еңгәләр ҙә артыҡ тауыш сығарманы, хатта сауҙалашманылар ҙа. Бей тотторған бүләктәргә риза булып, йәһәт кенә индереп яптылар ҙа киттеләр. Был хәл уларҙың да күңеленә хуш килмәй, үҙҙәрен хилаф эш ҡылып йөрөгәндәй тоялар ине, күрәһең.
Тоҡан, эскә үтеп, сыра менән генә яҡтыртылған ярымҡараңғы тирмәлә күҙе өйрәнгәс, улай-былай ҡаранып, кәләшен эҙләне. Унан, тирмә төбөндәге ҡараңғылыҡҡа боҫҡан аҡ һынды шәйләп, күпмәләр өҫтөнә үтеп ауҙарылды ла ҡыҫҡа йыуан аяҡтарын һуҙҙы. Арығайны ул, һитә балынан иҫереп тә өлгөргәйне. Уйламағанда кейәү булып китеү мәшәҡәттәре лә йонсотҡайны.
Артына ҡайҡая биреп, ҡыҙ яғына ҡараш һалды. Быны аңлаған кәләш, килә һалып, уның итектәрен тартып систерҙе. Ҡыҙҙың аяғын һалдырғанда, һыу алып килгәндәге хәрәкәттәрендә сағылған һығылмалыҡҡа, артыҡ ҡабаланмай, әммә йылдам ҡыбырлауына иғтибар итте Тоҡан. Ҡарашында ла артыҡ ҡурҡыу тойолмай. Башын эймәй, эйәген күтәрә төшөп, үтә ҡарай, әйтерһең күрмәй ине. Булыр, тип уйланы, Тоҡан. Анау һауалы Абдрахмандың ҡыҙы ла һаң, ҡанын һығып эскәндә лә сер бирмәйәсәк улар.
Бында килгәндә, аяҡтарын саҡ һөйрәп, бына-бына йығылып йоҡлап китер хәлдә ине ҡарт кейәү. Әле эргәһендә мәшәҡәтләнгән нәҙекәй һынды ҡарап ултыра торғас, уның ойоп барған ҡаны яйлап ҡына бығырлап ҡайнап китте. Киң күлдәк эсендә йөрөгән йәш тәндең шыйғалаҡлығын тойғандай булды. Ҡаршыһындағы бынау нәфис муйын, юнылған йүкә ағасындай аҡ йөҙ, ҡоралай күҙҙәр уға булырға тора ла һаң. Шул уйынан шәбәйеп китеп, туҫтаҡтан ҡымыҙ ҡойоп маташҡан кәләшенең алға төшкән бер толомонан тотоп тартты. Йәнәһе, шаяртты. Әллә хужалығын белдереүе булдымы. Толомо артынан ҡыҙ ҙа янына ҡолап китер, тип уйлағайны ла. Тик ни аралалыр усындағы толом һелкә тартып алынып, кире артҡа ташланды. Йылғырлыҡҡа, уның ҡулын һелкетә тартҡан көскә аптырағандай булды ла бындай ҡыйыулыҡҡа йәне көйҙө. Һимеҙ бите тимгел-тимгел булып ҡыҙарып бүртенде, танау ярыҡтары киңәйеп тышылданы. Үҙ ҡатындарының берәйһе бындайҙы ҡылғанда, күптән тибелеп осор ине лә – сит ерҙә, бындай урында улай итеү ярамаҫ. Ярай, мәле етһен әле, өйрәтермен мин һине, тип эстән янап, кәләше һуҙған ҡымыҙлы туҫтаҡты ғына һелтәп ебәрҙе. Һауыт кейеҙҙәр өҫтөнә тәгәрәп китте. Уны алырға тип ынтылған ҡыҙҙы, беләгенән эләктереп түшәктәр өҫтөнә атты. Уныһы түшәккә тейер-теймәҫтән, һеләүһен етеҙлеге менән кире ҡалҡынды ла тирмә ышығына һырынды. Тәбиғәте менән тупаҫ һәм ҡанһыҙ булған һәм ҡатын затын әҙәмгә һанламаған Тоҡанға кәләштең буйһонмауы бөтөн тәртиптәрҙән дә сығып киткәндәй күренеш ине, һәм ул, кәүҙәһенә хас булмаған етеҙлек менән тороп, ҡыҙ янына килде лә, баяғы толомон алып, усына ураны. Сәсе артынан яҡынлаша барған йөҙгә ҡаҙалып ҡарап тора биргәс, билендәге һалып өлгөрмәгән хәнйәрен сығарып, толомдо төбөнән ҡырҡып ебәрҙе. Ҡапыл ысҡынған ҡыҙ артына ҡолап китте лә, тоҡосланып ҡалған сәс төбөн һәрмәп, ҡото осоуҙан ауыҙын асты, әммә тауышы сыҡманы.
Тоҡан ҡулындағыларын ташлап, ултырған килеш артына шылышҡан ҡыҙҙың һыңар аяғынан эләктереп алып, үҙенә табан һөйрәне. Шул ыңғайы уның өҫтөнә ауып, нескә кәүҙәне бирән ҡорһағы менән иҙҙе.
Ауыр һын аҫтында баҫылып ҡалғас, Көнбикә, еңгәләре өйрәткәнсә, күҙҙәрен сытырлатып йоморға ла күпмелер ваҡыт түҙергә булып, үҙен ҡулға алырға иткәйне лә, тик... ике яҡҡа яҙылып һуҙылған ҡулдары тирмә балаҫы өҫтөндә, ашығып, ярҙам эҙләне... һәм тапты. Бармаҡ остары бая ситкә ташланған хәнйәр һалҡынлығын тойоу менән, ҡыҙҙың аңы үҙенә буйһонмаҫ булып томаланды ла ҡуйҙы. Шул халәтендә ул хәнйәр һабын усына ҡыҫып алып, төбөнә ҡәҙәр өҫтөндәгенең муйынына ултыртты. Ҡорбанының күлдәген өҙгөләп-йолҡҡолап маташҡан көсләүсе, ҙур башын артҡа сайҡап бер-ике генә ғырылданы ла, баяғынан да ауырыраҡ булып, һәленеп төштө. Ә ҡыҙ, ҡапылда нимәләр булғанын аңларға тырышып, өҫтөнә аҡҡан ҡанға ҡойоноп ята бирҙе. Унан, үле кәүҙә аҫтынан көскә шылып сығып, ҡалтыранған ҡанлы ҡулдары менән берсә башын, берсә битен, беләктәрен ыуаланы. Күҙен йөҙтүбән ятҡан киң арҡанан, хәнйәр сосорайып торған йыуан муйындан ала алманы. Ҡалтыраныуы бөтә тәненә таралып, тештәрен шаҡылдатты. Шулай күпме ултырғандыр, яйлап аңы асылып, ысынбарлыҡҡа ҡайта төшкәс, нимә ҡылғанын аңларлыҡ булды. Ул кейәүен сәнсте. Кейәүен генә түгел, ҡорға килгән түңгәүер бейен үлтерҙе! А-а-аһ!.. Үлтерҙе-е... Төҙәтә алмаҫлыҡ хата эшләне. Хәҙер, таң атыуға, еңгәләре килер ҙә, был хәлде күреп йөрәктәре ярылыр. Атаһына хәбәр итерҙәр, уныһының сәсе ағарыр. Нишләтерҙәр уны? Ат ҡойроғона бәйләп ебәрерҙәрме, әллә таш менән атырҙармы? Нимә эшләтһәләр ҙә эшләтһендәр, тик атаһына ғына күрһәтмәһендәр. Юҡ, атаһының йөҙөнә ҡарарлыҡ көсө юҡ уның. Ҡасырға?.. Ҡасырға! Алыҫҡараҡ, ҡырғараҡ... атаһына күренмәҫкә, йөҙөнә ҡарамаҫҡа...
Бер ынтылыуҙа муйында торған хәнйәрҙе һурып алды ла, тирмә кейеҙен буйҙан буйға ҡырҡып, шул ектән, ҡыҫылып, тышҡа сыҡты. Эстәге ҡан еҫенә уҡмашҡан һауанан һуң саф ел битенә килеп бәрелде, ярты башының ауыр толомдан яҙып өлпөрәгән сәсен туҙғытты. Күкрәген тултырып тын алды ла, әҙәм осрамаҫтай яҡты самалап алып, урманға ҡарай йүгерҙе. Күпме ара үткәндер ул, ағас-сатырҙарға һуғылып, төпһәләргә эләгеп ҡолап, һаҙлы-һыулы ерҙәрҙә бата-сума талсыҡҡансы йүгерҙе лә йүгерҙе. Ахырҙа, бер тау үренә етеп, хәлһеҙләнеп ҡоланы. Ятып-ятып салҡан әйләнде, күк йөҙөнә һибелеп, моңһоҙ ғына емелдәшкән йондоҙҙарға төбәлеп тә бер килке ятты. Шундай быуындары таралған, ҡыл ҡыбырлатыр ҙа хәле юҡ кеүек. Былай инде бер ҡайҙа ла бара алмаҫ. Ошо тирәлә, түбәндәрәк күл булырға тейеш, шунда барып етә алһа, төшөр ҙә тынысланыр ине. Нишләп был уй башына баяраҡ килмәгән? Бына ла һуң ҡотолоу юлы – күл... күл...
Аҡтыҡ көсөнә ҡалҡынып, тәнтерәкләп түбәнгә китте. Ана, ул күл саҡ ҡына аҫтараҡ, дымлы еле килеп етә, саҡ ҡына, саҡ ҡына... Хатта ҡулын да алға һуҙған ине, ҡапыл ҡаршыһына, ҡараңғылыҡ йыртып, дәү бер һын пәйҙә булды ла һыңҡылдатҡансы төкөп тә ауҙарҙы. Әле генә әлһерәп килгән
Көнбикәлә һунарсының һаҡланыу һәләте уяндымы, ул “йәлп” итеп кире аяғына баҫты ла, тегенең, алыҫая биреп, кире килгәнен көтөп, һағайып ҡалды. Туп-туп итеп кире яҡынлашты был. Күҙҙәрен киң асып, шул яҡҡа төбәлгән ҡыҙ, теге килеп еткәнсе, уның һыбайлы икәнлеген аңғарҙы. Сүгәләй биреп, атының теҙгененән алырға тип әҙерләнгәндә, әлеге мал был юлы, килеп етер-етмәҫтән туҡтап, тапанып ҡалды. Туҡта! Был бит...
– Буҙайғыр! – Ҡыҙ һағайып ҡына малға яҡынланы, – Буҙайғыр?.. Был һинме, Буҙайғыр?..
Ат сиҙәмле йомшаҡ ерҙе һеңкетә баҫып урынында тапанды, танауынан һыҙғырған тауыштар сығарҙы. Йә һөжүм итә алмай, йә боролоп китә алмай өйөрөлдө.
Көнбикә уға яҡынлашҡандан-яҡынлашты:
– Кил әле бында... Буҙайғыр, был һин бит... Кил... Кил миңә...
Бына ул бейек ғифриттең яңағына ҡағылды, ус йөҙө менән муйынынан үтте. Айғыр, моронон сөйөп, артҡараҡ шылды, фырылданы.
– Буҙайғыр, аҡыллым, һин белмәйһең нимәләр булғанын... Һин белмәйһең... Буҙайғыр?.. Ҡалайтырға?..
Илап-зыулап ялына йәбешкән ҡыҙҙың ни һөйләгәнен аңламаһа ла, уның үҙенә ышанып һарылғанын төшөндөмө йылҡы, шым булып, үңәсен һуҙа биреп ҡалды. Унан был, сапсан сая әҙәм, елкә бөгәренә бармаҡтарын батыра төшөп, һикереп арҡаһына менеп ултырғас та, алып ташларға ашыҡманы. Башта һыр бирмәү өсөн генә үрәпсене лә, өҫтөндәге теҙҙәрен ҡыҫа төшөп һылашып ятҡас, ҡапыл алға ырғып, юртып китте. Бара биргәс, тау-таш яңғыратып кешәнәп ебәрҙе. Уға яуап итеп тегән-бынан шундай уҡ ауаздар килде. Артында гөрһөлдәгән тауышҡа боролоп ҡараһа, хайран булды Көнбикә. Айғыр артынан бөтөн өйөрөн дә эйәрткән ине. Улары, йәшенле ямғыр шикелле булып, геүләп-даһырлап килә.
Аллағол, атаһы менән ҡырҡа һүҙгә килешеп, никах башланмаҫ борон уҡ байрамды ташлап ҡайтып киткәйне. Аҡһаҡалдарҙың эште былайға бороуы ла, атаһының шулар ыңғайына тороуы ла, башына һыйманы. Тоҡанға ышаныу мөмкин түгел ине, уныңса. Хатта Көнбикә уның ҡәрендәше булмаған хәлдә лә, әллә ҡайҙа ятҡан, улар менән уртаҡ көнө-эше булмаған үҫәргәндәр менән туғанлашыу файҙаһыҙ эш, тип ҡараны. Ә инде ҡыҙҙың уның берҙән-бер яратҡан һеңлеһе булыуы бигерәк тә өҙҙө үҙәген. Уларҙың ҡырҙа йөрөгән ҡоралай шикелле генә туғаны, шул ҡояшҡа ҡарайған ит мискәһенә була торғаны бармы? Үлтереп, ергә һалыу яҡшыраҡ түгелме был хәлдән?
Уға Айыухан да эйәрҙе. Ауырлы ҡатынын әсәләре ҡашында ҡалдырып, үҙе һыбай Аллағол ылауҙарын оҙата киткәйне. Ирҙәр көн оҙоно өйрәтеүгә тай айырыу менән булды. Мал, ер-һыу, ҡорҙа ҡаралған мәсьәләләр хаҡында һөйләштеләр, ләкин икеһе лә Көнбикәнең Тоҡанға бирелеүе тураһында һүҙ ҡуҙғатманы. Һәр береһе был хәлде үҙ эсенә йомдо. Тыштан йәшәйештә була торған ғәҙәти хәл итеп күрһәтергә тырышты. Кем ҡыҙын кемгә бирмәгән? Бығаса нисә быуат шулай булған һәм артабан да шулай булыр. Уларға
бирелгән ҡатындарҙан рөхсәт һорап торғандармы ла, үҙҙәре киләсәктә балаларынан ризалыҡ алып торорҙармы?
Эңер алдынан тамаҡ сылатыуға тирмәгә инеп ултырғайнылар ғына, ҡарауыл ярҙамсыһы атылып килеп инде:
– Бай! Ҡырҙа йылҡы өйөрө күренде! Бик ҙур өйөр, бында ҡарай елә.
– Кемдең өйөрө? – Аллағол, һауытына эйелгән башын да ҡалҡыта алмай, аптырап һораны.
– Белмәйем.
Ирҙәр ашығып тышҡа сыҡты, тик менгеләренә һикереп өлгөрмәнеләр, өйөр күтәргән саң болото йәйләүгә яҡынлашып, алдағы малдар күҙгә салынғайны инде. Барыһы ла шаҡ ҡатышып, ер ябып килгән сапҡынға төбәлеп ҡалды. Һәм күҙ алдарына асылған күренешкә ышана алмай торҙолар. Йылҡы алдынан ер емертеп юртып килгән дейеү ҙурлыҡ айғырҙа Көнбикә елә ине. Ҡасандыр аҡ булған күлдәге йыртылып, ҡанға буялып бөткән. Менгеһенең киң арҡаһына киреп ултырған балтырҙары ябыуһыҙ, ап-аҡ булып, әллә ҡайҙан ялтырап килә. Ярты бите тотошлайы менән, нимәгәлер буялып, ҡарайып ҡатҡан. Бер толомо юҡ, шул яҡ сәсе туҙған...
Ни булғанын төшөнмәһә лә, бәлә барлығын самалаған Аллағол, айғырға ҡаршы ашыҡты. Менге йәнәшләү менән ынтылып һыбайлыһын һөйрәп алды. Тегеһе ҡапылдан аяҡтарына баҫа алмай, сүгәләп төштө. Ағаһы яурынбаштарынан ҡыҫып тотоп, тартып торғоҙҙо:
– Көнөкәй! Көнөкәй, нимә булды?
Көнбикә иҫен юйып барыуҙан йомола башлаған күҙҙәрен көскә асып, шыбырлап өлгөрҙө:
–Үлтерҙем... мин... үлтерҙем уны...
Шул хәбәренән һуң ағаһының ҡулдарына һулып төштө.
Аллағол, ҡыҙҙы күтәреп, тирмәгә йүгерҙе. Бөтөн был күренештең шаһиты булған Айыухан да, хәл нисек кенә сәйер булмаһын, ҡаушауын тышҡа сығарманы, эйәрмәне лә. Айғыр артынан килеп етеп, яланды тултырғандан-тултыра барған өйөргә ҡарап, ялсыларға фарман бирҙе:
– Ҡыуығыҙ айғырҙы, һыртҡа бороп ебәрегеҙ, алып китһен өйөрөн.
Үҙе тирмә янында йүгерешкән ҡатын-ҡыҙҙы күҙәтеп торҙо ла, ҡунаҡ тирмәһенә юлланды. Нимәлер булған, унда, Абдрахман йәйләүендә Тик нимә?
Шул уйҙар менән баш ватып ултырғанда Аллағол килеп инде. Йөҙө үтә лә борсоулы ине. Айыухан уға төбәлеп ҡалды.
– Көнбикә Тоҡанды сәнскән.
Ирҙәр һаман ҡарашып тора бирҙе. Ниһайәт, икенсеһе телгә килә алды:
– Нисек... сәнскән?
– Шулай, үлтергән.
Айыухан былай барҙы, тегеләй үтте лә кире ҡаршыға килеп барҫты:
– Нимә була инде хәҙер, ә, Аллағол?
– Белмәйем...
Ирҙәр, түшәктәргә сүгәләп, тынып ҡалды. Тик күпме генә ултырһалар ҙа, бер нәмә лә уйлап таба алмайҙар ине.
– Хәҙер, үҫәргәндәр беҙҙе һатлыҡйәнлектә ғәйепләйәсәк, яу алдынан үҙ-ара ыҙғыш сығыр инде.
– Көнбикәне нишләтерҙәр икән? – Айыухан бөтөн кәүҙәһе менән дуҫына боролдо, уны әлеге ваҡытта күберәк ошо һорау борсой.
– Язаһын сығарырҙар инде... Тик мин инде уны рәнйетергә бирмәм, – Аллағолдоң тауышы ҡаты сыҡты.
– Мин дә.
Был мәл көндөң ахыры ине. Ә уның башы икенсе йәйләүҙә ошолай башланды.
Ҡунаҡ ҡарап арыған Абдрахман, артыҡ ашап-эсеүҙән дә ярайһы уҡ ауырайып, эсендә урғыған утын баҫып йөрөп тә хәле бөттөмө, таң беленә башлауға ятып киткәйне. Тик йоҡлап өлгөрҙөмө-юҡмы, Һатыбалы, икенсе улы килеп уятты. Уятты ла әҙәм ышанмаҫ хәбәр еткерҙе:
– Тоҡан бей үлтерелгән.
–Ҡайҙа? Нисек үлтерелгән? – Абдрахман йоҡо аралаш буталды.
– Тирмәлә ята, муйынына сәнселгән.
– Көнөкәй? Көнөкәй ҡайҙа? Тереме?!
–Ул юҡ.
Йәйләү ситендәге тирмәгә ҡарай малайҙар шикелле сапты бей. Ахылдап барып инһә, кейәү булғаны ысынлап ҡанға туҙып ята. Улдарының береһе тирмәнең ҡырҡылған ерен күрһәтте. Ултыра төштө Абдрахман:
– Ах-х! Бисура!
Асыуы алҡымына килеп ыҫылданы:
–Табығыҙ! Ер аҫтынан булһа ла табып алып килегеҙ! Быуам! Үҙ ҡулдарым менән быуып, ергә һалам!..
Күҙ асып йомғансы, хәбәр йәйләүҙе урап сыҡты ла, халыҡ кәләш тирмәһе янына йыйыла башланы. Барыһы ла асыҡланып, фараздар ҡылынғас, аҡһаҡалдар башта бейҙе тәрбиәләп ерләргә, унан, тереме-үлеме, ҡыҙҙы табып алып килергә ҡушты. Артабанғы яҙмыштар шул арала хәл ителәсәк ине.
Тоҡанды ерләп ҡуйҙылар, әммә ҡасҡын табылманы. Аллағолда булыу мөмкинлеген самалап, унда ла барып ҡаранылар, әммә эҙенә төшә алманылар. Ҡыҙ һыуға төшкән кеүек ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Ахырҙа, Абдрахман: “Ҡабаттан күрешергә яҙмаһын”, – тип бәддоға әйтеп, ҡул һелтәне. Аҡһаҡалдар менән кәңәшләшеп, Тоҡан бейҙең үлеме хаҡындағы хәбәрҙе ырыуына үҙе алып китте. Уға, ныҡышып, улдарының береһе лә эйәрҙе. Ҙур булмаған төркөм менән томанлы таңғы иртәлә юлға сыҡты улар. Ауыр кисерештәр ҡосағында, яҡындары менән йүнләп бәхилләшмәй ҙә, ҡатындарына бөтөнләй күҙ ҙә күтәреп ҡарамай, һуңғы көндәрҙә яҙылмаған да ҡаштары аҫтынан һөҙә ҡарап сығып киткәйне. Ошо китеүенең мәңгелеккә булыуын белмәгәс...
Аҙна тигәндә арманһыҙ булып барып төштөләр улар үҫәргәндәр еренә. Уғаса икһеҙ-сикһеҙ далаларҙы, ағасһыҙ таулыҡтарҙы, эреле-ваҡлы йылғаларҙы үттеләр. Тоҡандың үлемен ишеткән кейәүҙәре йыйылды. Артыҡ бошонған кеше булманы, шулай ҙа һорау алдылар.
– Үлтереүсе ҡыҙҙы, атаһы менән бергә, тереләй күмделәрме?
– Ҡыҙ табылманы.
– Атаһын нишләттеләр?
– Атаһы мин үҙем.
Был яуаптан үҫәргәндәр өнһөҙ булып уға ҡарап, бер килке ултырып алды. Унан тағы дауам иттеләр:
– Ҡорҙа нимә хәл ителде? Башҡорт иле ҡалайтмаҡсы?
– Яуға әҙерлек бара, былтырҙан алып инде. Тик бәрелеште булдырмаҫҡа, баҫҡынсыларҙың шартына риза булырға килешелде.
Шунда Тоҡандың өлкән кейәүе, мыҫҡыллы йылмайып әйтте лә һалды:
– Бәрелеш былай ҙа булмаясаҡ ул. Баҫҡынсыларҙың яу юлы диңгеҙ ярына сыҡмаҫы былай ҙа билгеле.
–Улай булғас, ни өсөн Тоҡан бей беҙҙе яуға күтәрә? – Абдрахман ярһыуынан ҡалҡына биреп үк ҡуйҙы.
– Ә уныһын бейҙең үҙенән һорап ҡалырға ине, – бының мәрәкәһенә башҡалар ҙа ҡушылып, ауыҙ йырҙы.
– Бер халыҡ була тороп, һеҙгә беҙҙең ил ташлап сығыуыбыҙ нимәгә?
– Илдә ҡораллы көс булмауы нимә өсөн кәрәк һуң, бей? Ошо йәшеңә етеп, шуны ла аңламаныңмы ни?
Былар һаман нимәнәндер мәрәкә табып хахылдашты. Был хәл тамам екһендерҙе Абдрахманды. Ул ошо урында, һөйләшеү тамамланғанлығын белдереп, аяғүрә баҫты ла, баш һелкеп хужаларға рәхмәт белдереп, ишеккә ыңғайлағайны ғына, арҡаһын, тап умыртҡа һөйәге тәңгәлен генә, нимәлер көйҙөрөп ебәрҙе. Тик һөжүм итеүсегә боролоп өлгөрмәне, шундай уҡ ут тағы ла бер нисә урынын бешереп алды. “Һатлыҡтар! Шаранай, улым...” булды бейҙең һуңғы уйы, ҡолар алдынан. Был ваҡытта улы менән ярандары туҡталған тирмәлә лә шундай уҡ үле кәүҙәләр тәгәрәшеп ята ине инде. Төн йөҙөндә кәүҙәләрен арбаға тейәп алып сығып, бер соҡорға ырғытып күмделәр. Тоҡандың үсен шулай ҡайтарҙы ҡаҙаҡтар менән бер һүҙле булып өлгөргән үҫәргәндәр.
Таш ҡыуышында йәшәгәненә ике ай булып бара Көнбикәнең. Аллағол ағаһы алып килеп йәшергәйне. Әллә күпме ваҡыт инде ағаһының үҫмер игеҙ малайҙарынан башҡа кеше менән аралашҡаны юҡ. Атаһының үҫәргәндәргә китеп ҡайтмағанын да белә. Һаман көтәләр әле, өмөтләнәләр. Артынан ебәрелгән сапҡын, оҙатып ебәрҙек, беҙҙең ерҙәрҙе үткәнсе имен-аман инеләр, артабанын белмәйбеҙ, тигән генә хәбәр алып килде. Ана ҡайтыр, бына ҡайтыр, тип көттө бөрйәндәр бейен, тик көн артынан көн, аҙна ялғап ай үтте – Абдрахман менән улы күренмәне. Ҡуша киткән кешеләренең дә береһе лә юҡ.
Был бәләлә үҙен ғәйепле тойған ҡыҙ, зарығып ултырыуҙы, ултырыуҙан бигерәк, уйланып һыҡрауҙы күтәрә алмай, уҡ-һаҙағын тота ла урман-тау араларына сығып китә. Саҡрымдарҙы урап, арып-талып ҡайтып йығыла.
Әле лә ҡайтыуына игеҙәк ҡустылары көтөп ултыра. Тик кенә ултырмағандар әле, балыҡ мәскәүләп, япраҡҡа төрөп быҡтырғанд
эргәһендә мәшәҡәтләнеп йөрөп, апайҙарының арттарына килеп баҫҡанын аңғармай ҡалғандар.
– Ҡурҡыттың! – Аҡбулат һикереп китеүгә, Аҡҡужаһы ла тертләне.
– Э-эй, һеҙҙең һунарсы булыуығыҙҙы, – тип көлдө Көнбикә. – Елкәгеҙгә төртмәйенсә күрмәҫһегеҙ ҙә. Ҡустылары уның шаяртыуына күнеккән, үпкәләүҙең ни икәнен дә белмәйҙәр.
– Ана, әсәй һалғандары тегендә, – Аҡҡужа мәмерйә эсендәге моҡсаларға иҙәне, – быныһын бына беҙ бешерҙек, – тип, бармаҡтарын өрә-өрә уттан балыҡтарын алып, йәлпәк ташҡа теҙҙе.
Асыҡҡайны ҡыҙ, ҡустылары эргәһенә сүгәләп, еңгәһе һалып ебәргән аҙыҡ-түлекте лә ҡушып, ашанырға керештеләр.
– Олатаңдан хәбәр юҡмы? – яуапҡа малайҙар балыҡ ҡылсыҡтарын ялтыратҡан арала баш ҡына һелкете.
– Атаңдар ҡасан юлға сыҡмаҡсы?
– Билгеһеҙ.
– Еңгәм ҡалай? Ҡыҙҙар?
– Арыуҙар.
Малайҙар менән йүнләп һөйләшеп буламы ни? Һорауыңа ла яуапты бер һүҙ менән генә ҡайтара ла ҡуялар. Унан ҡалһа, бөтөнләй баш ҡағып ҡына ла аралашырға мөмкиндәр. Шуға уларҙан артығына өмөт итмәгән Көнбикә, үҫмерҙәрҙе ашатып-эсергәс, түшәк-кейеҙҙәрен тышҡа, усаҡ эргәһенә алып сығып, урын йәйҙе. Унан ҡустылары ҡырына һуҙылып төшөп, уттың ағас киҫәктәрен ялмап бейеүен күҙәтеп ятты. Һуңғараҡ, ҡараңғылана барған күктә емелдәшеп йондоҙҙар ҡабына башлағас, был өсәү яратҡан уйындарына тотондо.
– Ана, Аҡҡош сыҡты!
– Был яҡтан Арыҫлан күренде, ҡара!
– Ҡош юлының ҡойроҡ яғы күренә башланы!
–Дала яғынан килгәндә, беҙҙең ерҙәргә юлығыу өсөн ижауҙың һабына ҡарап китәбеҙме, әллә башынамы?
– Башына! – малайҙар бер ауыҙҙан яуаплай.
– Һеҙҙең йәйләү тапҡырында Сергә ҡайһы тәңгәлдә тора?
–Тап тау һыртына тура килә.
–Ана! Ижауҙың олоһо асылды!
Һанашып арыған малайҙар мышнашып йоҡоға талғас та, һаман күккә төбәлеп ята бирә Көнбикә. Әленән-әле тороп усаҡҡа өҫтәй, ҡустыларының өҫтәрен яба. Унан, бары тик таң беленеүгә генә, шомло уйҙары менән көрәшә-көрәшә арып, серемгә китә.
Бейҙәрен көтөп ала алмаған бөрйәндәр, саҡырыу килгәс тә, башҡа ырыуҙарға ҡушылып, юлға әҙерләнде. Баштан аяҡ ҡоралланған ғәскәрҙәр, күҙ күреме етмәҫ алыҫлыҡтарға һуҙылып, ашыҡмай ғына Урал һырттарын үтеп, дала яғына ағылды.
Һуғышсы булырлыҡ ир-егеттәр китеп бөткәс, йәйләүҙәр бушап ҡалды. Өлкән ир заттарынан бары тик һаҡсылар ҙа, көтөүселәр генә ҡалды. Ағаһының йәйләүенә төндәрен генә килеп йөрөһә лә, бындағы
бошонҡолоҡто, толҡа юҡлығын аңлай Көнбикә. Еңгәһе лә шиңеп ҡалған. Аҡҡужаһы менән Айбулатына атай кәрәк. Анау бәләкәс ҡыҙҙарына ла, икенсе еңгәһендәге сабыйҙарға ла. Атай кәрәк шул. Көнбикәнең үҙенә лә бик кәрәк тә бит атаһы...
Апаһынан “килеп ет” тигән хәбәр алды әле. Бәпәй табыр мәле етәлер, янында булыуын теләйҙер. Хәҙер уның ире лә өйҙә юҡ, барғанда ла була.
Игеҙәк малайҙар оҙатыуында, үҙе лә ирҙәр кейемендә юлға сыҡты Көнбикә. Иркен күлдәк-ыштан өҫтөнән уҡ-ҡылыстан һаҡламаҡҡа баҡыр тәңкәләр һалынып эшләнгән күн күкрәксә, ҡалын күн ҡайыш, һәм өҙәңгегә ҡулайлаштырып, ҡалын үксә һалып тегелгән шундай уҡ күн итектә ҡустыларынан саҡ ҡына өлкәнерәк йәш егеткә оҡшап ҡалғайны ул. Етмәһә, толомдары ла юҡ. Өлпөрәп яңы үҫеп килгән сәсен, соңҡаһында бәйләп, көләпәрә менән баҫтырып ҡуйған.
Бындай төҫтә ҡатындар тирмәһенә килеп ингәс, ашҡа ултырышып йөрөгән ҡатын-ҡыҙ сар-сор итеп ҡалды. Унан Баҙыян батырып кейелгән башлыҡ аҫтындағы нескә яңаҡтарҙы танып ҡалды.
– Көнөкәй! Бисура! Ниндәй ир икән, тип торам, – апаһы ауыр ҡорһағы менән уңайһыҙ аушаңлап тороп маташты.
– Ҡоҙасамы ни? Кит, ҡырҙа осраһа танымаҫ инем, – апаһының ҡәйнәһе, ярымһуҡыр әбей, былай ҙа танымаҫ ине инде, шулай тигән булды.
– Сәләм бирҙек был табынға, – Көнбикә апаһының эргәһенә сүгәләп, тулышып ҡабарған күкрәктәренә башын терәп алды. – Ни хәлдәһең, апайым?
– Аллаға шөкөр, – һеңлеһенең тәүгә “апай” тиеүенән ҡәнәғәт ҡалды. Ире китеүгә көйөнһә лә, Көнбикәһенең килеүенә үтә лә шат ине йәш ҡатын.
– Аҡбулат менән Аҡмырҙа ла килде, тышталар.
– Сөйөмбикә, бар малайҙарҙы ирҙәр тирмәһенә алып барып ашат, һуңғараҡ эргәләренә барырмын, – тип янында өйөрөлгән урта йәштәрҙәге ҡатынға фарман бирҙе Баҙыян. Апаһының ярайһы уҡ байбисәләрсә була башлағанын аңғарып, уның өсөн ҡыуанып ултырҙы ҡыҙ. Юғиһә, үтә йыуаш булып, һөйләшкәндә лә тауышы саҡ сыҡҡан Баҙыянды сит ғаиләлә берәү ҙә ишетмәҫ инде, тип борсолғайны. Ана бит, апаһы ялсылар йомшарға, иренең оло хужалығына эйә булып ҡалырға эшкингән. Тиҙҙән туптай ул да табып бирһә, бөтөнләй бикә булыр ҙа ҡуйыр.
Апаһы менән төн ауғансы һөйләшеп ятып, һуң ғына йоҡоға киткән Көнбикә, йәй аҙағына һарҡыу йыбанып ҡына һыҙыла башлаған томанлы таң алдынан ҡапыл тертләп уянды. Уянды ла, йөрәкһеп, күргән төшөн хәтерләргә тырышты. Тик күпме генә борһаланып ятһа ла, иҫләй алманы. Ахырҙа, һаман тыныслана алмағас, ипләп кенә тороп, бишмәтен яурынына һалып, тышҡа сыҡты. Офоҡта, бурһыу-һорғолт булып болоттар йыйылған яҡтан, саҡ ҡына көн яҡтыһы беленә. Шул яҡтылыҡ яланды күҙ күреме аса ла. Тирә-яҡ тып-тын. Ҡыҙ шул тынлыҡҡа төбәлеп, тора бирҙе. Әммә күңелендәге ярһыу ҡайтманы, киреһенсә, ул көсәйә барып, ниндәйҙер шомға әүерелде. Ҡыҙ, һағайып, бер оҙон ялан осондағы урманға, бер аяҡ аҫтына төбәлде, башын ҡош шикелле улай-былай ҡыйшайтҡылап тора торғас, борсолоуының инешен таба алмай, тирмә алдындағы үләне ҡырылған һуҡмаҡҡа ятып,
ҡолағын терәне. Унан башта бер ни айырмаҫ геүләү килеп торғандай булды ла, бер ни тиклем ваҡыттан уларҙың күмәк ат тояҡтары баҫыуы икәнлеге асыҡланды. Һикереп тороп, эскә йомолдо Көнбикә, бишмәтен ҡайыш менән быуып, уҡ-һаҙағын яурыны аша һелтәне. Унан һаҡ ҡына апаһын уятты:
– Баҙыян. Баҙыян! Уян әле.
–Ни булды?- апаһы күҙҙәрен асмай ғына һорай.
– Бында һыбайлылар килә, аҙ түгелдәр. Кемдәр булырға мөмкин? Ирең берәй нәмә әйтеп китмәнеме?
Апаһы башын ҡалҡытып, йоҡоло битен һыпырҙы:
– Юҡсы... Ундайҙы миңә әйтмәҫ инде. Һаҡ бар ҙа инде, улар беләлер...
Баҙыяндан кәрәк яуап ала алмаҫын аңлап, сығыуға ташланды ла, ҡапыл туҡтап, кире килде:
–Тор һин, әйҙә, йәйләү ситенә атла. Йылға буйындағы таллыҡҡа төшөп ултырып тор.
– Ҡуйсәле, йәйләү тирәләй һаҡсылар бар...
– Баҙыян! Һиңә әйтәм! Тиҙ бул! Ағым буйлап аҫҡа төш! – шулай тине лә үҙе сығып йүгерҙе. Шул тиҙлектә малайҙар ятҡан тирмәгә барып инде:
– Аҡбулат! Аҡмырҙа! – тегеләр күҙ асып йомғансы аяҡ өҫтө булды:
– Әү!
– Һыбайлылар килә!
Үҫмерҙәр эргәһендәге шул тиҫтер тағы ла бер нисә малай, ашыҡ-бошоҡ кейенешеп, ҡорал-маҙарын алып тышҡа йомолдо. Ул арала ҡарауылдарҙың береһендә ут бағанаһы күтәрелде: һөжүм! Башҡалары тоҡандырып өлгөрмәне, күрәһең...
–Тоҡсаба! Тоҡсаба!!! – сиктә торғандарҙан бер һыбайлы былай сапҡан, уның һөрәне көткәндәрҙең һиҙемләүен иҫбатланы.
–Аттарға! – Көнбикә бар көсөнә йылға ярында торған менгеләренә ҡарай атылды. Ҡустылары, оҙон ботло егеттәр, уны үтеп китеп, алдараҡ һикерешеп менделәр ҙә:
–Тарауы-ыл! Тарауы-ыл! – тип үҙ орандарын һелтәп, менгеләрен ярһытып, бер тирәлә әйләндереп, бөйөрҙәрен типкеләгәс, тегеләре тамам айбарланып, алға һикерҙе.
Ул арала йәйләүҙә шау-шыу ҡупты. Ҡатын-ҡыҙ ҡоро күлдәксән көйө йүгерешеп сыҡты, түшәктән тырнап торғоҙолған бала-саға сар-сор илашты. Берәүҙәр һыбай атланды, икенселәр арба егеп маташты. Һаҡта ҡалған ир-егет уларҙы өйөрөп урманға ҡыуҙы:
– Ағаслыҡҡа!! Ағаслыҡҡа йүгерегеҙ!
–Ташлағыҙ! Күтәрмәгеҙ бер нәмә лә! Йүгерегеҙ йылға табан!
Тик халыҡ ҡасып өлгөрмәне. Ялан осондағы томан араһынан аттар кешнәүе, ҡылыстар сыңлауы, һуғышсыларҙың ажарланып ҡысҡырғаны, яралыларҙың асырғаныулы өҙөк ауаздары айырым асыҡ ишетелә торҙо ла, бер төркөм атлы томан йыртып асыҡҡа килеп тә сыҡты. Көнбикә менән был яҡта, тирмәләр алдында, көтөп торғандар уларға ҡаршы ынтылды. Өҙәңгеләренә үксәләрен ныҡ терәп, һығылмалы нәҙек кәүҙәһен артҡараҡ ташлай биреп терәлеп, балтырҙары менән юрғаһының ҡабырғаларын ҡыҫып, уны төркөмдө урай биреберәк һуҙылып сабырға мәжбүр итте ҡыҙ.
Бындай алымға өйрәнгән менге, килеүселәрҙән бер аҙ ҡырыныраҡ тартты. Өҫтөндәгеһе янын әҙерләп тотоп, һыңар ҡулы менән яурынындағы уҡтар ҡаурыйын һәрмәне. Уҡ атымы ара алғас, керешенә уҡтарып ҡуйып ҡына өлгөрҙө. Улары, зырлап, осто ла осто. Осто ла, һәр береһе сәбен табып, берәүҙе эйәрҙән һелтәп төшөрҙө. Уртала алышыусыларҙы ике ҡат урап сапты ул шулай. Ахырҙа, уҡтары бөткәс, ярһыуына баш була алмай, сабып барып, берәүҙе яны менән киҙәнеп ҡолата һуҡты. Тик икенсеһе атының янбашына суҡмар менән ултыртты, малҡайы артҡа тантып барып ҡолай башлағас, ергә тәгәрәне лә, менгеһе менән тапатырға килгәндең ат тояҡтарынан ҡасып, ситкә һикерҙе. Теге һаман килде. Былай ғына ҡасып ҡотола алмаҫын аңлаған ҡыҙ, ҡылысын ҡыҫып тотоп йөҙтүбән ауған һуғышсының ҡоралын ҡайырып алып, һөжүм итеүсе атын үрәпсеткән ыңғайы, йылан тиҙлегендә ҡабырғанан сығып, ҡылыс осон һыбайлының бөйөрөнә ҡаҙап алды. Бындайҙы көтмәгән дошман эйәр башына бөгөлөп төштө. Буталышта ҡаңғырған менгеһе уны шул килеш елтерәтеп алып та китте.
Тамам яҡтырған яланда баҫып алыусылар күбәйгәндән - күбәйҙе. Йәйләүҙе һаҡлаусыларҙан ҡалған бәләкәй бер төркөмдө уртаға йомарлап ҡыҫып, дөрөп алып барҙылар. Ҡамауҙа ҡалғандар яралы бүреләр ише айбарланып алышты. Улар инде тере ҡалмаҫтарын аңлап, һуңғы тамсы ҡандарын ошо ергә түкмәксе ине. Хәлде аңлаған Көнбикә, ҡолағанда бер аҙ ҡаймыҡтырған аяғында сатанлай биреп, ситкә йүгерҙе. Әммә уны аңғарып ҡалдылар һәм артынан һыбай төштө. Һаман йүгереүенән туҡтамай, етеп килгәндең ҡайһы яғынаныраҡ тәңгәлләшерен күҙ ҡыры менән самалап, бая эләктергән ҡылыс ҡынын усында ҡыҫты ҡыҙ. Ағаслыҡҡа етәрәк кенә, ҡыуыусының ат тыны елкәһенә бәрелде, бына-бына уның суҡмары ла башына төшә тигәндә генә, йәнтәслим ҡасып барыусы ҡапыл боролдо ла, ҡыҙып килгән менгенең йүгәненә йәбешеп, бөтөн көсө менән аҫҡа тартты. Бындайға әҙер булмаған бахыр ат, туҡтап өлгөрә алмай, һөрлөгөп барып ҡолап китте. Атынан алғараҡ тәгәрәгән һуғышсыһы ҡалҡынып маташҡайны ла, арттан елкә тәңгәлен сыйып үткән ҡылыс уны кире ауҙарҙы. Сабыусы ҡоралын шул кәүҙә өҫтөнә ташланы ла шырлыҡҡа инеп сумды.
Тал-муйыл араһын көскә айырып, эйелә-бөгөлә, һуғыла-бәрелә төпкәрәк ашыҡты Көнбикә. Баҫҡынсыларҙың ҡалғандарҙы ҡырып бөткәс тә, ҡасышҡан ҡатын-ҡыҙҙы эҙәрлекләргә тотонорон белә. Шулай ҙа йәйләүҙекеләрҙе үҙҙәренекенән бер нисә ир яландың икенсе осо тапҡырынан эйәртеп алып киткәнен дә аңғарҙы. Тимәк, былар шул яҡҡа юлланасаҡ. Бында, бәрелеш булған тәңгәлдә, эҙләмәҫтәр ҙә әле, тигән өмөт тә бар. Шулай ҙа ҡабаланырға кәрәк. Ул бит Баҙыянды ошо яҡҡа ебәргәйне. Һыу буйына төш тигәйне. Тыңланымы икән? Әллә йоҡо аралаш аңлап етмәй ҡалдымы? Әллә башҡалар менән бергә киттеме?
Йылғаға килеп сыҡҡас, яр буйлап бер аҫҡараҡ, бер өҫкәрәк йүгерҙе. Унда ла түҙмәй, шаптырлап һыуға төшөп китте. Ағым ыңғайына аҫҡа атланы. Апаһына ағым буйлап төшөргә ҡушҡайны, көн ярым тирәһе атлағанда
үҙҙәренең йәйләүенә барып сығырға була. Шулай итһә, аҙашмаҫ, тигәйне. Тик Баҙыян, тирмә янынан ике аҙым китеп өйрәнмәгән Баҙыян, быны беләме инде?
Көҙгө һыу һалҡыны күн итектәрен ебетеп инеп, ҡыҙҙы алыш ярһыуынан айнытып ебәрҙеме, ул арыуыҡ атлағас ҡына әлеге иртәлә булған хәдәрҙе төшөнөр хәлгә етте.
– Нимә булды был?!. Хоҙайым! Был ниткән яу булды?.. Баҙыян!.. Баҙыян... – тип, теленә нимә килә шуны һамаҡлап, берсә балтырҙарына ҡәҙәр батып, берсә яр ҡойоһонда тая-тая тәнтерәкләй бирҙе. Күпмелер барғас, ҡолағына ниндәйҙер ауаздар салынды. Ҡыҙ, ярға һикереп, шырлыҡҡа шыуышты. Теге ауаз тағы ҡабатланды:
– А-а-а! Ы-ыһ!..
Ҡатын-ҡыҙ тауышы ине был. Яралы ҡатын-ҡыҙ. Көнбикә тауыш сығарыусының ҡайҙалығын самалап, сырмалсыҡтарҙы йырып, шул яҡҡа ыңғайланы. Үҙе шулай ҙа ҡайышындағы хәнйәрен һәрмәне.
– Әсә-әй!.. А-аһ...
– Баҙыя-а-ан! – апаһының тауышын таныған ҡыҙ, һаҡлыҡты ла онотоп, ҡысҡырып ебәрҙе. – Баҙыян тейем! Баҙыян!!
Ҡаңғырып йөрөй торғас, өҫтөнә лә барып сыҡты. Муйыл төбөндә салҡан ятҡан ҡатындын ҡобараһы осҡан, күҙ алмалары түгелеп сығырҙай булып аҡайған ине. Ул хатта Көнбикәне лә ҡапылда таныманы.
– Нимә булды?! Ҡайһы ерең? – ҡыҙ, апаһы янына сүгәләп, уның ни еренә тотонорға ла белмәне. – Нимәнән яраландың, Баҙыян, уҡтанмы? Нимәнән?..
– А-а-а... – апаһының ҡанлы итәген аңғарып, шунда ынтылғайны, тегеһе уның ҡулдарына сат йәбеште:
– Асма... Ы-ыһ..
– Яраңды ҡарайым, Баҙыян, йыуып бәйләйем дә ҡуҙғалайыҡ бынан.
– Яраланманым мин... Бала тыуа...
Көнбикә артына ҡолап китә яҙҙы:
– Нисек тыуа?! Тыуҙырмай тор! Китә һалайыҡ, һуңғараҡ тыуыр!
Баҙыян тулғаҡ араһында йыш-йыш тын алды:
– Ҡалайтып тыуҙырмай торайым һуң?.. Килә бит бын...а-а-аһ!
Көнбикә апаһының эсендә бер нәмәһе өҙөлгәндәй булып асырғанып ауыртыныуына, ятҡан ерендә ҡыу үләнде сапсып-йолҡоп тулауына хайран булып, йоҙроғон ауыҙына тығып ыуаланыуҙан башҡа сара тапманы. Был ни хәл? Уның бит әле бала тапҡанды ла күргәне булмаған. Бейә ҡолонлағанда ҡатнашты, хатта ҡолонға сығыуға ярҙамлашып та йөрөнө. Һарыҡтар бәрәсләгәнен дә ҡарай ине. Тик ҡатын-ҡыҙ донъяһынан алыҫ булып, усаҡ-түшәк тирәһендә йөрөүҙе өнәмәгәс, уны бындай донъяуи хәлдәрҙә ҡатнаштырмағандар ҙа икән шул. Еңгәләре күпме бәпестәр тапты, исмаһам, шуларҙың береһенең янында ултырһа ни булған...
– Терәле арҡамды, – Баҙыян ағас олононан ярҙам эҙләне. Көнбикә уны ҡултыҡ аҫтарынан алып һөйрәне лә, артындағы муйылға терәтә биреп һалды, биле аҫтына бишмәтен сисеп тыҡты. Ҡыҙ апаһын һөйрәп килтергән юлда
ҡалған ҡыҙыл эҙҙе лә, яланғас боттарҙы япҡан итәктең дә инде һығып алмалы ҡанға мансылыуын аңғарҙы.
– Баҙыян, ҡанға баттың бит! Шулай булырға тейешме ул? Баҙыян, ә, Баҙыян?
– Ю-уҡ... Улай булыуы насар...
– Нишәп насар, Баҙыян, нишәп?! – Көнбикә ауырыу ҡатын тирәләй себешен ҡурсыған тауыҡтай өйөрөлдө.
– Ҡан улай... күп булырға тейеш түгел...
– Ҡалайтайым һуң? Ә?! Баҙыян, ҡалайтып туҡтатайым ҡаныңды?
– Көнөкәй... ултыр әле... – апаһы уға хәлһеҙ ҡулын һуҙҙы.
– Йә, – ҡыҙ ултырып, уның нәҙек бармаҡтарын ҡайнар устарына ҡыҫты, – Йә, апайым...
– Мин... ныҡ хәлһеҙләнһәм... эсте ҡырҡып... баланы сығар...
– Нисек?! Ҡырҡып?..
– Хәнйәрең менән... кендектән аҫҡа... ныҡ терәмәй... осо менән... генә...
– Баҙыян, нимә һөйләйһең һин? Һарыҡ бәрәсләй әле... ана... бейәләр ҡолонлай... һин дә, хәҙер, ҡо... бәпәйләрһең...
Апаһы уның ҡулын һындырып алып барҙа, ҡайҙан ундай көс килгән тиһең үҙенә:
– Көнөкәй, һүҙеңде бир миңә... Бир һүҙеңде!
– Ниндәй? Ниндәй һүҙҙе?
– Баланы үлтермәйем... Сығарып алам... тигән.
– ...
– Көнөкәй!.. Көнөкәй!.. – тип өҙгөләнде ҡатын, – Ы-ы-ыһ! А-ай!.. Көн...
– Ярай! Ярай, апай, – тип, башҡа бер нисек тә ярҙам итә алмауына әсенеп, апаһының һыуланып туҙғыған сәстәрен ипләне, тирләгән маңлайын, сикәләрен һөрттө, үҙенең ике күҙенән тупырлап йәштәре ҡойолдо. Был хәтлем ҡурҡҡаны һәм сараһыҙ ҡалғаны юҡ ине уның. Хатта... хатта Тоҡан бейҙе сәнскәндә лә.
– Илайһыңмы?.. – Баҙыян, ғазаплы йөҙөн көскә яҙып, йылмайғандай итте, – Һинең дә... илағаныңды... күрҙем бына... Мин һине... илай белмәйҙер... тиһәм.
– Баҙыян... Баҙыя-ян... һин үлеп ҡуйма инде... – апаһына нығыраҡ эйелде. - Һин үлһәң, мин дә үләм.
– Юҡ... Һин үлмәйһең... Һин бит көслө. Баланы ҡарайһың... Атаһы ҡайтһа, бирерһең.
– Ҡарамайым! Үлеп ҡара! Һыуға ташлайым балаңды... үлһәң!
– Улай тимә... Көнөкәй?.. Әйт... ҡарайым, тип.. Әйт... А-а-айй...
Көнбикә апаһының битен күкрәгенә ныҡ итеп ҡыҫа, шулайтһа, исмаһам, ыңғырашҡаныны ишетелмәй. Ә уныһының хәле бөтөп барғанында әллә эше юҡ, һаман үҙенекен һөйләй:
– Әйт әле... Көнөкәй... әйт...
– Ҡарайым. Ҡарайым балаңды, апай, тик һин тыуҙыр әле уны. Йә инде, нығыраҡ көсән. Йә...
Көнбикә, бейәләргә ярҙам иткән саҡтағы әмәлдәрен иҫләп, Баҙыяндың күлдәк түшен хәнйәре менән биленә ҡәҙәр уйып ебәрҙе лә аҫҡа төшә биреп ҡатҡан ҡорһағын баҫҡыланы. Эстә бала һауытына һыя алмай тулай. Тулғаҡтың яйын тотоп алып, шул ыңғайға эсте аҫҡа һыпыра, һылай башланы. Бармаҡтары менән баланың кәүҙәһен һәрмәп, уға этелергә, сығыу юлына көслөрәк һөжүм итергә ярҙам итте. Ул да булмай, бишмәтен сискәндә алып ташлаған күн билбауын табып алып, ҡорһаҡ өҫтөн шуның менән быуа биреп ҡуйҙы. Көтөүселәр бейә ҡолонлай алмағанда шулай иткәндәрен күргәне булғайны. Был эштәрҙе башҡарғас, тулғаҡ тын алғыһыҙ булып ҡыҙыуланды, Баҙыян да, аҡтыҡ көсө менән ҡалҡына биреп, һеңлеһенең беләктәрен өҙгөләне:
– А-а-ааааһһһ!
Унан ҡапыл тынды ла артына ҡоланы. Итәк аҫтында нимәлер “бүлк-бүлк” итте. Иңгәкләп килеп асып ебәрһә... ҡан һәм лайла араһында, тын алырға маташып, бала буталана!
– Баҙыян! Баҙыян бында бәпәй! – үҙе һаман, итәкте тотҡан килеш, ҡарап ҡатҡан.
– Ал... ала һал!.. Кендеген ҡырҡ! – апаһының ҡушҡанына буйһоноп, хәнйәр осо менән кендеген өҙөп ебәреп, баланы сирҡанып ҡына тотоп күтәрҙе. Тас ҡан, сей булып, шунда ла аяҡ-ҡулын болғап, ҡороға сығарып ташланған балыҡтай ауыҙын асҡылаған был нәмәне ибәтәйһеҙ итеп өҫкә күтәрҙе.
– Баш түбән тотоп... арҡаһын ҡаҡ!.. Тиҙерәк бул! – Баҙыян, ағасҡа һөйәнеп, ярымасыҡ күҙҙәре менән һөҙөп ҡарай. – Тон-соға... Йәһәт... терәк...
Шулай итә Көнбикә. Күп уйлап тормай. Атып алынған ҡуянды тотҡан шикелле итеп тәпәйҙәренән эләктерә лә ус аяһы менән ике-өс ҡат арҡаһына һуға. Ул арала тын алып ебәргән бала ла көр тауыш менән һөрәнләп ебәрә:
– Үә-ә-ә! Әүүә-ә-ә!
Был тауыштан үҙенә лә йән инеп киткән Көнбикә, бар донъяһын онотоп, көлөп ебәрә:
– Ҡара, Баҙыян! Илай был, ҡара!
Баҙыяндың йонсоған йөҙөндә йылмайыуға оҡшаған бер сырай һыҙылғандай итә. Тик уның бөтөнләй генә лә хәле юҡ. Уны тиҙерәк йәйләүгә алып ҡайтып ҡына ҡотҡарып буласаҡты аңлаған ҡыҙ, апаһы аҫтындағы бишмәтен һөйрәп сығарып шуға баланы урай ҙа ипләп кенә әсәһе ҡуйынына һала.
– Баҙыян, мин йәһәт кенә һал яһайым, һеҙ ятып тороғоҙ. Хәҙер.
Хәнйәр менән нәҙегерәк тал-муйылдарҙы ҡырҡып-тумырып алып, кәүҙә оҙонлоғонда итеп үлсәп, ботаҡ-ярыһынан таҙалап, ҡамыш үләндәрен ишеп, ҡуша бәйләп сыҡты. Бер кешелек урын әтмәләгәс, уны һөйрәп алып барып, йылғаға төшөрҙө. Унан кире ярға тарта бирҙе лә тегеләр янына килде. Бында эштәр көйләнгәндәй ине. Баҙыян бәпесенә имсәк ҡаптырған, тегеһе мыҡырлай-мыҡырлай имергә өйрәнеп маташа.
– Әйҙә. Башта һине... – тиһә лә, апаһы балаһын ҡулынан ысҡындырманы. Уны шул килеш саҡҡа торғоҙоп, яртылаш күтәреп тигәндәй, һалға алып
барып һалды. Һалды ағымға төшөргәс, бер ҡулы менән тотоноп, йәнәш атланы.
Әсәһенең асыҡ түшендә ятҡан бәпәй, һаман ауыҙын асҡылап, имсәкте һәрмәне.
– Мәскәй әле ул, яңы тыуһа ла, – тип көлгән булды Көнбикә, уның был ҡыланышынан.
Йәш әсә сабыйының башынан һыйпаны:
– Ашамһаҡ булмаҡсы. Атаһы ла ашамһаҡ уның...
– Атаһы?.. – шул ваҡыт Көнбикә баланың атаһы кем икәнен иҫләне. Йөрәге тулап китте. Айыухан!.. Айыухан... Ҡайҙаһың һин? Нишләп беҙҙе был михнәттәрҙән ҡотҡармайһың?..
Шаптырлап шулай төш ауғанға тиклем йөҙҙөләр. Ағым өҫтөндәге һал алдынан йүгергән шаршылағы ҡыҙылһыу юлаҡҡа ҡараған һайын Көнбикәнең эсе өҙөлдө. Ҡаны туҡтамай ине Баҙыяндың. Шулай ҙа ул, өҫтөндәге йоморсоғон түшенә ҡуша ҡыҫып тотҡан килеш, тыныс ҡына ята. Күҙҙәре лә асыҡ. Һауалағы болоттар ағышын ҡарапмы, аҫтағы йылға тауышын тыңлапмы килә. Балаһы ла, донъяһы теүәл булып, йоҡлай, күрәһең. Тағы ла күпмелер килгәс, һыу һурыуҙан сәңкегән аяҡтарын ял иттереп алмаҡ булып, һалды ярғараҡ тартты ҡыҙ.
– Аҙ ғына ярҙа ултырып алайым да. Итекте сисеп, яланаяҡланмаһам, табанды иҙҙе бит.
Һалды ярғараҡ һөйрәп ҡуйып, һөҙәк ташлыҡҡа терәлеп, арыған аяҡтарын һуҙҙы. Рәхә-әт! Хәҙер, саҡ ҡына... Тик һалдағыларға күҙ һалғас, ял ҡайғыһы китте. Баҙыяндың күккә төбәлгән ҡараштары... туңған ине...
– Баҙыян! Баҙыя-а-ан!!
Өҫтөндәге баланы йолҡоп алып, ҡатынды һелкетте:
– Баҙыян, тейем!! А-а-а! Баҙ-ҙыя-ан... – инде ни эшләтһә лә, һалдағыға барыбер. Үлгән ине апаһы. Быны аңлауҙан ҡыҙ аҡылын юйғандай булды. Шаптырлап һал тирәләй әйләнде, һыңар ҡулында һелккеләгән сабыйҙың бауылдап илауын да ишетмәне, арғы яр буйлап теҙелгән тауҙарҙы яңғыратып, ҡысҡырҙы ла ҡысҡырҙы:
– А-а-ай! А-ай! Әсә-әй! Баҙыян! Баҙыян үлгә-ән!..
Был ҡаңғырыҡ күпме дауам иткәндер, шарылдаусылар ҙа, илаусылар ҙа тынып ҡалғас, йылға үҙе шулай хәл иттеме, һалды ағыҙып алып китте. Көнбикә бәпесте ҡосаҡлаған килеш ҙур асылған күҙҙәре менән уны оҙатып ҡалды. Ағым уртаһына төшөп алған һал, эре тулҡындарҙа бәүелә-бәүелә барып, боролошҡа инеп юғалды. Ҡалғандар таш һын булып ҡатып, һаман торҙо ла торҙо.
Ярты көндәй ҡулда ойоп килһә лә, кискә ҡарай тамағы асты сабыйҙың, ауыҙҙарын ҡыйшайтҡылап, имсәк эҙләне. Тапмағас, күгәргәнсе көсәнде лә илап ебәрҙе. Былай ҙа ҡайғыһынан ҡара янып килгән Көнбикә, ҡалайтырға белмәй, ҡушылып һығылды. Ишетмәҫкә тырышып атлар ҙа ине, үҙенең дә хәле бөткән, аяҡтары саҡ ишелеп килә. Тик баланы ҡалайтырға?
Бара торғас, тамам атлай алмаҫ булып сүгәләне лә, ҡулындағын ҡосаҡлап, ҡыу үләнгә йомарланып ятты. Бәпес ярһып киткәс, уның ауҙын үҙенеке
менән ҡапланы. Әмәс эҙләгән сабый шул арала уның аҫҡы иренен эләктереп алып, супылдатып һурырға ла кереште. Тартып ҡына алырмын тимә. Шулай ятып түҙҙе ҡыҙ, илатмау өсөн башҡаса бер нәмә лә эшләй белмәй бит һуң. Һурып-һурып та һөт сығара алмаған “һөлөк”, ауыҙын ситкә алып ҡабаттан шарылдамаҡсы ине лә, Көнбикә уға иренен ҡабаттан тыҡты. Шулай бер нисә ҡабат ҡабатланғас, бала ла арыны, асығыуҙан хәле лә бөттөлөр, йоҡлап китте. Ниһайәт, һиллектә ысынбарлыҡ айышына төшөнгәндән-төшөнә барып, Көнбикә хәленең үтә лә аяныслы икәнлеген уйлап ятты. Үҙ йәйләүенә юлды дөрөҫ алды ла ул, нисек тә таң аттырһалар, иртәнге мәлдәрҙә барып та етер. Тик... Баҙыяны, уның ғәзиз апаһы юҡ бит һуң... Ҡалайтып ҡына сығыр был ҡайғынан? Унан... Аҡмырҙа менән Аҡбулат ҡайҙа икән? Улары ла ҡоланымы әллә бәрелештә? Ниндәй баҫҡын булды? Йә, хоҙай, был ниткән һынауҙар ебәрәһең?!
Һынауҙарҙың башы ғына икәнлеген белмәй ине шул әле Көнбикә...
Йәйләү асыҡлығына килеп сыҡмаҫ элек үк бәләне һиҙҙе. Арыуын да, һаман ҡулында өҙлөккән бала тауышын да онотоп, аҙымдарын ҡыҙыулатты ла, ахырҙа, йүгереп барып сыҡһа, асыҡлыҡҡа... күҙ алдында туҙҙырылған, яндырылған ауыл күренеше асылды. Инде тетрәнеп тә, илап та арыған ҡыҙ, бөгөлөп төштө. Хәле бөтөп, балаһын ергә һалды. Бынан ары ул бер ҡайҙа ла китә алмай, барыр урыны ла юҡ.
Шул ултырған ерендә яртылаш янған тирмәләргә, тәгәрәшеп ятҡан ҡаҙандарға, быҫҡышып төтәгән торонбаштарға ҡарап, елгә тулҡынған ҡылған шикелле бәүелде. Бөттө... Барыһы ла бөттө...
Яҡында ғына ат кешнәне. Был ауаз үҙәккә өҙгөс итеп һауаны ярып ебәрҙе. Ҡыҙ ҙа иҫенә килде. Башын күтәргәйне, йәш пәрҙәләре аша ялан буйлап ырғый-ырғый килгән тышаулы йылҡы малын аңғарҙы. Ат әленән әле башын күтәреп кешнәне, алаҡанлап ҡаранды. Ул да ырыуҙаштарын юғалтҡан, күрәһең. Ҡыуып алып кителгән малға эйәрә алмай ҡалғанмы? Нисек уның тышауын һалдырып алмағандарҙыр?
Мал уға яҡынланы. Шунда ҡыҙ йылҡының имсәктәре тирткән бейә икәнлеген аңғарҙы. Бахырҡай... ҡолонон юғалтҡан, күрәһең. Ҡолонҡайы өйөр менән киткәндер ҙә, әсәһе сарбаулап йөрөйҙөр. Шул мәл бейәнең тулышҡан елененә ҡарап торған ҡыҙҙың башына елле уй килде, һәм ул, йылғыр ғына барып, бейәне тотоп та алды. Йәйләүҙәге ҡолонло бейәләрҙең барыһы ла һауҙыра ла һуң! Торонбаштар араһында соҡоноп йөрөп баҡыр сеүәтә лә тапҡас, бейәне ипләп ҡуйып, йәһәт кенә һауып алды. Уныһы башын һелкә-һелкә ҡәнәғәт булып торҙо. Был эште тамамлағас, малҡайҙы һыртынан һөйөп ебәрҙе лә, эске күлдәгенең еңен һөйрәп сығарып ҡырҡып алып, шул сепрәк киҫәген һөткә манып, яр һалған баланың ауыҙына тыҡты. Тегеһе тиҙ генә һурҙы, әммә быға ғына ҡәнәғәт булмай, ҡабаттан шарылданы. Ҡыҙ сепрәкте кире һөткә манды һәм кире ауыҙға тыҡты. Был хәл икеһе лә арығансы ҡабатланды. Шулай ҙа һауыттағы һөт тә кәмене, бала ла тынысланды. Ҡалған һөттө үҙе күтәреп эсеп, ҡабат ергә ултырҙы. Инде ҡалайтырға?..
Ултыра торғас, үҙҙәрен күҙәткәндәрен аңғарып ҡалды. Һул ҡырындағы ағаслыҡтар араһында кемдер бар. Зыян итерҙәй булһа, күптән һөжүм итер ине, был үҙе ҡурҡа, күрәһең. Көнбикә шул яҡҡа боролоп ҡысҡырҙы:
– Мин күрҙем һине! Сыҡ! Теймәйем!
Уның шул һүҙен генә көткәнме, күҙәтеүсе килеп тә сыҡты. Был көтөүсе малайы ине. Буйсан ғына ҡаҡса үҫмер. Ул да Көнбикәне был хәлендә танымай ғына торған икән, әле йүгереп килде.
– Кемдәр ҡотолоп ҡалды? Байбисәләр ҡалайтты икән, белмәйһеңме? – беренсе һорауы булды ҡыҙҙың.
– Йәш байбисәне алып киткәндәрҙер... Олоһо беҙҙең менән.
– Ҡайҙа һеҙҙең менән? – ҡыҙ малайға аҫтан өҫкә аптырап ҡараны.
– Тауҙа, мәмерйәлә, – малай ҡулын күгәреп күренгән тауҙар яғына иҙәне.
– Күпме унда халыҡ?
– Байтаҡ бар...
– Кемдәр баҫты? Танынығыҙмы?
– Ҡартатай, ҡаҙаҡтар, тине.
Йоҡлаған баланы ҡабаттан күтәреп, был икәү, ашығып, тауҙарға ҡарай атланы.
Мәмерйәгә килеп ингән ирҙәр кейемендәге балалы ҡатынға артыҡ иғтибар итеүсе булмағандыр ҙа. Бында һәр кем аһ-зарлы, берәүҙәр яралыларҙы баға, икенселәр тамаҡ йүнәтеү менән була, өсөнсөләр етем-еҫер ҡалған бала-сағаны, балаларын юғалтҡан әсәләрҙе йыуата. Көнбикә ҡатындар тубынан оло байбисәне аңғарып, эргәһенә яҡынлашты. Ул да ҡыҙҙы шәйләп, ҡаршы атланы:
– Көнөкәй! Балаҡайы-ым! – тип зыулап илап та ебәрҙе. Ҡыҙ, балаһы менән ҡуша, уның киң йомшаҡ түшенә ҡоланы:
– Өлкән әсәй...
Бер аҙ тынысланғас, өлкән ҡатын һораулы ҡарашын балаға төшөрҙө.
– Баҙыяндыҡы... Ул... үлде.
Ҡатын усы менән ауыҙын баҫып, тауышһыҙ һыҡтаны. Унан, бер аҙ шулай сайҡалып торғас, баланы алып, ҡатындар яғына китте. Эргәһендә сабыйы туңҡанлап уйнаған йәш ҡатын янына сүгәләне.
– Килен, имеҙеп тор. Баҙыяныбыҙҙың аманаты ҡалған...
Кисәле-бөгөнлө кисергәндәренән ҡартайып, ҡараштары бөтөнләй ололарса булып ҡалған йәш әсә, баланы бер һүҙһеҙ алып алдына һалды ла, ҡырын борола биреп ултырғас, тулы имсәген сығарып, етемәктең ирендәренә терәне. Бындай бәхеттән инде өмөт өҙә барған әҙәм балаһы, ҡапыл теремекләнеп китеп, ҡомһоҙланып, сәсәй-ҡарыла имергә кереште.
Ҡулдары баланан бушап, иңенән дә тауҙай ауырлыҡ төшкәндәй булған ҡыҙ, ҡыл өҙөрлөк тә хәле ҡалмауын яңы тойоп, өлкән әсәһе ҡаршыһына ултырҙы. Байбисә уның алдына ҙур булмаған киндер сепрәк киҫәге йәйеп, ризыҡ теҙҙе. Һөйәкле һыуыҡ ит, ҡаҡланған ҡаҙы эргәһенә турһаҡ менән әсе ҡымыҙ ҡуйҙы. Көнбикә башта ҡымыҙҙы күтәреп ҡуйҙы ла унан ғына иткә үрелде. Оло ҡатын унан хәсрәтле күҙҙәрен алманы.
– Ҡоро ауыҙ булып ҡалғанһың, балам...
– Әсәйем... тере микән, нисек уйлайһың?
Байбисә ултыра биргәс кенә яуапланы:
– Терелеккә терелер... Тик инде беҙ уны беләлмабыҙ, балам.
– Аҡмырҙа менән Аҡбулат та минең менән ине...
Шул саҡ ҡатын терелеп китте:
– Аһ! Улар бында ла һаң!
– Нисек?
– Бөгөн иртәнсәк килеп ауҙылар. Ҡасып ҡотолғандар балаҡайҙар. Уларҙа ла шул хәл, әпсәләрен, һылыуҙарын әпкиткәндәр. Ы-ыу, ер йотҡорҙары, бүре тамаҡлағырҙар...
– Ҡайҙа әле улар?
– Ҡасышҡан бисә-сәсәне, бала-сағаны эҙләйҙәр. Шулайтып табып алып килеп торалар әле иртәнән бирле. Бахырҙар, күҙ-баш алмай, кем ҡайҙа йүгерҙе бит...
Шул мәл Көнбикәне тыйып торғоһоҙ итеп йоҡо баҫты. Ике төн йоҡламау, ауыр кисерештәр үҙенекен итте, ҡыҙ кейеҙ өҫтөнә бөршәйеп ятыуы булды, упҡынға ла сумды. Байбисә уны һырлы бишмәт менән ябып, иғтибарын инде имеп туйған етемәккә күсерҙе.
Эңер ҡуйырғас ҡына уянды ҡыҙ. Унда ла иҫәңгерәп, барыһы ла әллә төш кенә булдымы шул, тигән һымаҡ ултырҙы. Тик игеҙ туғандарын күргәс кенә, ысынбарлыҡҡа ҡайтып, ырғып торҙо:
– Аҡмырҙа! Аҡбулат!
Тегеләр ҙә апайҙарының уянғанын көтөп ултырған икән, йүгерешеп килделәр:
– Көнөкәй!
–Апай!
Ҡыҙ малайҙарҙың елкәләренән тотоп, икеһен бер юлы ҡосаҡланы:
– Нисек кенә китә алдығыҙ һеҙ унан?
Өсәүләшеп сығып, мәмерйә ауыҙынан ситкәрәк китеп, таштарға ултырҙылар.
– Беҙҙе Ҡазый ағай, артынан эйәртеп, ҡарауыл торған яҡҡа әйҙәгәйне. Унда ҡарауылдарҙы үлтереп өлгөргәндәр ине инде, шул тәңгәлдә алышҡа индек. Ундағыларҙы ҡырып, был яҡҡа килһәк, хәлдәр хөрт икәнде аңланыҡ.
– Беҙ ҡалайыҡ тигәйнек, Ҡазый ағай китергә ҡушты. Һине эҙләгәйнек, алып киткәндәрҙер, тине...
Ҡыҙ уларға тағы ла ауырыраҡ һорау бирҙе:
– Һеҙҙең йәйләүҙе ҡасан баҫҡандар?
– Көндөҙ үк булырға оҡшай. Беҙ килгәндә, ҡуҙҙар ҙа һүрелгән ине инде.
– Беҙҙекеләрҙән кемдәр тере? Кемдәр бар?
Малайҙарҙың икеһе ике яҡҡа ҡарап һөйләшә, иламаҫ өсөндөр инде.
– Әсәй ҙә, ҡарындаштар ҙа юҡ...
– Өс тиҫтәләп кешене йыйып алдыҡ. Ун бишләп һуғышсы иҫән ҡалған, өсәүһе яралы...
– Беҙҙең кеүектән ун ике егет бар.
– Һеҙҙә улар ун алты самаһы, мин һынаным инде, унан Баҙыян апай... әй, Айыухан еҙнә йәйләүендә лә арыуыҡ егеттәр күренде.
Ҡустыларының тел төбөндә нимәлер барлығын аңғарған, әммә әле төшөнөп етмәгән ҡыҙ уларға алмаш-тилмәш ҡарап алды:
– Шунан?
Малайҙар ҙа үҙ-ара ҡарашып ҡуйҙы. Икеһе өсөн дә һәр ваҡыт беренсе яуап бирә торған Аҡмырҙаһы башланы:
– Шул. Беҙ әсәйҙәр артынан сығабыҙ.
Ишеткәндәренә ышана алмай торҙо Көнбикә:
– Әсәйҙәр артынан... Һеҙ нимә?
Хәҙер инде Аҡбулат сират алды:
– Егеттәр менән һөйләштек инде, иртәгә иртәнсәк ҡуҙғалабыҙ.
– Алйоттар! Нимә һөйләйһегеҙ? Күрмәнегеҙме ни, уларҙа ниндәй һуғышсылар икәнен? Улар баҫмаҡҡа шулай әҙерләнеп килгән. Һеҙҙең кеүек йәш сыбыҡтарҙы бер һелтәүҙә ҡырып һаласаҡтар.
Малайҙар инде уға тура ҡараны.
– Һалһалар – һалырҙар. Тимәк, үлемгә барабыҙ. Тик әсәбеҙҙең ҡоллоҡҡа киткәнен ҡарап ҡала алмайбыҙ. Исмаһам, беҙҙең үлгәнде белеп китһен, еңелерәк булыр.
Һикереп баҫҡан еренән кире ултыра төштө ташына Көнбикә. Был малайҙар һүҙҙәренән кире ҡайтмаясаҡ, тимәк. Уларҙы тотоп тыйыр көс тә юҡ. Үс ҡомары тоҡанған уларҙа, ҡан ҡомары. Юҡ, ҡустыларын яңғыҙ ебәрә алмай Көнбикә. Тимәк, уға ла барырға тура киләсәк. Тимәк, ул да әсәһе артынан китәсәк. Тартып ала алмаһа ла, улар өсөн йәнен бирәсәк.
Көнбикә малайҙарҙы ҡалдырып, мәмерйәнән аҫтараҡ ҡыуыштар ҡороп урынлашҡан ир-егеттәр янына атланы. Һаҡсылар араһында булған Ҡаһарман исемле йәш ир янына килде. Кеселекле итеп сәләмләне. Эйәр ҡайышын ялғап ултырған ир, бей ҡыҙының сәләменә ҡаршы баш ҡаҡты ла, эшен ситкә ҡуйып, ҡалҡынды. Ул был ҡыҙҙың ниндәй хәлдәр яһап йәйләүҙән юҡҡа сыҡҡанын яҡшы белә, Абдрахман бей бойороғо буйынса, үҙе бер төркөм менән эҙләп тә йөрөнө. Әле бында хасил булған ҡыҙҙға ул, әлбиттә, сәйерһенеп ҡараны. Шулай ҙа, өндәшмәйенсә, әйткәнен көттө.
– Ҡаһарман ағай... Беҙ... баҫҡынсылар артынан сыҡмаҡсыбыҙ.
Һуғышсының ҡалын ҡаштары өҫкә һикерҙе:
– Кемдәр ул – һеҙ?
– Беҙ... Аҡмырҙа, Аҡбулат...
– Өсәүләпме?
– Юҡ. Беҙҙән утыҙлап, уларҙан да шул тирә. Теге йәйләүҙә лә барҙар.
– Үлем эҙләп китмәксегеҙ инде?
– Эйе, - ҡыҙ быны ирендәрен генә ҡыбырлатып әйтте.
– Кем ебәрә уларҙы?
– Барыбер китәсәктәр. Мин дә улар менән. Әйҙәгеҙ, бара алғандай һуғышсыларҙы ла, ҡорал тотҡандай ололарҙы, уҡ атҡандай ҡыҙҙарҙы йыяйыҡ. Барайыҡ! Унда бит беҙҙең әсәйҙәр, балалар...
– Беҙ уларға ҡаршы тора алмаясаҡбыҙ.
– Алмаһаҡ та! Ҡыуып барайыҡ! Һуғышайыҡ! Нимә булһа ла эшләйек! Былайтып илап ҡалмайыҡ!..
Үҙенең дә ике балаһын юғалтҡан ҡатынының буҙлауын тыңлап башы ҡатҡан ир, ҡаршыһындағы өлтөк сәсен елпелдәтеп, әллә һөйләүҙән әллә кисергәндәрен ҡабат күҙ алдынан үткәргәндән ярһығандан-ярһый барған ҡыҙға ҡарап ҡалды. Унан шулай төбәлеп тора биргәс, ҡарашын тау аҫтындағы ағастар өҫтөнән үткәрҙе лә фарман бирҙе:
– Ян тарта алғандай барлыҡ ир затын бында йыйығыҙ!
Боролдо ла йүгерҙе Көнбикә. Иртәнсәккә ике йәйләүҙән йыйылған алтмышлап ир-егет тупланды. Уларға урман-ҡыр араһында ҡасып йөрөгән егермеләп һыбайлы килеп ҡушылды. Ҡарымтасылар туҙҙырып киткән ваҡ йәйләүҙәрҙән ҡалғандар ине улар. Шул көн үк эңергә баҫҡынсылар артынан ҡыуа төштөләр.
Ҡараңғы ҡуйырғанға тиклем дауам ителгән юл, аттар һөрлөгә, өркә башлағанға тиклем дауам итеп, яҡтырғанға хәтле генә ялға өҙөлдө лә, күҙ күреме алынғас, кире һуҙылды. Алғараҡ икешәр кешенән торған эҙ күҙләүселәр ебәрҙеләр. Өс төркөм өс тәңгәлдән эҙ юллап китте. Аҡҡужа менән Аҡбулат та бер төркөм булып алға сыҡты. Ҡустыларының һунарҙа һағалау, күҙәтеү, эҙәрлекләү оҫталығын белгән Көнбикә, күңелен баҫып килгән ауыр уйҙарынан яҙыла биреп, улары менән ғорурланып ҡуйҙы. Хәҙер табып килер улар дөрөҫ йүнәлеште, унан башҡа ла әллә күпме мәғлүмәт менән килерҙәр әле.
Икенсе көн ауыуға алға киткән егеттәр бер-бер артлы төрлө хәбәрҙәр менән кире килеп бөттө, тик игеҙәктәр күренмәне әле. Халыҡ ҡыуып атлаған карауандың эҙенә төшөү ҙә артыҡ ауыр булмағандыр, әлбиттә. Килтерелгән хәбәрҙәрҙән, ҡасаҡтар ярты көндән дә аҙыраҡ алыҫлыҡта баралар. Йәйәү атлаған әсирҙәр, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға артыҡ ырата ла алмайҙыр, күрәһең. Тимәк, теге ике малай ниндәйҙер мөһимерәк берәй нәмә менән мәшғүл, тип уйлашты ғәскәр башлыҡтары ла.
Урман-тауҙар һөҙәгәйеп, асыҡлыҡтар киңәйгәндән-киңәйә барған бер ерҙә, алдағылар туҡтап, арттағы рәттәрҙе боҙҙо. Алдағылар араһында шау-шыу, асыулы һөрәндәр ишетелә башлағас, әҙәп һаҡлап, артта, иң йәш малайҙар араһында юртып килгән Көнбикә, нимә булғанын белергә теләп, ғәскәр ситенән ҡыялап, алға үтте. Барған һайын үҙенә төбәлгән сәйер ҡараштарҙан албырғаны. Йәш егет-елән күҙҙәрен киң асып, олораҡтар ҡарашын йәшереп ҡалды. Нимә булырға мөмкин?
– А-а-ау-у!.. – менгеһенән әллә ҡолап, әллә шыуып төштө ҡыҙ. Төштө лә ялан уртаһындағы тәпәш йыуан ике ҡарағайға бәйләп ҡуйылған һындарҙан күҙен ала алмай, сайҡалып килеп, алдарына ҡоланы.
– А-а-айй!.. – тубыҡланған килеш әле береһенә, әле икенсеһенә ынтылды, үҙ тауышын үҙе ишетмәй ыңғырашты. – А-ауу...
Уның ҡустылары, икеһе ике ағасҡа ҡайырып бәйләнгән дә, ҡорһаҡтары буйҙан-буйға һуйылып, эсәк-ҡарындары бүһерелешеп, эленеп торалар ине. Баштары һәленешеп төшкән малайҙарҙың. Эргәләрендә әрһеҙ күк себендәр күс айырғандай геүләшә. Был күренештән хатта күпте күргән, йәшәгән һуғышсылар ҙа ҡапылдан ҡалайтырға белмәгәндәй ҡалды.
– А-а-аһһ! Ы-ыһ... – Көнбикә бер ҡустыһының аяҡтарын барып ҡосаҡланы, күтәрергәме, тартып төшөрөгәме маташты, әммә үле кәүҙә олонға ҡуша ныҡ бәйләнгән ине. Шул саҡ ирҙәр иҫтәренә килеп, ярҙамға ташланды. Тиҙ арала кәүҙәләр ысҡындырылып, йәнәшләп һуҙып һалындылар. Көнбикә һаман улар араһында имгәкләне, ҡалтырғанған ҡулдары менән ҡустыларының эсәктәрен йыйып һалырға, ҡатҡан аяҡ-ҡулдарын яҙырға маташты, биттәрен ыуҙы, күҙҙәрен астырмаҡ булып тартҡыланы. Унда ла булмағас, башта шыбырлап, унан ҡысҡырып уҡ саҡырыуға күсте:
– Аҡҡужа... Аҡбулат... Аҡҡужа!.. Аҡбулат!!!
Ир-егеттәр, уратып баҫып, урталағы үлектәр араһында аҡылын юйғандай булып буталанған ҡыҙҙың асырғанып ҡысҡырыуҙарын, берсә илап, берсә һамаҡлап саҡырыуҙарын тыңлап, тештәрен ҡыҫып, йоҙроҡтарын йомдо. Улар ҡыҙҙы шулай иҫен юйғансы сәбәләнер тип, сабырлыҡтарын йыйып торҙо. Тик был йомшаҡлыҡ оҙаҡҡа барманы. Бына бер мәл ул малайҙар араһында ултырып тынып ҡалды. Унан күҙ йәштәре менән ҡан ҡатыш тупраҡҡа буялып, унан да бигерәк таш булып ҡатҡан йөҙөн күтәрҙе. Күҙҙәре ырғырға әҙерләнгән бүренеке ише ҡырағай ялтырайҙар ине. Ҡалҡынған ыңғайы ул бер генә һүҙ ташланы:
– Аттарға!
Уның артынан, шул ауазды ғына көткән, үс ҡомарынан янып буҙарған егеттәр, ҡарсығалай булып, менгеләренә осоп ҡундылар. Оранһыҙ ҙа, ҡый-ҡыуһыҙ ҙа, ҡорбанын ҡыуған йыртҡыстай, аттарынан алға сығырҙай булып ярһыны улар.
Шул ҡыҙыулыҡ менән киске ялға туҡтап торған карауандың өҫтөнә барып та менделәр. Бындай уҡ ҡыуғынды көтмәгән ҡаҙаҡтар, ҡапылда албырғап ҡалһа ла, ҡарымтала йөрөп йышылған нәмәләр, йәһәт хәрәкәт итеү алымдарын белә. Күҙ асып йомғансы, һыбайлылары ла, уҡсылары ла үҙ урынын биләне.
Көнбикә алдағылар күренеү менән үк атын ситкә тартып, янын алдына алды. Карауанды ике урап сығыуға етте уҡтары, унан ҡылысын болғап килеп, шул ярһыулыҡ менән алышыусылар араһына барып инде. Мал өсөн түгел, йән өсөн барған тураҡлаш булды был. Ҡыуа килеүселәрҙең күҙенә аҡ-ҡара күренмәне, улар һаҡланыуҙы ла, ҡурҡыуҙы ла, хатта ҡоралдан ялтарыуҙы ла белмәне. Был ажарлыҡтың яралы януар өҙөшө икәнлеген дошмандар ҙа һиҙмәне түгел. Үҙҙәренекенең яртыһындай ғына булған һуғышсыларҙың кирегә юлы юҡлығын, булғанда ла уларҙың инде китмәҫен, йәки ошонда ятып ҡалырға, йә яҡындарын алып китергә килгәндәрен аңлаған баҫҡынсылар ҙа бирешергә теләмәне. Тик нисек кенә булмаһын, һөжүм итеүселәр саялығы, уларҙы хәрәкәт иттергән, үлемгә ташлаған шауҡым юҡ
ине уларҙа. Тап ана шул утлы ярһыу, үс ҡомары, теш менән боғаҙҙы йыртыр айбарлыҡ менән алдырҙы башҡорттар.
Көнбикә ҡан еҫенә иҫерҙе, ҡылыс сыңы, ҡысҡырыш, яралылар тауышынан ҡолаҡтары тондо. Туҡтауһыҙ уңлы-һуллы һелтәнгән уң яҡ яурын-беләге иҫен юйҙы, йүгәнен урап тотҡан усын нәҙек күн ышҡып ҡанатты. Тик быларҙың береһен дә ул тойманы. Күҙ алдында эстәре бүҫелеп ятҡан ике һын да, дошман ғына булды. Киҫте лә сапты, киҫте лә сапты. Үткер ҡылыс йөҙө сыйған яраларҙан һибелгән йылы ҡан битенә, өҫтөнә һирпелә торҙо. Йәй башындағы уйын-көлкө эҙләп йөрөгән үҙ һүҙле иркә ҡыҙ түгел, ә күҙҙәре зәһәр ҡыҫылған, ирендәре ҡымтылған аяу белмәҫ яугир, ҡаршы сығыусылар йөрәгенә ҡурҡыу һалыр, йәнде ҡыйыр һуғышсы ине ул.
Ҡараңғы төшөп тә өлгөрмәне, бөләңгерт эңер ҡанатын йәйеп килеп төшөүгә, ҙур булмаған ҡаҙаҡтар төркөмө һөҙәк тау итәгенә ҡыҫып алынды. Түңәрәк һаман тығыҙая, бәләкәйә барғас, улар ҡорал һалырға булды. Тик башҡорттар был алымға күҙ йомдомо, әллә аңғарырлыҡ, ҡабул итерлек йәки ярлыҡарлыҡ хәлдә булманылармы, ҡыҫыу һәм сапҡылашыу дауам итте. Баҫҡынсыларҙың һуңғылары менгеләренән һикерешеп төшөп, баштарын ҡосаҡлап ергә ауғас та, ҡанығыусылар, ҡылыстарын күтәреп, бер тирәлә әйләнеште. Улар әле һыуына алмай, алыш, үлтереш ярһыуынан ҡотола алмай ине. Көнбикә лә шулар араһында буталды. Алан-йолан ҡаранып, һелтәп осорор берәүҙе эҙләне. Шулай уҡ алаҡанлаған менгеһе лә, башҡа аттар менән бәрелә яҙып, ауыҙылығын сәйнәп, башын юғары күтәреп өйөрөлөп-сөйөрөлдө. Ниһайәт, фарман булды:
– Яралыларҙы ҡарарға! Үлектәрҙе йыйып алырға!
Ул арала, үҙҙәренке өҫтөнлөк алғанды аңғарған әсирҙәр ялан тултырып тәгәрәшеп ятыусылар араһында йүгерешә, тереләргә ярҙамлаша, туғандарын, яҡындарын эҙләй, саҡыра, ҡысҡырыша башланы. Тағы шау-шыу, сар-сор иткән ауаздар менән тулды киске һауа. Унда-бында усаҡтар ҡабыҙылды. Ҡатын-ҡыҙ яраларҙы бәйләне, ир-егет үлгәндәрҙе йыйып теҙҙе. Ясин сығылды. Төн яуҙа ауғандарҙы көтөп уҙғарылды ла, ҡояш күтәрелә башлау менән үк, оло ҡәбер ҡаҙылып, мәйеттәр ерләп ҡуйылды. Баҫҡынсылар ситтәрәк икенсе ҡәбергә урынлаштырылды. Был эштәр тамамланғас, кисәге илап-һыҡтап атлаған карауан кирегә боролдо. Тәпәй бара алған балаларға тиклем арбаларға ултырманы, аяҡтары үҙҙәренән үҙҙәре йүгертә ине уларҙы. Эй, тыуған ер ҡөҙрәте...
Баҫҡынсыларҙың ҡабаттан килеү шөбһәһенән, янған-ватылғанды тергеҙеп тормай, ашыға-ашыға ҡышлау урындарына күсенде халыҡ. Ҡалған малды йыйнап өйөрөп, тауҙарға ҡыуҙылар. Шунда ла, ниндәй һаҡлыҡ сараһын күргәндә лә, дошман кире килә торған булһа, ҡаршы тора алмаҫтарын күҙаллап борсолоп торғанда, бей фарманы буйынса, ҙур булмаған ғәскәр башында Айыухан ҡайтып төштө. Ғаиләһендәге ҡот осҡос юғалтыуҙарҙы ул нисек кисергәндер, уныһы берәүгә лә билгеле түгел. Бары тик күҙ ҡараштарындағы төпһөҙ хәсрәт тә, маңлайына ятҡан тәрән бураҙналар ғына
уның ҡайғыла икәнлеген аңғарта. Аҙнанан ашыу өнһөҙ-телһеҙ ҡалыуы ла шуның шауҡымылыр.
Бер аҙ баш-күҙ алғас, Айыухан улы артынан килде. Әммә йүргәктә ҡорт шикелле генә булып йыбырлаған ике айлыҡ сабыйҙы ҡалайтып ҡулына алырға, нисек итергә икәнде лә белмәне. Шунда Хафиза менән Айымбикә йәш иргә ярҙамға килде, һылтау өҫтөнә һылтау табып, һылап-һыйпап, сабыйҙы үҙҙәрендә ҡалдырып торорға өндәне. Ҡарт әсәһенән, ҡатынынан, әллә күпме зат-ырыуынан бер юлы яҙған һәм әле бала тәмен белмәгән иргә күнеүҙән башҡа юл да юҡ ине. Шулай ҙа ул Аллағол ауылдарының именлеген белешә йөрөгәндә лә, башҡа яйы сыҡҡанда ла, улын күреп китеүгә туҡталды. Шундай бер килеүендә Көнбикә уның юлына сыҡты. Аллағолдоң был ҡоралай күҙле һеңлеһен тәүге осрашыуҙарынан алып нисек тә күрмәҫкә, күргәндә лә иғтибар итмәҫкә тырыша ине Айыухан. Әллә нисек, уның тыныслығын боҙа, йөрәген нығыраҡ һуғырға, һулышын йышайтырға мәжбүр итә ошо... бисура инде, ни әйтерһең. Әле лә килде лә әйтергә теләгәнен ярып һалды:
– Өйөр артынан китәм.
– ...! – Аптырауҙан ҡаштарын ғына ҡалҡыта алды.
– Атамдың туғай ябып йөрөгән йылҡыһын биреп ебәреп, малдың менгелә миктәгәндәренә генә ҡарап ҡалдыҡ. Ат алыштырыр ҙа хәлебеҙ юҡ. Атам ҡайтһа, йәне сығып китер.
– Көнбикә... Абдрахман бейҙең ҡайтырына өмөт бик самалы...
– Ул осраҡта бигерәк тә! Уның төҫө булған буҙ айғырҙы яттар ҡулында, ситен ерҙә зарыҡтыраһым юҡ!
– Буҙ айғыр йәнеңдән ҡиммәтме, алйот ҡыҙ!
– Аҡбуҙат тоҡомонан булған Буҙайғыр ҡаҙаҡ далаһында ер имшегәндә, минең йәнем генә нимә...
Айыухан итектәре осона ҡарап, уйлана биреп торҙо.
– Нисек итеп тартып алырға уйлайһың өйөрҙө? Беҙҙең ҡарымтаға йөрөрлөк яугирҙар юҡ. Ҡалайтҡанда ла, ҡышты сығып, төп көстәр ҡайтҡанды көтөргә ҡала.
– Уларҙы көтөр әмәлем юҡ. Һиҙеп торам, Буҙаттыҡы ла юҡ. Мин үҙемсә уйлағанмын инде.
– Уйлағанһың?! Уйлай беләм тиген тағы! Алабарманлығыңдың сиге бармы?!
– Булмаһын, – ҡыҙ башын үргә күтәреп, туп-тура ҡараны ирҙең күҙҙәренә. – Миңә ғәскәр кәрәкмәй, бер үҙем китәм.
Шулай тине лә боролоп та китте. Айыухан шартлай яҙып ҡарап ҡалды. Тотоп ҡына ярыр йә бикләп тә ҡуйыр ине, был бисураға уның бер ниндәй ҙә хужалығы юҡ.
Өйөр артынан ҡайһы яҡҡа юлға сығырға икәнлекте лә белмәй ине Көнбикә. Яҡынса йүнәлеште самалай самалауын, әммә тау-урмандар бөтөп, ялан ерҙәр башланыу менән, ҡаушап ҡалды. Ҡыҙҙың, әлегәсә йәшәп, был ҡәҙәр тигеҙлекте лә күргәне юҡ икән. Ә ул тигеҙлектә нисек хәрәкәт итергә
икәнлекте уға берәү ҙә өйрәтмәгән. Тау-таш араһында ла, ҡараңғы шырлыҡтар эсендә лә аҙашмаҫ, ә был асыҡлыҡта ел ыңғайыга тәгәрәргә торған ҡамғаҡ кеүек булды ла ҡалды. Был уның дүрт тәүлеклек кенә юлы, былай булһа, ары ҡалайтырға? Шулай ҙа уның йәнен бер нәмә йылыта. Икенсе көнлөк юлда уҡ үҙен эҙәрлекләп килеүсене шәйләне. Кем икәнлеген дә һиҙә, тик ул әлегә танытырға теләмәй, берсә яҡынлай, берсә, ҡала биреп, эйәрә генә. Ары ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итергә белмәгәс, кисәгенән ҡалған бешкән ҡуян ите менән тамаҡ ялғап, йоҡлаған еренән ҡуҙғалмай ултыра бирҙе. Уның ҡыбырлауын көтөп арыған эҙәрлекләүсегә лә яҡынлашыуҙан башҡа сара ҡалманы.
– Нимә көтәһең? Ҡояш төшлөккә күтәрелде бит инде, – Айыухан ерҙә моңһоҙ ғына көйшәнеп ултырған ҡыҙға өҫтән ҡарап өндәште. Екерә биреп. Көнбикә, әлбиттә, өндәшмәй ҡала алмай ине. Һыңар күҙен ҡыҫа төшөп, хәйләкәр ҡараны:
– Һин, әй, аҫырауын һауынға ҡыуған бай шикелле.
Айыухан был хәбәрҙән уңайһыҙланғандай итте. Менгеһенән төшөп, ҡыҙҙың ситтәрәк йөрөгән бейәһен барып алып килде, һыртына еңел күн эйәрҙе һалып һыҡтырҙы, ауыҙлығын кейҙерҙе лә төк итеп урап бәйләнгән кейеҙ түшәк-маҙарын эйәр артына нығытып ҡуйҙы. Унан һаман ризаһыҙ төҫ менән бурылдап ҡуйҙы:
– Юлды белмәйем, тигең, аниһә.
Был юлы өндәшмәй ҡалды телсән ҡыҙ. Ысынлап белмәй бит һуң. Шулай ҙа бирешмәне, йәш бейҙең атын әҙерләүен ҡарап, күҙҙәрен көлдөрөп ултырҙы. Уныһы ла быны аңғарҙы, ҡуштарын услап һондо:
– Әйҙә, байбисә, рәхим итә күр.
Көнбикә лә уйынды күтәреп, һуҙылған устарға баҫып, менеп ултырҙы. Ҡуҙғалып киттеләр.
Көн оҙоно йәнәш килһәләр ҙә, һөйләшмәнеләр. Асылда, уға һөйләр хәбәре лә, ишетер һүҙе лә юҡ ине Көнбикәнең. Хатта өндәшеп ҡуймаһын тип, тартына биреп тә килә. Ярай, тегеһе, һиҙгән кеүек, телһеҙ. Һөйләшеү түгел, башын да бороп ҡарамай, киң яурындарын яҙып, арҡаһын шәм шикелле тура тотоп, һыңар ҡулы балтырҙа, икенсеһе теҙгендә булып, ауыҙ эсенән мөңрәгән көйөнә иҙерәп тик килә. Әйтерһең, ҡыҙ уның янында бөтөнләй юҡ. Ә Көнбикә ике ут араһында яна. Уға рәхәт тә, ҡыйын да. Ошо сәйәхәттең бер ваҡытта ла тамамланмауын теләй, бер яҡтан, икенсе яҡтан, ул мәрхүм апаһының ире менән хоҙай ҡушмаған юлға сыҡҡан, икәүҙән-икәү ҡыр ҡыҙырып йөрөп яталар. Берәйһе белһә – ояттың аръяғы. Атаһы белһә ... Эх, бер ҡайыҙлар өсөн генә булһа ла ҡайтһын ине атаһы...
Ерлектә уба тигәндәй ҙә ҡалҡыулыҡ заты осрамай, ер өҫтө тип-тигеҙ булып офоҡҡа тоташҡан яҡтарға барып сыҡтылар. Юртып килеүҙәренә лә аҙнанан ашҡан икән. Шул икеһеҙ-сикһеҙ киңлектә лә, юлдары киҫешеп, ике арбанан торған ылауға осранылар. Ҡаҙаҡ көтөүселәре булып сыҡты. Айыухан Көнбикәне ҡырҙараҡ ҡалдырып, үҙе барып хәбәрләшеп килде. Нимәләрҙер һатып алды. Аҙыҡтыр тиһә – кейем. Аптырап, юлдашының ҡулындағы сепрәк-сапраҡҡа ҡараны.
– Былары һиңә ярар, балаҡ-еңен төрөп булһа ла кей, - тип һондо шуларҙың бер өлөшөн, ҡалғанын, һуҙғылап, үҙенә самаланы.
Көнбикә, ул ырғытҡандан кейемдәргә ҡағылырға ла сирҡанып, танауын сирҙы:
– Нимәгә миңә былар?
– Был кейемдә ҡаҙаҡтар араһына барып инеп булмаҫ. Шундуҡ тотоп, баҙға быраҡтырырҙар. Һине... Әйткәс, кей!..
Аты артында тороп ҡына өҫтөн алыштырҙы ҡыҙ. Әсе тир менән бешеккән тупаҫ киндер күлдәк-ыштан, һырлы кәзәкей, шундай уҡ керле осло түбәле көләпәрә, үксәһе ҡыйшайып ашалған кейеҙ итектәр унан аламағолош үҫмер малай яһаны ла ҡуйҙы. Үҙе лә шундай уҡ кеше өҫтөнән сиселгәнде кейеп алған Айыухан, уға ҡарап тора биргәс, ишелгән билбау менән киң бишмәтен ике ҡат уратып бәйләп тә ҡуйҙы. Тағы бер өйөрөлтөп ҡарап алғас, башлығын һалдырып, яурындарына төшөп торған сәстәрен түбәгә йыйҙырып, һыҡтырып бәйләтте лә, көләпәрәһен батыраһынан ултыртып, ҡолаҡсындарын төшөрөп үк ҡуйҙы. Шунда ла ҡәнәғәт түгел ине ул. Бара биргәс, шарлап аҡҡан тар йылға ярында үҫкән шыйыҡ ағаслыҡтар эргәһендә туҡтап, шуларҙың ҡайырын айырып сәйнәп, унан шул иҙмәне усында әүәләй биреп, сәбәләнеп ҡарышҡан ҡыҙҙың бер яҡ яңағына ышҡыны. Уныһы, күп тә тормай, ҡара-ҡыҙыл булып бүртеп килеп тә сыҡты. Битенең шешә барыуын тойған Көнбикә ике услап сикәһенә тотондо:
– Ни эшләттең мине?! Битем яна!
Айыухан ҡайырыларҙы айырып, моҡсаға тултырыу менән мәшғүл. Ахырҙа, ҡыҙ устарына төкөрөп, битен ышҡый башлағас, аңлата:
– Тағы бер көнлөк юлдан ҡаҙаҡ йәйләүендә буласаҡбыҙ. Йөҙөңдө күреү менән, улар һине нисек тә алып ҡалыу яғын ҡараясаҡ. Кемем тип әйтһәм дә. Мине үлтереп булһа ла...
– Үҙенең ҡайғыһы икән бында!
– Шулай. Минең тере булыуым – һинең хәүефһеҙлегең.
– Шунан кем тип атайһың инде мине?
– Ҡустым булаһың.
– Ҡустың?! – ишеткәненән асыу ҡатыш шарҡылдап көлдө ҡыҙ. – Тағы нимә?!
– Тағы?.. – Айыухан ағас ҡайырын хәнйәре менән киң генә итеп киҫеп ала ла сит-ситтәрен юнып-йыша. – Беҙ - бәхет эҙләп йөрөгән ағалы-ҡустылы көтөүселәр. Күптән дала гиҙәбеҙ, ерегер еребеҙ, һырыныр туғаныбыҙ юҡ. Һин - тыумыштан телһеҙ.
Хайран ҡалып тыңлап торған ҡыҙ күҙҙәрен селт-селт йомдо:
– Нисек... телһеҙ?
– Тыумыштан ауырыу булғанһың. Битеңдәге ҡыҙамыҡ та шунан. Көмөрөң дә.
– Ниндәй көмөрөм?
– Хәҙер була, – һәүетемсә генә аңлатып, ҡулындағы ҡайырыны шымартып бөткән егет уны ҡыҙҙың арҡаһына тоҫҡап ҡарай. – Сис бишмәтеңде.
– Юҡ! - ҡаштарын төйөп тызырая ҡыҙ.
– Көнбикә! Уйнап торор мәл түгел.
– Үҙеңә ҡуй! Нишләп бөтөн ауырыу миңә әле?!
– Икебеҙ ҙә ауырыу булһаҡ беҙҙе кем эшкә алһын? Минең сәләмәтлегемә ҡарап алалар ҙа инде. Һине мин ҡуша алып йөрөйөм. Ауырыу туғанымды ситкә типмәйем. Аңланыңмы?
– Аңланым. Тик... көмөрө булғым килмәй, былары ла еткән, – ҡыҙ асыу менән сикәһенә бармағын төртә.
– Һинең ҡыҙ бала икәнлегеңде лә белгертмәҫкә кәрәк, алйот! – йәне көйгән ир, Көнбикәнең көртөй яғаһынан эләктереп алып, бер-ике һелкә тартыуҙа өҫтөндәген систерә лә, тоғонан киң таҫтар сығарып, беләктәре менән түштәрен ҡаплап маташҡан ҡыҙҙың ҡулдарын ҡайырып тигәндәй, яурын өҫтөнә әлеге ҡайырыны ултыртып, күкрәк тәңгәленән бер нисә ҡат уратып, һыҡтырып бәйләй. Кейем аҫтынан да ҡалҡыу булып ҡабарып торған күкрәктәр ҡабырғаларға ҡушы ҡыҫылып, арҡа, киреһенсә, ҡабарып, мәсхәрә сүрәткә инеп ҡала. Ғәрлегенән илар сиккә еткән ҡыҙҙың был урауы өҫтөнән керле-ямаулы бишмәтен кейҙереп, билен һаман шул бау менән һыҡтырып ҡуя. Хәҙер инде йөҙө сәбертке-сәбертке булып шешмәкләнеп ҡыҙарған көмөрө малайҙы тағы бер ҡат күҙҙән үткәргәс, ҡәнәғәт булып баш ҡаҡты:
– Бына шулай. Онотма – һөйләшмәйһең. Нимә ишетһәң дә, иғтибарһыҙ ҡал. Миңә тексәйеп ҡарама ла. Нимә ҡушам шуны үтәйһең. Ҡарышһаң – һатып китәм, киҫәтмәне тимә.
Был урында көсһөҙлөгөн аңлаған ҡыҙға күнеүҙән башҡа сара юҡ. Тик ошо хәлгә төшөүенә киләсәктә үс аласағын уйлап ҡына йыуана ала әлегә. Абдрахман бей ҡыҙын мәсхәрәләгән өсөн был яртаҡыл мотлаҡ яуап бирәсәк! Көнбикә алдында яуап тотасаҡ! Ат ҡойроғона тағып һөйрәтәсәк уны! Юҡ, ҡырмыҫҡа иләүенә бәйләп китәсәк!
Тәүге йәйләүҙә уларҙы ялларға теләүселәр булманы. Шулай ҙа төнгә шунда ҡалдылар. Йәйләүҙә баш булғандай берәүгә төртөп күрһәткәйнеләр, уныһы тирмәһе ауыҙында ғына һорау алды ла, көмөрө малай эйәрткән сатан алпауытҡа артыҡ иғтибар бирмәй, иң ситтәге көтөүселәр тирмәһендә ҡунып сығырға рөхсәт итте. Тик Көнбикәне был кейеҙ ҡыуышҡа индерә генә алманы Айыухан. Айҙар буйы һыу күрмәгән ҡарауһыҙ ирҙәр төйәгендәге танауҙы ярып алып барған һаҫыҡ еҫтән бигерәк, унда ҡауылдашҡандар өркөттө уны. Башын тыҡҡан ерҙән кире ҡайырылып, артынан эткән Айыухандың ҡултыҡ аҫтынан ялтлап сыҡты ла усаҡ эргәһенә барып сүгәләне. Егеткә лә уның артынан эйәрергә тура килде. Алабарманланып, нимәлер сығарып ҡуйыуынан ҡурҡа ҡыҙҙың, шуға күҙ алдында ғына тота.
Усаҡ өҫтөнә аҫылған ҡаҙанда бығырлап ит ҡайнай, күрәһең, татлы еҫе таралған – бешәлер инде. Быны тирмәләгеләр ҙә беләлер, күп тә үтмәй, бер-бер артлы сығып, шул тирәгә һуҙылышып яттылар. Араларынан йәшерәк берәүһе ағас шештәр алып, иттәрҙе киҫәкләп-киҫәкләп сәнсеп алып, оло йәлпәк ҡоштабаҡҡа өйҙө лә түшәкһеҙ-маҙарһыҙ ергә ҡуйҙы. Ҡул сайҙырған кеше булманы. Һәр береһе ятҡан урындарынан ынтылып алып кимерә лә
башланылар. Саҡырылмаған ҡунаҡтарға ла яҡынларға, өлөш алырға ымланылар.
Айыухан ҙур булмаған ике киҫәк алып, береһен Көнбикәгә тотторҙо. Тегеһе баш һелккәйне лә, кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп моронона төрттө ит менән. Унан быныһы һөйәген мөнйөй башлағас, уның ашағанына ҡарап, ҡайҙан биргән көнгә төштө. Нәҙек нәфис бармаҡтарының осона ғына эләктереп, ауыҙын ҡупшы асып, бындағыларҙың бөтөн иғтибарын алды әллә? Иң башта ит таратыусы йәш егет күҙ һалды ҡунаҡтың ҡулдарына, унан бер ҡыҙарып шешмәкләнгән битенә, унан тағы ҡулдарына ҡараны. Быны аңғарған Айыухан секерәйтәһенән ҡыҙға текәлде, тегеһе был ҡарашты аңғарғас, ҡарашы менән ҡулына иҙәне. Көнбикә төрөлгән еңдәрен төшөрә биреп, бармаҡтарын ҡаплап тотто.
– Ҡайҙарҙан, нимәләр эҙләп йөрөйһөгөҙ? – тип ҡыҙыҡһынды көтөүселәрҙең олоһо.
– Ҡайҙан тип тә әйтә алмайым. Үткән ҡышты урман яҡтарында ҡышланыҡ. Унан алдағыһын Арал ярҙарында үткәргәйнек...
– Туҡталыр урынығыҙ ҙа юҡмы ни?
– Юҡ инде хәҙер... Ата-инәй баҡыйлыҡҡа күскәнгә лә күп йылдар. Ата малы ҡалмағас, ырыуҙаштар иркенлек эҙләп ҡуҙғалғас, мин дә ҡустымды эйәртеп сыҡтым да киттем. Арыуыҡ йылдар йөрөйбөҙ шулай.
– Бала һөйләшмәйме әллә? – ҡарт ҡул һырты менән Көнбикәгә ымланы.
– Эйе, телһеҙ.
Бер аҙ ултырғас, Айыухан ипләп кенә үҙенә кәрәк юҫыҡтарҙы ҡапшаны:
– Ҡышҡа аҫырауҙа йәшәрлек урын табаһы ине. Көтөүселәр ялларлыҡ оло көтөүлектәр эҙләйбеҙ. Ошо тирәлә оло йылҡы бар, тигәйнеләр.
Бабай уйлана бирҙе:
– Булһа, был тирәлә Ҡазыйбәктә лә Йырлан йәйләүендә генә бар. Ҡазыйбәктә ҡышҡа хеҙмәтселәр кәрәктер ҙә әле, улар күптән түгел истәктәрҙән ҙур ҡарымта менән ҡайтҡан, тинеләр.
Уға һүҙгә ҡушылмай ятҡан ҡап-ҡара ялпаҡ битлеһе ҡушылды:
– Эйе, истәктең бар йылҡыһын ҡыуып алып ҡайтҡан, тиҙәр, уларҙы. Тик яугирҙары юҡ икән һаманғаса. Әллә шунда ҡышламаҡсы булып ҡалғандар, әллә ни хикмәттер – ҡайтмағандар, тей.
Был хәбәрҙән Көнбикәнең бөтөн тәне ҡалтыранды. Ул, әйтерһең, шул яуҙы ҡабаттан кисерҙе. Уның яурындары дерелдәп ултырғанын аңғарған Айыухан, кейеҙҙәрен алып ҡалҡынды:
– Туғанымдың биҙгәге башланды, алып барып һалайым әле.
Үҙе ҡыҙҙы етәкләп тигәндәй алып китеп, тирмә төбөнә урын әҙерләп бирҙе. Тегеһе йәһәт кенә йомарланып ятты ла оло сапанды башынан аша ябынды. Шул килеш тә оҙаҡ ҡына ҡалтыранып тыныслана алманы әле. Ҡан көҫәп, үс юллап килеүенә үкенгән беренсе кисе булды был.
Тағы ике көнлөк юлда юлыҡҡан ауылда ла ҡышлау эҙләгән булып ҡыландылар, әммә уларға Ҡазыбәк ерҙәренә барып етеү кәрәк ине. Унда барып етеүгә тағы ике тәүлектән ашыу ваҡыт китте. Өҫтөндә туҡтауһыҙ туҙан осоп йөрөгән сикһеҙ даланың уйпатһыу бер
һыулы йылға иңләп, йәйелеп ятҡан ине атаҡлы ҡаҙаҡ ханы Ҡазыбәк ауылы. Бында тәпәшәк тирмәләрҙән тыш балсыҡтан ҡатырып эшләнгән саман өйҙәр ҙә, өңөп яһалған ер аҫты торлаҡтары ла бар ине. Хатта ауыл тирәләй һыу япмаған яҡтан таш-балсыҡтан күтәрелгән ҡәлғә лә ҡалҡҡан. Бөтөн был ҡоролмалар араһында халыҡ ҡырмыҫҡа кеүек ҡайнашып тора. Эҫе ҡояш аҫтында йөрөүҙәренә ҡарамаҫтан һырмалы бишмәттәрен ныҡ быуып кейгән ҡатын-ҡыҙ, йонсоған ҡиәфәттә, усаҡ тирәләрендә ҡайнаша, бала-саға сыр-сыу килә. Арыраҡ кейеҙ баҫҡан, тәгәрмәс яһаған, тимер сүкегән, балсыҡ һуҡҡандар һәм тағы ла Көнбикәгә аңлашылып етмәгән әллә ни төр кәсеп менән булашыусылар күҙгә салына. Һораша торғас, юлаусыларҙы байҙың өлкән хеҙмәтсеһенә алып килделәр. Ул баштан аяҡ юл туҙанына күмелгән был икәүгә күҙ һалды. Йөҙ һыҙаттарының башҡалығы ла аңғарылды.
– Кемдәр?
– Истәк, – Айыухан ҡиәфәтенә нисек тә күндәмлек, вайымһыҙлыҡ бирергә тырышты.
– Ҡайҙан?
– Атап ҡына әйтер төйәгебеҙ юҡ. Күптән ер гиҙәбеҙ.
– Ниндәй һөнәрегеҙ бар?
– Көтөү көтәбеҙ. Үткән бер ҡыш Ертай байҙа йылҡы ҡарап ҡышланыҡ.
Яҫы яңаҡтары ялтырағансы ҡояшта янған тәпәшәк ир саллана башлаған һаҡалын семеткеләй биреп торҙо ла ярты битен көләпәрәһе эсенә йәшереп бөршәйгән Көнбикәгә төртөп күрһәтте:
– Был нимәгә эшкинә?
– Ул яҡшы бешерә, ҡаҙан тирәһендәге бөтә йомошто белә. Ауырыу туғаным, янымда булһын инде, телһеҙ.
Ҡаҙаҡ, кәүҙәлеһенең артына һырына барған был шөктәһеҙ генә малайға ҡарап, тағы икеләнде:
– Аҡылы теүәлме?
– Теүәл. Зыян булмаҫ, әкә, эргәмдә йөрөһөн инде.
– Ярай, – унан кемгәлер фарман да бирҙе, – Жамбыл! Алып кит бынауҙарҙы! Быныһы көтөүгә, быныһы... бергә шунда.
Нәҙек билен яҫы ҡайыш менән өҙҙөрә быуған, Жамбыл тигән ҡораллы йылғыр әҙәм уларҙы эйәртеп алып китте, барған ыңғайы эйәреүселәренә һөйләй барҙы:
– Тәртиптәр ҡаты. Бер баш мал юғалһа – илле ҡамсы, көтөүҙе ташлап китеүселәр табып, бәйләп далаға ташлана.
Уның әйткәндәренең яртыһын Көнбикә аңламаны, әлбиттә. Хәҙер килеп, ул үҙенең нимә уйлап был яҡтарға юлланыуына хайран әмәлдә. Ул бит ҡаҙаҡ гәбен аңламай ҙа икән. Был турала уйлаған ҡайҙа? Бынау Айыухан артынан юлланмаһа, ҡалайтыр ине икән? Әллә был тарафтарға килеп тә етә алмаҫ ине.
Өйөргә яҡынлашҡан һайын, йөрәге нығыраҡ дарҫланы Көнбикәнең. Ул бында, ел генә килеп етерҙәй ҡаҙаҡ далаларында, аҙашып киткән ҡан
туғандарын тапҡандай булды. Етер-етмәҫтән, менеп килгән менгеләре кешнәп ебәрҙе, уларға далалағыларҙан яуап булды. Малдың малы, күрәһең, ырыуҙаштарын таныны. Танымай һуң, үҙҙәренең инәләре лә шул өйөрҙә йөрөйҙөр бит.
Таный уларҙы Көнбикә лә. Ана, анауы ҡола бейәне былтыр үҙе ҡолонлатты. Сысҡан һыртлы, тәпәш кәүҙәле, йылдам малҡай. Атаһының әйтеүенсә, Уралға килеп сыҡҡан ҡырағай аттар өйөрөнән айырып алып ҡалынған йылҡы тоҡомо. Уның эргәһендәге оҙон ботло һомғол көрән бейә тоҡомо, ҡасандыр, атаһының олатаһына ғәрәп илсеһе тарафынан бүләк ителгән тигән тарих йәшәй. Ә инде өйөрҙөң күп өлөшөн биләгән буҙ төҫтәге бейәләр – өләсәһе һөйләгән риүәйәттәрҙәге Аҡбуҙат тоҡомо, шуның ҡомартҡылары. Улар кәүҙәгә лә эреләр, өйрәтеүгә лә барымһыҙҙар. Ә инде бер ҡулға эйәләштереп алһаң, ятҡа баш бирмәҫ, яуҙа ташлап китмәҫ тоғро юлдашҡа әйләнәләр. Өйөр башы, ғифрит кәүҙәле Буҙат та шулар ҡанынан. Буҙат, тигәндән... Ҡайҙа һуң ул?
Көнбикә һаҡлыҡты ла онотоп, менгеһенең ҡабырғаларын төйә-төйә, өйөрҙө уратып юрттырҙы. Уныңса, өйөргә яттар килеүен аңғарыу менән үк, Буҙат өйөрөн тирәләп талпына башларға, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, ер тетрәтеп кешәнәп ебәрергә тейеш ине лә бит. Тик уның юлын быуырға тип, һырынышып тупланған бейәләр араһынан әле бер, әле икенсе айғыр атылып сығып, ҡолаҡтарын ҡамсылатып ынтылғандай итте лә, һыбайлы ҡулында оҙон сыбыртҡы һауа телеп һыҙғырып шартылдауға, кире бооролоп китте.
Ҡыуып алып киленгән өйөр бындағы йылҡыға ҡушылған, күрәһең, даланың күҙ күреме ерен тотошлайы менән ҡаплап һибелгәндәр. Өйөрҙөң осона сығып етерлек түгел. Тик Көнбикә өмөтөн өҙмәне. Туҡтауыһыҙ осоп торған саң ҡатыш ҡом күҙҙәренә тулһа ла, сыбар өйөрҙән ҡарашын күсермәне. Хәтһеҙ ваҡыт йөрөгәс, башҡалар араһынан айырылып ҡалҡып торған дәү һыртты аңғарҙы. Менгеһен, ашыҡтырып, шунда ҡыуҙы. Етәрәк, эйәренән шыуып төшөп, айғыр ҡаршыһына йүгереп килде лә... ҡатып ҡалды:
– А-аһ! Буҙат! Буҙа-ат... – ҡыҙ устары менән ауыҙын томаланы, әйтерһең, үҙен артыҡ һүҙ әйтеүҙән тыйҙы. Буҙат иһә бар донъяға битараф көйө рыя ҡарап тора бирҙе. Алғы аяҡтарына ағас бығау һалынған, киң һырты ҡамсы эҙҙәренән сыбарланған. Таланған. Үңәсендә, күкрәк тәңгәлендә сей яралары асылып, ҡанһырап тора. Һыңар күҙе әллә һытылып аҡҡан, әллә төртөлгән – ябылып ҡутырлаған. Аһ, Буҙат...
Яңағына үрелгән ҡулдан тартылып, ялбыр ялдарын һелкетеп, артҡа шылмаҡсы ине, бығаулы аяҡтарын ҡушарлап һикергән ыңғайы, улары аҫтынан ҡара ҡан юлаҡтары йүгерҙе.
– Хоҙайы-ым... Эй, хоҙайыммм... – әсе йәштәренә тығылып һыҡраны Көнбикә, – Ер йотһон... Ер йотһон һиңә ҡулдары күтәрелгәндәрҙе...
Икенсе тапҡыр ынтылғанда айғыр тайпылманы. Кәүҙәһен тулҡын йүгергәндәй итеп дерелдәтте лә, һаҡ ҡына моронон һуҙып, башта устарын, унан битен еҫкәне.
– Таны мине, Буҙат, таны... Был бит мин – Көнөкәй. Көнөкәй! Ишетәһеңме? Көнөкәй һине алып ҡайтырға килде...
Уларҙы Айыухан шул хәлдә килеп тапты. Миктәгән айғырҙың муйынына һырынып буҙлаған ҡыҙҙы саҡ ысҡындырып алды.
– Көнөкәй! Баш юҡ һиндә бөтөнләй! Хәҙер берәйһе күрһә!
– Күрәһеңме? Буҙатты нишләткәндәр!
Айыуханда малҡайға һыҡранып ҡараны:
– Ошолай булыры билгеле инде. Бындай айғырҙы улар башҡаса ҡалайтып буйһондорһон.
– Мин уны был хәлдә ҡалдырмайым!
– Көнөкәй! Хәҙер үк атыңа мен!
– Юҡ!
Әлеге мәл дә ҡатылыҡ менән алдырып булмаҫын аңлаған егет тауышын йомшарта төштө:
– Әле тота килеп кенә бер нәмә лә эшләп булмай. Аңла. Төнгә, башҡалар ятҡас, айғырҙың бығауын сисербеҙ. Шулайтып яйлап хәл индерергә кәрәк уға. Был хәлдә алыҫҡа китә алмаясаҡ. Мал һауыҡҡан арала башҡаһын ниәтләрбеҙ.
Был һүҙҙәрҙән бер аҙ яйға килде ҡыҙ ҙа. Айғырҙың яңаҡтарынан тотоп, һау күҙендәге сағылышына өндәште:
– Саҡ ҡына сабыр ит, йәме, Буҙатҡайым. Саҡ ҡына...
Уларҙы өлкән көтөүсе Итбай ажғырып ҡаршыланы:
– Һин был бөкөрөнө бағырға килдеңме, әллә малдымы?! Ә һин ҡайҙа рөхсәтһеҙ саптың? – үҙе шул ыңғайы яндарынан елдереп үтеп барышлай, ҡулындағы ҡамсыһы менән киҙәнеп Көнбикәнең арҡаһына һыҙырып үтте. Көтөлмәгәнлектән албырғаған ҡыҙ эйәренән ҡоланы ла төштө. Был хәлдән Итбай артынан килгән башҡа көтөүселәр, менгеләрен бер тирәлә тапандырып, эйелә-бөгөлә көлдө:
– Атта ултыра белмәгән көтөүсе килгән!
– Истәк эйәренә тотона алмай! Һа-һа-һа!
– Ер ҡорто!
– Һо-һо-һо!
– Ах-ха-ха!
Айыухан, нисек кенә эсе өҙөлһә лә, әллә ҡаушауҙан, әллә ҡурҡыуҙан һаман ерҙә йөҙтүбән ятҡан Көнбикәгә ярҙам итмәне, ә өҫтән ҡарап екерҙе генә:
– Мырҙан! Тор! Мен атыңа!
Шунда ғына ҡыҙ үҙенең хәҙер Мырҙан икәнлеген иҫенә төшөрөп, ҡалҡынып, өҫтөн ҡаҡҡылай-ҡаҡҡылай, йүгәненә сыбалып йөрөгән атына юлланды. Ауыртыуҙы тойманы, сөнки арҡалағы ҡайыры аша ҡамсы теле үтмәгәйне. Йылдам ғына менеп, Айыуханға йәнәшләне. Уның бысраҡ ауыҙ-моронона ҡарап һаман көлөштөләр, төрттөрөп, шаяртып маташтылар әле.
Көн оҙоно йылҡыны офоҡта түбәләре генә ағарып күренгән тауҙар яғына ҡыуҙылар. Далала үлән ҡыуарып ҡороғас, шул тауҙар аҫтындағы һутлы ерҙәргә алып бармаҡсылар икән. Йылҡы ҡышты тауҙар аҫтында сығасаҡ. Яҙ тыуыуға, ҡабаттан далаға ҡыуасаҡтар. Быларҙың көн итмеше лә, уларҙыҡы кеүек үк, мал туҡлығы артынан эйәреп йөрөүҙә икән. Көнбикә-Мырҙан өйөрҙөң иң артынан килә. Буҙаттың да арттағылар рәтендә булырын белә. Бығауҙары менән һикерәнләп барыу уның тиҙлеген ҡолонло бейәләрҙекенән дә яйлата. Быныһына өҫтәп, хужалыҡҡа дәғүә итеүсе ҡола айғыр теңкәһенә тейә. Артта ҡалғандарҙы тешләп-тибеш тиҙләткән ыңғайы, Буҙатты айырыуса рәхимһеҙ талай. Айғыр артҡы аяҡтары менән дә, тештәре менән генә ҡаршы тора. Ҡаса ла, һөжүм итә лә алмай. Етмәһә, ҡаҙаҡ көтөүселәренең ҡамсылап, баһраулап төйгән арҡаһы ла яҙылып тибешергә бирмәй. Быларҙы күҙәтеп барған Көнбикә, Буҙатҡа ябырылғандарҙы аңғарыу менән, сыбыртҡыһын шыйтлатып араларға ташлана. Оло өйөрҙө әллә нисәгә бүлгеләп, бейәләргә талашҡан йәш айғырҙар, берәгәй өйөр башлығы булмауҙан файҙаланып, ни теләһәләр, шуны ҡыланалар ине. Яйы сыҡҡан һайын өйөрөн ҡайырып алып китергә ынтылған, ҡороҡларға маташыусыларҙы дала буйлап һөйрәтеп йөрөткән, танау ярыҡтарынан ҡайнар тын бөркөп, алғы тояҡтары менән ер сапсып ҡуржыған, кәртә-ҡоймаларҙы күкрәге менән емерә төртөп сығып сапҡан был бәһлеүән күк айғырҙың кәрен ҡайтарабыҙ тип, көтөүселәр ҙә хаттин ашты. Айғырлы өйөрҙәр алып килеп ҡуштылар ҙа, башлыҡтар араһында һуғыш ҡупҡанда, ян-яҡлап килеп, Буҙатты сыбыртҡыланылар. Унда ла баш һалмағас, таш ҡәлғәғә ҡамап индереп, баһраулап, ашһыҙ-һыуһыҙ йонсотоп, туҡмап хәлһеҙләндереп, аяҡтарына бығау һалдылар. Был көйө ул өйөрөн һаҡларлыҡ, эйәртерлек хәлдә түгел, үҙен дә яҡлай алмай.
Айғырҙың айбарланып ырғып сабырға маташыуын, ҡәҙерле өйөрөнән ҡалмаҫҡа, бейәләренән, ҡолондарынан күҙ яҙҙырмаҫҡа булып алаҡанлағанына, ят айғырҙарҙан көнләшеп асырғанып кешнәгәненә ҡарап, йөрәге ҡыҫылды Көнбикәнең. Ҡайһындай ҡөҙрәтте, ер-һыуының, ырыуының даны, атаһының ғорурлығы булған тоҡомло малды былай тәләфләгән дошмандарының боғаҙына барып йәбешеүҙән көскә тыйылып йөрөнө.
Көн эңерләүгә, туҡтап, тамаҡ бешергән, ятыр урындар әҙерләгән мәшәҡәтле мәлдә, башҡаларҙан күҙ яҙҙырып, айғыр янына килә һалып та етте ҡыҙ. Хәнйәре менән оҙаҡ ҡына ышҡып, бығауҙарҙың ике яғынан нығытылған сүс арҡандарҙы ҡырҡты. Унан тояҡтарҙың итен ҡырҡып батып ингән ағастарҙы ипләп кенә айырып алды. Айғыр сабырһыҙланып, оҙон ялдарын туҙыратып, башын һелккеләне, бышҡырҙы, әммә ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Ул был еҫте, был ҡулдарҙы, иркә тауышты таный, таный ғына түгел, ошо нәҙекәй генә һынды күреү менән, ҡаны ҡайнап ҡайҙалыр ынтылғыһы, осҡоһо килә башлай ине.
Тояҡтары ысҡынған мал, аяҡтарын алмаш-тилмәш күтәргеләп, бер атҡа, бер алға китеп ҡараны. Унан, азатлыҡты тойғас, ҡойроғон кәпсәйтеп, көбөләй башын ҡаҡайтып, муйынын дуғаландырҙы ла ябыҡҡан, әммә мөһабәтлеген юғалтмаған кәүҙәһен мөлкөлдәтеп, еңел юртып китте. Шул ыңғайы юлына сыҡҡан теге ҡола айғырҙы күкрәге менән бәреп тә йыҡты. Тегеһе тыбырсынып тороп маташҡансы, төнгө даланы яңғыратып кешнәп, хужалығын барларға юлланды.
Алама кейеҙ менән ҡаплап яһалған сатыр янында Айыухан уны сабырһыҙланып көтә ине. Тыныс ҡына ашап ултырған булһа ла, күҙҙәре
асыуҙан ялтырай. Шым ғына килеп, янына сүгәләгән ҡыҙҙың ҡулына ағас сеүәтә тотторҙо ла сәнсеп ҡарап алды.
– Тағы ҡайыҙланғың килеп йөрөйһөңмө?
– Буҙатты ысҡындырҙым.
Айыухан һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып сығарҙы:
– Бисура! Аҙыраҡ көтөп булмай инеме?
– Юҡ, - ҡыҙ ҙа уға секерәйеп ҡараны, – Тышаулы көйө уның көндәре һынаулы. Әле өйөрҙө ҡабаттан үҙенеке итеү өсөн дә ваҡыт кәрәк буласаҡ. Малды беҙ айғырһыҙ бер ни ҙә эшләтә алмайбыҙ, ә айғырҙы алып киткәндә өйөр уға эйәрәсәк.
– Әгәр һинең ҡул икәнде белһәләр?
– Эйәрҙә ултыра алмаған бөкөрө малайҙың шундай айғырға яҡын барырына кем ышанһын?
– Ярай, булды. Ҡабат китәһе булма.
– Йә, - тип йәһәт кенә килешһә лә, күҙҙәренең ҡәнәғәт йылмайыуына ҡарағанда тыңламаясаҡ ине ҡыҙ уны. Быны Айыухан белә. Шуға икеләтә йәне көйә.
Иртәнсәккә оло ғауға ҡупты. Ҡайнашҡан йылҡыларҙы йыйып алырлыҡ түгел. Ғифриттәй айғыр, башҡалар араһынан әллә күпмегә ҡалҡып ҡаҡайып, бейәләренә дәғүә иткәндәй, айғырҙарҙы ҡарауыллай, ҡарауыллап ҡына ҡалмай, ҡойон шикелле өйөрөлтмәк уйнатып килеп һөжүм итә лә, көтөүселәр сабышып килеп еткәнсе, өркөп ҡасырлыҡ хәлгә еткерә. Ҡарышып маташҡандарға мулыраҡ та эләгә. Шундай бер-икәүһе оҙаҡ ҡына өйәҙәп ятып-ятып, саҡ ҡалҡынып тороп китте. Буҙаттың үҙенә лә ҡамсы ҡаты төштө, әммә күҙҙәренә ҡан һауып алған малға был ғына кәртә түгел. Иркен далала уларҙың шул ҡамсынан артыҡ көс күрһәтә алмаҫтарын да белә әллә. Шуға үҙе лә хаяһыҙланып, көтөүселәрҙең дә аттарын таларға ынтылды. Тегеләре ҡасырға тайшанған менгеләренән ҡолап, айғыр тояғы аҫтына ҡалыуҙан ҡурҡып, ҡул һелтәнеләр. Тамам үҙ иркенә ҡалған айғыр иһә, өс-дүрт көн эсендә, хакимлыҡҡа ынтылған дошмандарын еңеп, берәүҙәрен баш һалдырып, икенселәрен өйөр артынан эйәреп кенә йөрөрлөк итеп, үҙ дәрәжәһен ҡайтарып алды. Хәҙер был йылҡы диңгеҙенә ҡайһы ваҡытта ғына күҙ һалһаң да, араларында ҡаҡайып торған дәү башты күрәһең. Был - Буҙат, ырыуы именлеге һағында.
Аҙна самаһы юл үтеп, баштарында ала ҡар ятҡан үркәсле тауҙар итәгенә килеп еттеләр. Бында далалағы кеүек саң юҡ, әммә һыуығыраҡ. Уның ҡарауы үлән күпереп ята, тау битләүҙәренән йүгерешеп төшкән ваҡ шишмәләр үҙәндәрҙе йәшеллектә тота, күрәһең.
Бында ҡышлау урыны. Көнбикәләр менән мал ҡыуып килгәндәрҙең ғаиләләре лә, тағы күпмелер халыҡ ошонда көн итә икән. Айыухан икеһенә ҙур булмаған ғына тирмә ултыртты. Ҡаҙаҡтар, торлағыңды ҡалыныраҡ итеп көплә, тау аҫтында ҡыш елһеҙ булһа ла һалҡыныраҡ, тиһәләр ҙә, моңһоҙлоҡҡа һалышҡан булып, ҡул һелтәне. Уларҙың бит ҡышҡа ҡалырға уйҙары юҡ. Айғырҙың ныҡлап һауығыуын да, быларҙың үҙ мәшәҡәттәренә
күсеүен генә көтәләр. Ысынлап та, торлаҡтарына килеп еткән ҡаҙаҡтар йылҡыны үҙ иркенә ҡуйып, һәр береһе көнкүреш хәстәрҙәренә сумды. Малдарҙың ҡайһы тәңгәлдәрҙә йөрөүенә күҙ һалып тороусылар ҙа истәктәр, йәғни алпауыт Сайран менән көмөрө Мырҙан булып ҡалды. Был ике ҡамғаҡ кеүек булып йөрөгән әҙәмгә тамаҡ хаҡынан башҡа бер ни кәрәкмәй.Ана, хатта ҡышлар урындарын да йүнләп ҡора белмәйҙәр, тип көләләр уларҙан бындағылар.
Көнбикәгә Айыухан менән бер тирмәлә йәшәү генә ауыр. Ҡалғанына өйрәнде лә хәҙер. Ике-өс көнгә бер Айыухан уның битенә теге ҡайырыны иҙеп һөртә. Арҡаһындағы көмөрөһөн үҙе лә нығытып бәйләй ала. Ҡулдарын йәшереп, еңен һәлберәтеп йөрөүе лә айырыуса һәпрәлек бирәлерме, әллә йөҙөнөң күберсеп тороуынан ситләшепме, уға яҡынлашыу ғына түгел, артыҡ күҙ һалмаҫҡа ла тырышалар. Көнбикә өсөн был да ҡулай, өлкән көтөүсе аҡырып-баҡырып йомош тапмаған мәлдәрҙә мәғрүр тау итәктәре буйлап ҡыҙырып йөрөп килә, әҙәм күҙе күрмәҫ урындарҙа көләпәрәһен сисеп, сәстәрен туҙғытып ултырып ала, күгүләндә аунап, зәңгәр күк төпһөҙлөгөнә ҡарап ята.
Әле лә шулай, хыялында Урал үркәстәрендә йөрөй ине, тау үренән төшөп килгән һынды күреп, йәһәт кенә башлығын батырып, сәстәрен ҡолаҡсындары аҫтына йәшереп тыҡты. Үтеп барыусыны күрмәмеш булып китеп барырға ла ниәтләгәйне лә, уның бығаса ла ауылда аңғарған зәғиф ҡатын икәнлеген шәйләп, ташында ултырып ҡалды. Ҡатын да, килә торғас, күҙәтеүсе барлыҡты төшөндө. Үҙе лә, бер ҙә ҡарашын күсермәй, текәлеп килә бирҙе. Йәнәшләгәс, ике яҡ та бер-береһен һынап ҡараны. Хәрәкәт иткәндә өйрәк шикелле булып ике яҡҡа аушанлап атлаған һәм был ҡиәфәте менән ҡатлы-ҡатлы алама бишмәттәргә төрөнгән сүрәте бигерәк шөкәтһеҙ булып күренһә, туҡтағанда ул төҙ генә икән. Ел-ямғырға ҡарайып ялтыраған йөҙө нәфис... юҡ, улай ғына ла түгел, сибәр... бик сибәр ҡатын ине был. Көнбикә, ҡаршыһына килеп туҡтап ҡалған ҡатынға аҫтан өҫкә ҡарап, төбәлеп ҡалды. Тегеһе лә уны бик һынсыл итеп ҡарашы менән һөҙҙө. Унан, көтмәгәндә, бер аҙ ҡаҙаҡ юҫығындараҡ, әммә башҡортса өндәште:
– Ҡайһы яҡтан һеҙ?
Ҡыҙ ҡапылда яуаплай алмай, тотлоғоп ҡалды. Керфектәрен генә елпетте бары.
– Телһеҙ түгел икәнлегеңде беләм, йырлағаныңды ишеттем үткәндә. Йылға ярында йөрөй инең, мин ҡамыш араһында кер сайҡаным.
Көнбикәнең ҡобараһы осто, әммә һаман ауыҙын асыр көс тапманы. Ҡатын йәнәшәләге ташҡа терәлеп, ҡулындағы үлән төргән урамаһын алдына һалды:
– Ҡурҡма, һатмам, миңә күптән кеше хәле ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та түгел.
– Һин... Мин...
– Ағиҙел буйында үҫкән башҡорт ҡыҙымын. Кәүсәриә, тиҙәр ине. Ун дүрт алты йәшемдә ҡаҙаҡтар ҡарымта менән килгәндә урлап китте. Был яҡтарға алып килгәс, баҙарға һатыуға сығарҙылар.
– Һат-тыу-ға?..
– Эйе. Ҡолдар баҙары бар. Йылҡы һатҡан кеүек итеп ҡыҙҙарҙы, балаларҙы, әсирҙәрҙе һаталар был яҡта.
)– Һине лә... һаттылармы?
– Байым өс дөйәгә алмаштырып алды, икенсе ҡатынлыҡҡа. Алып ҡайтыуы булды – ҡастым. Артымдан ҡыуа сығып, тоттолар.
Артабан инде Көнбикә ҡатынға һорау бирә алманы, бары күҙҙәрен киң асып ҡараны ла ултырҙы. Ә Кәүсәриә, һорамаһа ла һөйләне:
– Бик ҡаты туҡмалдым, әммә күнә алманым. Тағы ла ҡастым. Был юлы, табандарымды ярып, ҡыл һалдылар. Унан ошо хәлгә ҡалғас, байым, мине тиңһенмәй, хеҙмәтсеһенә бирҙе.
– Итбайғамы?..
– Итбайға...
Икеһе лә тынып ҡалды. Көнбикә ҡанһыҙ Итбай ҡулындағы ҡатындың хәлен самалай ҙа ирекһеҙҙән бармаҡтары йоҙроҡҡа йомарлана. Ҡатын уның ағарып ҡыҫылған ҡулдарына ҡарай биреп ултыра ла тағы ла көтөлмәгәнде ярып һала:
– Йөрәкле бисә һин.
Ҡыҙ тағы ла ауыҙын асты ла кире япты, һүҙе табылманы.
– Тәнемде зәғифләп бөтһәләр ҙә, күҙҙәрем үткер минең. Эйәрҙә ултырыуыңды, атлап китеүеңде сәйерһенеп күҙәттем. Бына әле ҡулдарыңды күреп торам. Унан килеп... эргәңдә йөрөгән алпауыт күҙ яҙҙырмай...
– Ул минең ағайым.
– Юҡты һөйләмә. Әйтәм бит, минең күҙҙе алдап булмай.
Көнбикә әгәр ошо ваҡыт, былай буялған булмаһа, моғайын, шулай уҡ булып ҡыҙарыр ине. Кәүсәриәнең бер еп булып ҡымтылып ҡатҡан ирендәре аҙ ғына яҙылғандай итте, ҡарашы йомшарҙы:
– Йә, ярай... Берәйһен эҙләйһегеҙме? Әллә йәшенәһегеҙме?
– Беҙ... – ҡыҙ әйтергәме-юҡмы тип икеләнде лә, инде алдауҙан фәтеүә юҡлыҡты аңлап, дөрөҫөн асты, - йылҡы артынан килдек... Буҙат артынан.
Ҡатын ишеткәндәренә ышана алмай, ҡыҙҙың ауыҙына төбәлеп ҡалды:
– Йылҡы... артынан?..
– Эйе. Йәй уртаһында атайымдың һәм тағы ла ике-өс йәйләүҙең йылҡыһын ҡыуып алып киттеләр. Ҡатын-ҡыҙ менән бала-сағаны яу менән алып ҡалдыҡ, ә мал артынан ҡыуып китер әмәл булманы.
– Һеҙ икәүҙән-икәү ошо араға шул малды юллап килдегеҙме?
– Атайым Оло һыу буйына китте лә ҡайтманы... Буҙат уның төҫө... Ул... үләсәк был далала... зарығып...
– Зарығып?.. – Кәүсәриә ҡараштарын тау бөткән ерҙән йәйрәп киткән дала тигеҙлегенә күсерҙе. – Ҡайһы бер йәндәрҙең яҙмышы зарығып йәшәүҙән ғибәрәт...
Көнбикә өндәшмәне. Ҡатын ҡабаттан уға боролдо:
– Был йылҡыны оло яу менән дә алып булмаҫын аңламайһығыҙмы ни? Ҡайһынығыҙ мал ҡыуа ла, ҡайһынығыҙ көтөүселәргә ҡаршы тора? Үлем эҙләп йөрөйһөгөҙ бары, быларҙан ҡасып ҡотолоп булмай.
Ҡатын тағы бер аҙ ултыра бирҙе лә, нисек ҡапыл пәйҙә булған булһа, шулай йәһәт кенә тороп, китеп барҙы. Уның табандарына баҫа алмай әллә үксәһенә, әллә табан ҡырына терәлеп аушанлап атлауына ҡарап, йөрәген усына ҡыҫып тотоп тороп ҡалды ҡыҙ. Бахырҡа-а-ай... Ҡайһы бер йәндәр зарығып йәшәүгә дусар, тинеме...
Көҙ үҙ көсөнә инәлер, күрәһең. Бында, түбәләре күккә олғашыр тауҙар итәгендә, йәшеллек тә, һиллек тә. Ваҡыты-ваҡыты менән даланан килеп еткән ҡоро елдәр ҡатыраҡ иҫә, ер һыуына, ямғырҙар йышая башланы. Бындай осорҙа, бигерәк тә көн йонсоуында, мал да аяҡланып бармай, быны белгән көтөүселәр ҙә хәҙер күп ваҡытын тирмәләрендә үткәрә. Ҡара яҙҙан мал артынан эйәреп йөрөгән ул бисараларға ла арҡа яҙыр мәлдәр тыуҙы.
Айыухан менән Көнбикәнең дә тәпәшәк тирмәләрендә көн күреп ятҡандары. Айыухан, Итбай ҡушыуы буйынса, ҡороҡтар үрә, ә ҡыҙ тирмә түбәһе уйымы аҫтында егеттең бишмәтенең бүҫелеп сыҡҡан еңен ултыртып маташа. Тирмәлә саҡта улар артыҡ һөйләшеп –аралашып бармайҙар. Тирмәне лә урталайға бүлеп алғандар. Терәүҙең кейеҙ менән бүленгән бәләкәй өлөшөндә Көнбикә йоҡлап йөрөй, иркенерәк яғында – Айыухан. Кистәрен башта ҡыҙ инеп, үҙ мөйөшөнә сумһа, егет, ғәҙәттә, һуңлап ҡына инеп ята ла, таң яҡтырыр-яҡтырмаҫтан сығып та китә. Әле ямғырлы мәлдәрҙә сараһыҙҙан икеһе лә тирмә тотҡоно булып ултыра. Көнбикә был тынлыҡтан тамам арыған, әйтерһең, ул ҡаҙаҡтар өсөн генә түгел, ә Айыухан алдында ла телһеҙ булып ҡалған. Ахырҙа түҙмәне, үҙ алдына һөйләнгән кеүек итеп, һуҙып ҡуйҙы:
– Ҡышлайбыҙҙыр беҙ бында...
Айыухан уны әллә ишетмәне, әллә шулайға һалышты ғына, һәр хәлдә яуап бирмәне. Тик Көнбикәнән улай ғына ҡотола алмаҫын да белә егет. Бына уның түҙеме лә оҙаҡҡа етмәне, эшен ҡуйып, утлы ҡарашын атты ла:
– Өндәшмәҫ булһаң, бер үҙем сығам да китәм.
Айыухан да һыр бирмәй:
– Ҡайҙа сыҡмаҡсыһың?
– Ҡайтыуға.
– Сабыр ит, ҡабаланып-ҡарһаланып башҡара торған нәмә түгел.
Көнбикә түҙмәй, тороп, тар тирмәлә ялпылдап улай-былай йөрөп алды:
– Минең... егет түгел икәнде аңғарған кеше бар. Берәү төшөнгәс, икенселәре лә аңлар, йәһәтерәк китә һалайыҡ.
Айыухан ишеүенән туҡтап ҡалды:
– Кем һиҙгән? Ҡайҙан белдең?
– Итбайҙың бисәһе.
– Итбайҙың?.. Анауы зәғифме?
– Ул зәғиф түгел! Уның табанын ҡырҡып, ҡыл һалғандар, баҫа алмай, – Көнбикә быныһын үтә иңрәп әйттеме, егет уға текәлеп ҡалды. – Башҡорт ҡыҙы ул, Ағиҙел буйынан. Бында уны тотҡонда тоталар... Буҙат кеүек итеп.
– Көнөкәй, һин ул ҡатын менән һөйләштең дәме әллә? – ҡапыл Айыуханға эштең асылы барып етте.
– Һөйләшмәҫ тә инем, тик ул дөрөҫөн белә ине инде. Ул шундай... ҡарай ҙа барыһын үҙе әйтә лә ҡуя.
Хәҙер инде Айыухан тороп китте:
– Һатһа?! Бәлки, бында инде барыһы ла беҙҙең уй-ниәтте беләлер, беҙ генә алйотланып йөрөйбөҙҙөр, ә, Көнөкәй?
– Юҡ. Кәүсәриә һата алмай.
– Көнөкәй!.. – егет тотлоҡто. – Һине уйлап, сәсем ағарыр инде минең.
Ҡыҙ мыҫҡыллы йылмайҙы:
– Ҡасандан алып мине уйлай башланың әле?
Шул ваҡыт әллә артыҡ ҡыҙып, әллә хисләнеп әйтелде быныһы ла:
– Ике йыл әүәл күл буйында мин атҡан өйрәкте урлап ҡасҡандан алып... уйламаған көнөм юҡ.
Бындайҙы ишетеүгә әҙер булмаған Көнбикә, ҡулындағыһына текәлеп шымып ҡалды, ә Айыухан, был баш-баштаҡ ҡыҙға ундай йәшерен серен асып һалыуына йәне көйөп, сапанын алып яурынына ташланы ла, ямғыр аҫтына сығып китте...
Шул төндә булған ваҡиғалар ҡыҙҙың һүҙҙәрен иҫбатланы ла. Бәхәсләшеп-бәхәсләшеп тә, бер ниндәй аныҡ ҡына ҡарарға ла килә алмай ятып киткәйнеләр, төндөң ниндәйҙер мәлендә тышта шау-шыу ҡупты.
–Көнөкәй! Эстә ҡал! – Айыухан хәнйәр беркетелгән ҡайышып алып быуҙы ла, тирмә япмаһына ынтылғайны ғына, тыштан ашығып килеп ингән берәүгә бәрелде.
– Нимә булды? Ниндәй тауыш?
– Ҡатының ҡайҙа? – Инеүсенең ҡатын-ҡыҙ булыуы егетте бөтөнләй албырғатты, шунлыҡтан хатта уның башҡортса өндәшеүен дә аңғарманы. Ә Көнбикә аңғарҙы ғына түгел, уның кем икәнлеген дә төшөнөп, һикереп торҙо:
– Бында мин, Кәүсәриә.
– Хәҙер үк китегеҙ! Иртәнсәк һуң буласаҡ!
– Ни булды? Асыҡлап һөйлә, – Айыухандың ҡалын тауышы ҡатындарҙың ҡалтыраҡ шыбырлашыуын баҫып китте.
– Кисә һуң ғына һеҙҙең менән бергә йөрөгән Салтанай килде. Байым ятҡан ине инде, истәктәр хаҡында һүҙ бар, бик мөһим, тип, индереүҙе үтенде. Мине сығарып ебәрҙеләр, әммә хәбәренең бушҡа түгеллеген һиҙеп, тирмә артына барып, тыңлап торҙом.
– Нимә тине? – йәштәр был һорауҙы бер ауыҙҙан бирҙе.
– Ул һине баштан үҡ күҙәткән икән, тимәк, ышанмаған. Аңдып йөрөй торғас, теге көн шарламала йыуынғаныңды күргән. Ул һинең ҡатын икәнлегеңде белә!
– Аһ! – Көнбикә устары менән ауыҙын ғына ҡаплай алды.
– Теге көн белгәс, ни өсөн шундуҡ әйтмәгән, фашламаған? Нимә көткән? – Айыухан тиҙерәк хәбәрҙең төбөнә төшөргә теләй.
– Уйлап алған башта, ҡаҙаҡтар улар үҙҙәренә файҙа сыҡҡанда ғына баш эйә. Салтанай ҡатыныңды үҙенә биреүҙе һорай, шундай шарт менән асты һеҙҙең серҙе лә.
– Аңлашылды. Ә тышта ниндәй тауыш?
–Мин байымдың тирмәһен яндырҙым. Ошо ҡайнаш аҫтында китә һалығыҙ!
Егет менән ҡыҙ, күҙ асып йомған арала ҡараңғыла кәрәк-яраҡтарын һәрмәштереп төйнәп, йәнәш баҫҡандар ине инде. Кәүсәриә ҡыҙҙың ҡулдарын эҙләп табып, унда нимәлер һалды.
–Был – минең хәситәм. Әсәм эшләп биргән. Яҙғы уйынға сыҡҡан ерҙән урландым, хәситәмде лә тәүгә тағып сыҡҡайным.
Көнбикә ҡалайтырға белмәне:
–Ҡуй. Ҡомартҡың үҙеңдә булһын...
– Ал, алып ҡайт. Мин шиңеп бөтөп барам инде, күп ҡалманы. Тәңкәләрем ошонда ҡалыр ҙа зарығып ятырҙар. Исмаһам, улар ҡайтһын, Иҙелемә һалып китерһең...
Көнбикә, йәштәренә быуылып, йоҡа күлдәксән генә булған ябыҡ ҡатынды ҡосаҡлап алды, дымлы сикәһен уның һөйәктәре ҡалҡып сыҡҡан яңағына терәне:
–Аманатыңды үтәрмен... Үтәрмен...
– Йә! Тәүәкәлләйек! – Айыухан ҡыҙҙы етәкләп, ҡатындың ҡосағынан йолҡоп алып китте. – Хуш, апай! Изгелегеңде онотмам! Аллаһ һиңә сабырлыҡтар бирһен!
Оло кәбән булып ялпылдап янған тирмә янында йүгерешкән халыҡ ситке тирмәнән сығып, ҡараңғылыҡҡа инеп ирегән ике шәүләне аңғармай ҡалды. Тупылдап алыҫлашҡан ат тояҡтары тауышын да ишетеүсе булманы.
Тау итәге ҡыҙырымынан ярышҡа сыҡҡандай сапты улар. Һүрән генә ай яҡтыһында аттарының һөрөнөп йығылыуын да, тәкмәс атып ятыуҙарын да уйламаны. Шулай сабыша торғас, өйөр ятҡан ергә барып сыҡтылар. Көнбикә менгеһенән һикереп төшөп, Буҙатты эҙләп китергә генә иткәндә, айғыр ҡаршыларына үҙе сыҡты. Күкрәген киреп, ҡойроғон күтәреп, өйөр тыныслығын боҙоусыны эҙәрлекләп килеүе ине уның.
– Буҙат! Буҙат, был мин! Мин! Мин, Буҙат! – Көнбикә һыңар ҡулын һуҙып, әкрен генә уға ҡаршы юлланды.
– Аңғарып! Һөжүм итерҙәй булһа, шундуҡ ситкә ырғы! – Айғырҙың ҡыҙҙан башҡаға әүрәмәҫен белгән егет артта ҡалып, шулай ҙа ҡамсыһын әҙер тотоп торҙо.
– Буҙат! Буҙат, матурым, әйҙә, ҡайтайыҡ. Ә? Ҡайтҡың киләме? Буҙат? – таныш тауышҡа айғыр ҙа яйлап тынысланды, аңлаған, ризалығын белдергән һымаҡ, башын ҡаҡҡылап, тапанып әйләнгеләне. Моронона йылы тынын бөркөп туҡтауһыҙ һөйләүсенең иркә ҡулдары йүгән кейҙергәндә лә, өҫтөнә һикереп менергә маташып, бер-нисә тапҡыр уңышһыҙ ырғып, унан, ниһайәт, ялдарына сат йәбешеп, тырмашып арҡаһына атланғанда ла, ҡарышманы. Ә инде итек үксәләре менән еңелсә генә бөйөрҙәренә төркәс, ауыр кәүҙәһен еңел ҡуҙғатып, күндәм генә юртып китте. Тик өҫтөндәге быға ғына риза булманы, балтырҙарын ҡатыраҡ ҡыҫып, кинәт ҡамсы осо менән һыртына эләктерҙе:
– Ел, Буҙат! Елдән тиҙерәк елдер! Ҡайтабыҙ! Ҡайтабы-ы-ыҙ!!
Ҡапыл ҡаны ҡыҙған айғыр, һыбайлыһын һыпырып ҡалдырырҙай көс менән алға һикерҙе лә, йыуан муйынын һуҙып, сабып китте. Уның артынан, Көнбикәгә өләсәһе һөйләгән әкиәттәге күлдән сыҡҡан йылҡы ише булып, оло өйөр эйәрҙе. Күмәк тояҡ баҫыуынан ер һелкенепме, әллә шул тауыш өҫкә күтәрелепме, тауҙар түбәһендәге мәңгелек ҡар япмаһы сытырлап урынынан ҡуҙғалды ла, ташҡын булып, үҙәндәргә шыуып төштө. Өйөр, йырылып киткән йылғалай, күҙ күреме етмәҫ арауыҡҡа һуҙылып, һыҙылып килгән таң яҡтыһына ҡаршы аҡты ла аҡты.
Биш ай буйына көтөп тә, яуҙың һыу аша был яҡҡа сыҡмай, ҡыялап үткәнен төшөнгән ғәскәр, төйәктәрендә ҡалған ғаиләләре, хужалыҡтары өсөн борсола башланы. Ана-бына ҡышҡа инергә торалар, ә уларҙың мал-тыуары йәйләүҙәрҙә тороп ҡалған. Ярай, күсенеү генә артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмаҫ та, күнегелгән тормош, әммә көтөүселәр ҙә, һаҡсылар менән генә ҡалған ерҙәргә күҙ һалыусылар ҙа булыуы мөмкин. Ҡаҙаҡ-ҡыпсаҡтар мал көрәйгән йәй ахырын һағалап ҡына тора, ҡайһы ырыуға ла сапҡын яһай торған ғәҙәттәре бар.
Алға ебәрелгән шымсылар алып килгән хәбәрҙәр буйынса, яуҙың диңгеҙ боғаҙын аша сыҡмаҫы баштан уҡ билдәле булған. Ваҡыт үтә тороп, ошо һығымталар дөрөҫләнгәндәй булғас, ғәскәр башлыҡтарының сабырлығы ҡаҡшағандан-ҡаҡшаны. Һәр береһен “Беҙ бында нигә килдек?” тигән һорау игәне.
Тоҡан бей урынына һаман бей һайлай алмай ҡаңғырышҡан үҫәргәндәрҙән дә аныҡ ҡына яуап алып булмай ине. Улар бейҙәренең ни уйлағанын, ниндәй ниәт менән эш иткәнен белмәгән. Һәр хәлдә, әлегә уның урынын биләгән ике ҡаҙаҡ кейәүҙәре шулай тигән була. Уларға ла ҡапыл-ғара, аңын-тоңон белмәйенсә, ҡаты бәрелеп тә булмай. Шул уҡ ваҡытта бында ниндәйҙер аңлайышһыҙ, осо осҡа ялғанмаған эштәр ҙә бар һымаҡ. Бөтөн ошо уйҙар менән янып ята торғас, түҙемлеге шартлап, ҡайһы бер ғәскәр башлыҡтарының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, Аллағол үҙ ғәскәрен алып сығып китте.
Һиҙемләүҙәре дөрөҫкә сыҡты батырҙың. Туҙҙырылғандан тергеҙелмәгән йәйләүҙәрҙе үтеп, атаһының ҡышлау урынына килеп еткәнсе, сәстәре ағарҙы. Тыныс ултырғандай булһа ла, ҡараштары менән ашарҙай булып төбәлеп, үҙенекеләрҙе имен-һау күрергә тигән ымһыныу менән елде. Бына ҡаршы алыусылар араһында бәләкәстәрен күкрәктәренә ҡыҫҡан ҡатындарын, улар артына һырынған ҡыҙҙарын аңғарҙы. Еңел һулап ебәрҙе. Атын ҡайырыуға, йәш ҡатыны теҙгенде эләктереп тә өлгөрҙө. Аяҡтары ергә тейер-теймәҫтән, сабыйы менән ҡуша килеп һырынды ла. Киткәнендә тыуып ҡына ҡалып, әле килеп ятһырап шарылдаған уланын күтәреп алып, һыңар ҡулын алға һуҙҙы. Был ишараны көтөп кенә торған эреле-ваҡлы дүрт ҡыҙ йүгерешеп килеп ҡосағына инде. Балаларын һөйгән арала ҡарашын һаман да яҡын килмәй торған өлкән ҡатынына күсерҙе ир. Уныһы ятһыраған һымаҡ моңһоу ҡарап
тора бирә. Бәлә барлығын төшөнгән Аллағол, ябырылыусыларҙан айырылып, ҡатып торған ҡатыны эргәһенә килде:
– Иҫәнме, Барһын?
– Мин иҫән дә... уландар юҡ, – әсә ҡайғыһының ни хәтле тәрәнлеген ҡараштарынан ғына ла төшөнөргә була, һүҙе кәрәкмәй ҙә кеүек.
Ишеткәндәренән сайҡалып китте Аллағол:
– Икәүһеләме?..
– Икәүһе лә...
Уларҙы ғаиләнең башҡа ағзалары килеп уратып баҫты. Ауыл буйынса былайтып һерәйешеп баҫып ҡалғандар ҙа, ултырып ҡайғырышҡандар ҙа, ҡосаҡлашып илашҡандар ҙа етәрлек ине.
Ағаһы артынса, баҫтырып тигәндәй, Көнбикә лә ҡайтып төштө. Уның Айыухан менән ҡыуып алып кителгән өйөрҙө икеләтә ишәйтеп алып ҡайтыуы, әлбиттә, оло ваҡиға булды. Әммә был яҡындарҙы юғалтыу ҡайғыһын баҫа алмай ине. Урал итәген, һөрөм булып, хәсрәт япты.
Көнбикә әсәһе һәм бәләкәс Мостафа менән ҡыш сығып килә. Атаһы ҡайтыуға һаман өмөттәрен өҙмәй көтәләр, бигерәк тә әсәһе ҡар ҡаплаған тауҙар араһындағы үҙәккә төбәлеп ҡатып ҡала. Шул тәңгәлдән ире ҡалтағайҙарҙа шыуып килеп сығыр ҙа һыңар ҡолғаһында этенә-этенә, улар тәңгәленә юлланыр, тигән хыял менән йәшәйме? Тик ул үҙәктән төшөүсе юҡ әле...
Айыухан Баҙыяндан тыуып ҡалған сабыйын үҙ ғаиләһенә алып ҡайтмаҡсы ине лә, Хафиза ялбарып һорап алып ҡалды. Айыухандың әсәһе көҙ ҡаҙаҡтар бәрелешендә имен ҡалһа ла, был бәләне кисерә алманы – мәрхүм булып ҡалды. Шунлыҡтанмы, Хафиза баланы ирҙең еңгәләре ҡулына биргеһе килмәне. Үҙ бала-сағаларына сумған ҡатындарға сит бала әллә танһыҡ, әллә юҡ, этелеп-төртөлөп йөрөгәнсе, бында ҡәҙерҙә үҫһен, тип күндерҙе. Ҡатын алһаң, килеп алырһың, тип тә һылап ҡуйҙы.
Тамағы туҡ, аҫты ҡоро, ян-яғы һөйөүгә тулы булған бала ни, ай үҫәһен көн үҫеп, ана, атлайым тип тантып йөрөп тә ята. Көнбикәне еҫкәп йоҡлап, уяуында талпандай йәбешеп йөрөп, үтә эҫенгән, хәҙер йомош менән сыҡһа ла, килеп, ишек төбөндә көтөп тора.
– Атаһы апҡайтам тип алып китһә, ҡалайтабыҙ инде? – тип һуҡрана әсәһе, сабыйҙың был ғәҙәтенә көйөнөп.
– Апҡайтып, аны ҡалайтып ҡараһын ул? – тип еңел генә яуаплай Көнбикә.
– Алһа ала ла ҡуя инде, эйәһе бар. Бисәле булып китһә, ир кешенең үҙ ҡанын ситтә үҫтергеһе килмәҫ.
Был хаҡта ҡыҙ үҙе лә уйламай түгел. Ҡара көҙҙә, шул йылҡыларҙы алып килгәс, айырылышҡандан һуң, оҙон ҡыш ағымында бер тапҡыр ғына күрештеләр. Уныһында ла улын күрә килгән ир йоҡлап ятҡан сабыйын бишек төбө аша тупылдатып һөйҙө лә Аллағол аласығында булды. Көнбикә менән әсәһенә бүләктәр ҙә алып килгән ине, шуларын тапшырып, рәхмәт
әйтте. Тик былар ғына аҙ ҡыҙға, ул бит үҙенә күтәрелеп тә ҡараманы. Әйтерһең, бығаса таныш булмағандар. Уйлай микән уның хаҡында? Ике ятып, бер төшөнә инә микән, исмаһам? Ҡаҙаҡтар яғында йөрөгәндә лә, бер тирмәлә көн итеп ятҡанда ла ярты ауыҙ ғына булһа ла йылы һүҙ ҡатманы бит. Шулай уҡ та йөрәге ябыҡ микән ни? Апаһын онота алмайҙыр... Баҙыян кеүек наҙлы, ипле ҡатынынан һуң уның кеүек бисураға нисек итеп ҡараһын инде?.. Талашып йөрөүҙән сыҡманы баштары ла. Көнбикә лә ир затынан булһа, һуғышыт та китерҙәр ине, ҡыҙ бала тип кенә тыйылды шикелле, Айыухан. Эх, ниңә ул да, апаһы һымаҡ, нескә, йомшаҡ, тыңлаусан була алмай, нигә шулай яратылмаған? Шул саҡта, бәлки, һөйгәне уны ла ҡатын итеп күрер, иғтибарға алыр ине. Их...
Мостафаны һырмаға урап, сәңгелдәккә һалғайны ғына, ишекте киң асып, Аллағол килеп инде. Уның сәләмләү тауышын таныған малаҡай, тыпырсынып, тороп ҡарарға ынтылды.
– Апаны ишеткәс, ятмай инде был бала, – тип көлдө ҡыҙ. Сабыйҙы кире һөйрәп алып, ысҡындырып ебәрергә тура килде. Уныһы, урындыҡ ҡырына тотоноп, ишек төбөндәге һикелә аяҡ кейемен һалып ултырған иргә ҡарай юлланды.
– Кил! Кил, улымды, “һоп” итәм! – өҫкә талпынған һайын сырҡылданы бәпес, ҡоторҙо.
– Атай кәрәк инде һәр балаға ла, – тип көрһөнөп ҡуйҙы был ҡыҙыҡты ҡарап ҡыуанып ултырған Хафиза ла.
Баланы кире һеңлеһенә һоноп, урындыҡҡа үтеп ултырҙы Аллағол. Кесе әсәһе табын теҙмәксе ине лә, ҡул һелтәп кенә туҡтатты. Уның әле был көнгәсә атаһының йәш ҡатыны менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшкәне лә, яҡшылап аралашҡаны ла юҡ ине. Бәләкәйҙән өйрәнгән кеше булһа ла, хатта ҡустылары менән йәндәй күргән һеңлеһенең инәләре булғанда ла, атаһының йәмәғәте итеп тартынды, ара һаҡланы Аллағол. Хафиза иһә уны улдарының ағаһы, иренең баш балаһы итеп тарта, хөрмәт итә ине.
– Байбисә, – был исем менән дә беренсе тапҡыр өндәшеүе уның, аниһә, “бәләкәй әсәй” ти торғайны. – Атайҙың ҡайтырына өмөт юҡ, тере булһа, уны бығаса бер нәмә лә тотмаҫ ине.
Хафиза башын эйеп кенә тыңлап ултыра, килешмәй ҙә, ҡаршы ла төшмәй.
– Ҡышты имен-һау сыҡтыҡ, тиҙҙән йәйләү мәле лә етер. Нимә менән индем... Атай урынын миңә алырға тура килде, ерҙәре лә, малы ла, тигәндәй... Йәйләүгә лә уның урынына сыҡмаҡсыбыҙ. Һинең уйыңды белгем килә... Минең ғаилә янында ҡалаһыңмы, әллә берәй улыңдың ауылына күсергә теләйһең микән, тейем?
Хафиза тағы бер аҙ шымып ултырҙы ла әкрен генә тауыш менән әйтеп ҡуйҙы:
– Атайың бығаса яуға киткәнендә лә, сәфәргә юлланғанда ла, хушлашҡанда, бер ҙә “ҡайтмаһам, ҡайҙалыр күсерһең” тимәгәйне. Был юлы ла әйтмәне. Ғүмер буйы ҡылыс өҫтөндә йөрөп тә, үҙенең ҡайҙандыр ҡайта алмаҫын күҙалламаған, тиһеңме... Шуға, улым, ҡаршы булмаһаң, мин уны ошонда ғына көтәйем. Ҡайтһа ла... ҡайтмаһа ла.
Аллағолдоң был һүҙҙәрҙе ишеткәндән тауышы ҡалтырап китте:
– Рәхмәт, байбисә... Ошолай итереңде белгәйнем. Көтәйек атайҙы бергәләп.
Унан сират Көнбикәгә еттеме, ир кеше уға ла күтәрелеп ҡараны:
– Көнөкәй, үткән йәй һине Туҡан бейгә биргәндә, ололарға ныҡлап ҡаршы тормағаныма үкенәм. Улар дөрөҫ эшләйҙер тип, баш һалғайным. Туҡандың һатлыҡйәнлеген төшөнмәйерәк ҡалдыҡ, әрәм иттерҙек һине. Үҙемде ғәйепле тоям. Бынан ары, үҙеңдең теләгең булмаһа, бер нәмәгә лә көсләмәм. Һин туғаным ғына түгел, беҙҙең ырыуҙың яугир ҡыҙы ла, егеттәрем рәтенә ҡуям һине.
Ҡыҙҙың күкрәгендә нимәлер сәнсеп ҡуйҙы. “Егеттәрем рәтенә ҡуям”, “яугир ҡыҙ”... Ошо һүҙҙәр кәрәкме ни уға? Уның әлеге мәлдә һыу буйына яңғыҙы төшөргә лә ҡурҡҡан иркә ҡатын булғыһы килә. Эйе, ҡасандыр бей ҡыҙы итеп ҡарағандарында ярыла яҙа ине, яугирлығын иҫбатлап, бер булды. Хәҙер башҡа, хәҙер барыһы ла башҡа. Ҡай арала ул теләктәре юҡҡа сығып, яңылары яралғандыр?.. Хистәре менән бергәлер, моғайын. Мөхәббәт хистәре менән бергәлер...
Аллағол тағы ла арыуыҡ ҡына байбисә менән һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырҙы. Көнбикә Мостафаны бәүетте, ә уйҙары ошо йәнде бар иткән кеше хаҡында булды.
Эй, ваҡыт йылғаһының туҡтамауы! Ул, тормоштарҙың нисек барыуына ҡарамай, аға ла аға. Именме ул ерҙә әҙәмдәр, ҡырылышып-һуғышышып яталармы, тыныс ҡына көн итәләрме, әллә яу ҡубамы – уның мәшәҡәте юҡ. Ул ағыуын, көндәргә айҙарҙы, айҙарға йылдарҙы ялғап алып китеүен генә белә. Әҙәмдәр ергә тыуа, йән аҫрамаҡ булып ғүмер һөрә, нимәләрҙер көҫәп, ҡан ҡойоша, кемдәрендер яҡлап йәнен бирә, шатлана-көйә, илай-көлә... Шулайтып ваҡыт йылғаһының уларға бирелгән һыуҙары ағып китеп бөткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ҡарап ебәрһә – бә-ә-әс! Уға ла китергә мәл икән...
Әле генә ҡалайтып ҡышҡа инәбеҙ тип ҡайғырған халыҡ, йәйләүгә сығыуға, ҡайнаша ла башланы. Ер асылғас уҡ, йәйләү урындарын тергеҙеп, яндырылған ҡаралтыларҙы яңыртып ҡайтҡайнылар, үлән бер аҙ күтәрелеүгә, тирмәләр ҡоролоп, малдар ҡыуылып, ҡарауылдар ҡалҡытылып, йәйләүҙәр ҡабаттан йәшәүгә яраҡлаштырылды. Был мәшәҡәттәр тамамланыуға, ҡатын-ҡыҙ менән бала-саға тейәгән ылауҙар юлға сыҡты. Былтырғы бәләләр онотолмаһа ла, йәйләүгә күсенеү барыһы өсөн дә күңелле осор. Ниһайәт, ирек, иркенлек, хозурлыҡ! Ҡанға һеңгән сәхрә танһыҡлығын, шул танһыҡты ҡандырыу ләззәтен бер нәмә лә алмаштыра ла, бер хәсрәт тә баҫа ла алмай шул.
Ҡышты диңгеҙ ярҙарында ятып үткәргән ҡалған ғәскәр ҙә ҡайтҡас, көткәндәрҙең күңеле лә баҫылып, ырыу башлыҡтарының намыҫтары бер аҙ тыныслыҡ алып, бары донъя эшьәренә тотондо. Йәйләүҙәр киңәйтелеп, яңынан-яңы тирмәләр ҡалҡты, улар алдына усаҡтар ҡабыҙылды, никахтар уҡылды, сабыйҙар тыуҙы. Көн дә ҡалҡҡан ҡояш менән бергә тороусылар һыйыр һәм бейәләрҙе һауҙы, ҡаҙан ҡайнатты, балаларын баҡты, ирҙәрен
тәрбиәләне. Ирҙәр иһә барлыҡтары менән бөтөн ошо бөтөнлөктө һаҡлап, яҡлап торҙо, абруй, төҫ булды.
Мостафаны эйәр башына ултыртып алып, урман-ҡыр гиҙеп ҡайтып ингән Көнбикәне ҡото алынған Хафиза алама хәбәр менән ҡаршыланы:
– Ағаң һиңә ҡырға сыҡмаҫҡа ҡушып китте. Тыңламаһа, һаҡ аҫтына ултыртам, тине. Көтөүселәргә ат бирмәҫкә лә ҡушҡан.
Был яңылыҡ ҡыҙҙы бөтөнләй аптыратты. Әле бер тәртип тә боҙмай ғына йөрө ине лә һаң.
– Ни өсөн? Әйтмәнеме?
Әсәһе бер аҙ тотлоҡто:
– Әйт-те...
– Йә?! – Көнбикәнең һарыуы ҡайнай башланы. Эй, атаһының ҡыҙы инде үҙе лә.
– Үҙенән ишет. Бар, ул һине көтә.
Алдында ойоп ултырған малайҙы әсәһе ҡулына тапшырып, ҡыҙ урталыҡта ҡанаттарын йәйеп кирелеп ултырған оло тирмәләр яғына китте. Яңы ғына ғәскәр баштарын йыйып һөйләшкәндән ял итергә ултырған Аллағол алдына йәш ҡатыны табын йәйә ине. Бикәсенең эскә һонолған башын күреү менән, ҡатын әйҙәләп ҡулын иҙәне. Ҡыҙ “йәлп” итеп инеп, ҡунаҡланы ла. Унан еңгәһенә бер аҙ аҙыҡ теҙешкәс, ағаһына боролоп ултырҙы:
– Ҡаҙаҡтарҙан ҡурҡып, миңә хәҙер ат та бирмәйҙәр икән был йәйләүҙә.
Уның ниндәйҙер бер сәнскеле һүҙ әйтерен белгән Аллағол, күңеле төшөнкө булһа ла, йылмайҙы:
– Шулай бына.
– Мин нимә, хәҙер ҡарымтасыларҙан ҡасып ятаммы?
– Ҡасып ятмайһың, һаҡланаһың. Ҡаҙаҡтар яғындағы шымсылар хәбәр алып килде. Беҙҙең яҡҡа ҡарымтасылар сыҡҡан икән...
Нимәнелер әйтеп бөтмәй ағаһы, быны ҡыҙ ҙа һиҙә:
– Тағы?
– Тағы... Һинең башыңа ҙур мал, алтын-көмөш вәғәҙә иткән, ти, ҡаҙаҡ ханы. Йылҡыны һинең алып киткәнлегеңде белә, тимәк.
Көнбикә, алдына ҡарап, бер аҙ уйланып ултырҙы:
– Ә Айыухандың башына?
–Ундай һүҙ юҡ. Ҡаҙаҡҡа истәк яугирҙәре нимәгә? Һинең ҡыҙ бала булып, шундай малды алып китә алыуың зитына тейгән уның. Уйлап ҡараһаң, оят бит. Ғәрлегеңдән ятып үләрлек!
–Улар мине ҡайҙан белә? Ҡаҙаҡтарҙан кем таный мине? Ҡыҙҙар күп...
– Абдрахман бейҙең ҡыҙы берәү генә икәнде һәр ырыуҙа беләләр. Тоҡан бейҙе үлтергән ҡыҙын бигерәк тә яҡшы иҫләйҙәр. Байырға теләүселәр бында ла табылыр. Хәҙер һиңә һунар итеүселәр аҙ булмаҫ. Шунлыҡтан, һылыуым, йәйләүҙәр, йәйләүҙән генә түгел, тирмәләр янынан ҡырға атлағаныңды белһәмме?!
– Ағай!
– Бөттө!
– Ағайым... бей... Тирмәлә бикләткәнсе, ҡаҙаҡтарға һат! Исмаһам, алышып үләрмен.
– Көнөкәй! Ана-бына яу килә тип көтөп торғанда, һин ҡайғы һалма инде миңә, йәме?
Ҡапыл тауышы йомшарған ағаһы йәл дә булып китте ҡыҙға. Һуңғы йыл иңенә төшкән хәсрәттәрҙән үтә лә олпатланып, олоғайып китте. Бигерәк тә игеҙәк уландарын юғалтыу ҡанаттарын ҡырҡып алғандай итте. Ҡапыл ошоларҙың барыһын иҫләп, ҡыҙ ҙа ыңғайға ауҙарыуҙы хуп күрҙе:
– Ярар, борсолма. Бәлки, юҡ хәбәрҙер ҙә әле.
Тик хәбәр ысын булып сыҡты. Аҙна-ун көн тигәндә, йылға түбәнендәге бер йәйләүҙән сапҡын килде. Ҡарауылдар тиҫтәләгән һыбайлылар төркөмөн шәйләп, йәйләүгә етмәҫ борон юҡ итеп өлгөргән. Был яңылыҡ халыҡты тағы ла һағайтты. Ҡарауылдар көсәйтелде, малды бикләп тотоп булмағанлыҡтан, уларға ҡораллы һаҡ эйәртеп ебәрелде. Йәйләүҙәр араһында бәйләнеш ептәре нығытылды.
Шундай мәлдәрҙә Айыухан улы артынан килеп төштө. Был хәлдең буларын белеп йөрөһәләр ҙә, Хафиза менән Көнбикә албырғап ҡалды. Ҡуйындарында йылытып ҡына үҫтереп килгән сабыйҙы нисек итеп йолҡоп биреп ебәрмәк кәрәк?
– Кем ҡарар һуң? – тигән булды Хафиза, башҡа ҡаршы төшөр һүҙ тапмағас.
– Ағайымдың балалары араһында йөрөп үҫер. Еңгәләрем, уларҙың ҡыҙҙары бар.
– Бәләкәй бит әле, яңы йәше тулды. Тағы бер ҡыш сыҡһа ни була? – Көнбикә бер Аллағолға, бер Айыуханға ҡарап инәлде.
– Балаға атаһы хужа, – тип кенә өҙә һуҡты бей.
Айыухан ҡаты бәрелмәҫкә тырышты:
– Тағы ла бер йылдан уны алыу ауырыраҡ буласаҡ...
Тик Көнбикә Мостафаны улай еңел генә биреп ебәрә алмай ине, ул алышҡа әҙерләнеп ярһыны:
– Өйлән! Тағы булыр балаларың!
Ҡыҙының бындай әҙәпһеҙлегенән Хафиза, “Аһ” итеп ауыҙын ҡаплап, хатта артҡа тайшанып ҡуйҙы.
Айыухандың күңеле күтәрелде генә:
– Һин дә сыҡ кейәүгә, үҙ балаларыңды ҡарарһың.
– Миндә ҡайғың булмаһын! Бирмәйем Мостафаны!
– Икегеҙҙе ҡуша алып китәм улайһа.
– Һин!..
– Көнөкәй! – ағаһының екереүе тыйылырға мәжбүр итте ҡыҙҙы. - Бар үҙеңә!
Енләнеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы. Тирмәһенә атылып килеп инеп, көтөүсе ҡыҙы менән уйнап ултырған Мостафаны күргәс, йәштәренә быуылып, эргәһенә сүгәләне:
– Мостафа... балаҡайым минең...
– Нимә булды, Көнөкәй апай, – үҫмер ҡыҙ ҡурҡып китте.
– Атаһы алырға килгән.
– Бөтөнләйгәме ни?
– Эйе. Ҡалайтырбыҙ инде... – ҡыҙҙар, ҡайғырышып, бер ни аңламай йомшаҡ кейеҙҙәрҙә аунап шаярған балаға ҡарап ҡалды.
Нисек кенә булмаһын, артабанғы хәл-ваҡиғаларға ҡаршы тора алмай ине Көнбикә лә, Хафиза ла. Буҙлап илап йөрөп, баланы юлға йыйындырыуҙан башҡа саралары булманы. Атаһының ҡулында ятһырап тартҡылашҡан Мостафаны йәлләп, Көнбикә, ҡарауылға тиклем оҙата бармаҡсы булып, ат эйәрләтте. Исмаһам, йәйләү яңғыратып илап сығып китмәһен, бер аҙ булһа ла ҡосағымда иркәләнеп барһын әле, тип уйланы. Уның эйәр ҡашына күсеп ултырғас, малайҙың донъяһы түңәрәкләнде, ошолай йөрөтөүҙе ярата бит ул. Бәләкәс кенә ҡулдары менән йүгән осон эләктереп тә алып, менгене ҡыуа ла башланы. Ат та тыңлап, юртып китте. Улар артынан һаҡсылары менән Айыухан эйәрҙе.
Йәйләүҙән арыуыҡ китеп, ҙур булмаған йылға ярына еткәс, Айыухан уларҙы йәнәшләне лә теҙгенен тартты:
– Ҡал ошо тәңгәлдә, аръяҡта һеҙҙең ҡарауылдар юҡ.
Көнбикә ҡулдарында бәүелеп йоҡлап килгән баланы ҡалайтырға белмәй ыуаланғансы, атаһы, ынтылып, тартты ла алды. Ҡапыл ҡуҙғытылған сабый тертләп уянды ла, шарылдап илап, ҡыҙға ынтылды:
– Әзззә-әү! Әзззә-ә!
Бығаса өйрәтеп-өйрәтеп тә “әсәй” һүҙен әйттергә алмайҙар ине, әле килеп ҡалай асыҡ итеп ҡысҡырҙы. Быны ишетеүҙән йөрәге ярыла яҙған Көнбикә балаға ҡаршы ынтылғайны ла, Айыухан, юрғаһына ҡамсы эләктереп, ҡапыл ҡуҙғалып китте. Бала һаман ҡайырылып ҡарап иланы, бәләкәс ҡулдарын һуҙып саҡырҙы. Көнбикә йәштәре менән асыуына быуылды, сыҙамай һыбайлылар артынан, ҡысҡырып ҡалды:
– Хайуандар! Хайуандар һеҙ! Мостафа! Илама! Улым... илама... илама-а-а...
Эйәр алдына ҡолап, күңеле бушағансы һыҡтағас, төшөп һалҡын һыуҙа йәшкә ҡойоноп ебегән йөҙөн йыуҙы ҡыҙ. Унан йүгерек ағымға ҡарап, һеңгәҙәп ултырҙы. Бына, ул тағы бер яратҡан кешеһенән айырылды. Башта атаһы... унан игеҙәк ҡустылары... Баҙыян... әле килеп бәләкәсе... Мостафаһыҙ ҡалған тирмәгә ҡалайтып ҡайтып инергә лә, артабан нисек итеп тереклек итергә?..
Тар-мар ителгән ғәскәрҙән ҡалған һуңғы һуғышсы хәлендә ҡайтыуға юлланып күпмелер барғас, бая баланы ҡулынан ысҡындырғанда күңеленә инеп ултырған дерелдәк шомло тойғо, үҫкәндән-үҫә барып, бөтөн булмышын ялмауға түҙмәй, эйәренән һикереп төшөп, үләнгә аунаны ҡыҙ. Шулай күпмелер һауаға ҡарап ятты. Зәңгәр күктәге аҡһыл болоттарҙың күҙ алдында төрлө һындар сүрәтенә инеүен күҙәтеп ҡарағайны ла, эсендәге баяғы аңлайышһыҙ тойғо йөрәген ҡыҫа уҡ башланы. Көнбикә тороп ултырып, асылын аңларға тырышты. Нимә был? Һағышмы? Өмөтһөҙлөкмө? Әллә... әллә хәүефме? Хәүеф?.. Эйе... эйе... нимәлер һиҙә, тоя уның йәне... Нимә?...
– Мостафа! – көтөлмәгәнлектән һикереп китте. Был исем уның теленән ысҡындымы, әллә ҡайҙандыр юғарынан ишетелдеме, һәр хәлдә аяғүрә баҫтырылыҡ булды. Өҫтөнә һалҡын һыу ҡойолғандай булған ҡыҙ, бер һикереүҙә эйәренә атланып, кирегә сапты.
Менгеһен ҡыуалап елә торғас, урман һуҡмағынан асыҡлыҡҡа атылып килеп сыҡҡайны, күҙ алдына шундай күренеш асылды: һанаулы ғына ҡалған һаҡсылары менән тау итәгенә ҡыҫылған Айыухан ялан тултырып теҙелеп баҫҡан ғәскәрҙең бер төркөмөнә ҡаршы тороп маташа. Бер ҡарашта хәлде самалаған Көнбикә, күп уйлап тормаҫтан, урманға кире инеп китте лә, эстән туралап үтеп, алышыусылар тәңгәленә арттан килеп сыҡты. Айбарланып, уңлы-һуллы ҡылысын һелтәүенә ҡарағанда, Айыуханда бала юҡ. Ҡыҙ ат өҫтөндә алан-йолан ҡаранып, Мостафаны эҙләне. Тик малайҙы берәүҙә лә аңғарманы. Шул ваҡыт ҡылыс сыңдары, ҡысҡырышыуҙар араһынан ҡолағына бала илаған тауыш салынғандай булды. Ауаз тау яғынан килгәндәй. Талпынып, шул яҡҡа осто. Күп тә үтмәне, арҡаһында уҡ һабы һерәйеп торған һуғышсы янында ярһып илап ултырған сабыйға килеп тә юлыҡты. Айыухан һаҡсыларының береһенә баланы алып китергә ҡушҡан да, уныһы ҡасып өлгөрмәгән, күрәһең. Ҡыҙ сабып килгән ыңғайы, ерҙә ултырған баланы эләктереп алып, алдына ултыртты ла һыңар беләге менән күкрәгенә ҡуша ҡыҫты. Ҡото алынған сабый ни булғанын һаман аңлай алмай ҡалтыранды.
– Мостафа! Мостафа, улым, ҡурҡма! Был мин – әсәй! Әсәй һине һаҡлар, улым! Ҡурҡма!
Ниндәйҙер арауыҡ тау үренә сапҡас, ҡапыл иҫенә килгәндәй, теҙгенен тартты. Ярһып алған бейәһе туҡтамаҫҡа булып ҡарыулашты. Тик ҡыҙ уның ауыҙын шаҡарып кирегә борҙо ла, тау аҫтында ҡара таптар булып ҡына күренгән алышыусыларға ҡараны. Унда – Айыухан... Ул сама ғәскәргә оҙаҡ ҡаршы ла тора алмаҫтар. Кире боролһа – ҡулында Мостафа... Ҡалайтырға белмәй өҙгөләнгән күңеле бер мәлгә генә урталыҡта туланы ла, ҡыҙ, ҡапыл киҙәнеп, менгеһенең янбашына сапты:
– Алға!
Тауҙың ҡая ташлы битенә килтереп һырыҡтырылған башҡорттарҙы ҡаҙаҡтар аяуһыҙ тураҡлай ине. Айыухан бер ҡулы менән генә алыша, икенсе яурыны яраланғандыр, кәүҙәһе шул яҡҡа ауышып бара. Шул хәлдә лә һаман егеттәрен дәртләндереп оранын һөрәнләй, аҡылдан шашҡан фиғелдә уңлы-һуллы һелтәнеп сапҡылай ҙа, үҙе шуларҙың ҡара ҡанына ҡойона ине.
– Мәмерйәгә! Аҫта мәмерйә бар! Сигенегеҙ ҡая аҫтына! Сигенегеҙ! – Көнбикә етер-етмәҫтән шулай һөрәндәй ҙә, таш-ҡая ситләп, ары сабып китә. Уның саҡырыуын ишеткән арттағы яугирҙар алдағыларға ҡысҡыра:
– Аҫта мәмерйә! Аҫҡа! Барығыҙ ҙа аҫҡа!
Дошмандан ысҡына алғандар, артҡа сигенеп, яйлап ҡая төбөнә шыла. Тарлауыҡҡа күсә барғанды аңлаған ҡаҙаҡтар, һөжүм итеүҙән туҡтап, кирегә китә. Бер арауыҡҡа бәрелеш өҙөлөп тора. Айҡашып арманһыҙ булған яугирҙар ҡая төбөндә генә булып, ҡарар күҙгә ҡапыл асылған мәмерйә
ауыҙына килеп тула. Тере ҡалғандары йәмғеһе алты ғына кеше икән. Ә унда... тулы бер ғәскәр...
Балаһы менән Көнбикәне күргән Айыухан әлеге мәлдең үҙе өсөн иң ғазаплы, иң үкенесле мәл икәнлеген аңлапмы, нимәлер әйтеүҙе кәрәк тапмай. Ауыр ҡарашы менән һөҙөп ҡарап, эйәрендә тантып ултыра бирҙе. Атынан төшөп, баланы таш өҫтөнә ултыртты ла, килеп уның өҙәңгеһенә тотондо ҡыҙ:
– Айыухан, төш, яраңды бәйләйем.
Һаҡсыларының береһе килеп ярҙамлашып, ергә һөйрәп төшөргәйнеләр, бөтөнләй аяғында баҫа алмай булып сыҡты. Балтырына ике урындан уҡ ҡаҙалып, уларҙы ите-ние менән бергә йолҡоп алып ташлаған икән. Артыҡ ярһығанға ғына быларҙы һиҙмәгән. Сабылған яурыны ла ярты кәүҙәне эшлекһеҙ иткән. Хәрәкәт яһау өсөн көсәнгән һайын яраһынан ҡаны мөлкөлдәп ағып тора. Көнбикә, итәк осон буйҙан-буйға ҡырҡып алып, яурынын урап бәйләп ҡараны, әммә ҡан туҡталманы, һарҡып ағып, батырҙың хәлен бөтөгәндән-бөтөрә барҙы.
Ҡалғандарҙың да икәүһе яралы. Көнбикә уларға ла хәленән килгәнсә ярҙам итте, әммә бының менән генә бәләне алдап булмаҫын иңлай ине. Ул, асырғанып, Айыухан эргәһенә килде:
– Айыухан, йәнем, ҡалайтабыҙ?..
Ир ауырайған күҙ ҡабаҡтарын көсләп асты:
–Ал-лыы-ш-шабыҙ...
–Ҡотолоп булмай... беләһең бит, – сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәренән тартынмай ине инде хәҙер Көнбикә, Айыухандың ҡанға уҡмашҡан иҫән ҡулына битен терәне.
– Хәҙер... беҙ ал-лышҡа... инһәк... һин... Мостафаны алып... кит... Ишет-тәһ-һеңме... кит... – шул хәбәрен шыбырлап, ҡылысына таянып йән көскә тороп маташты ла, кире ауҙы үҙе.
– Айыухан! Айыухан! – тип күпме генә саҡырмаһын, тартҡыламаһын уны Көнбикә, егет иҫенә килмәне. Уны юғалтыуҙан ҡото алынған ҡыҙ ҡапыл сар-сор килеп илап алып китте лә, бала ла ярһып ҡушылғас, иҫенә килгәндәй булып тынып ҡалды. Унан һикереп тороп, бөтөнләй икенсе – ҡырҡыу тауыш менән фарман бирҙе:
– Һин баланы алып китәһең! – ул бармаҡ төрткән йәш яугирҙың аптырауы йөҙөнә сыҡһа ла, ҡаршы өндәшергә баҙнат итмәне. – Ҡалғандар, минең арттан!
Айыухандың ҡылысын алып, атына һикереп менде һәм бер ынтылыуҙа тау итәгенә лә сығып баҫты. Аҫтағы ғәскәрҙең, ҡасаҡтарҙың башҡа юлы юҡлығын белеп, тыныс ҡына көтөр тороуы ине. Тауҙан төшөп килгән яңғыҙ һыбайлыны күргәс улар ялан геүләтеп көлөшөп алды. Бер аҙ ваҡыттан тағы ла биш һуғышсы күренгәс, тағы ла шарҡылданылар.
Көнбикә аҫҡа төшөп еткәс, арттағыларына “туҡтағыҙ” тигән ишара яһаны ла, бара бирҙе. Яҡынлай төшкәс, уның ҡатын-ҡыҙ икәнлеген төшөнгән ҡаршы яҡ тағы ла нығыраҡ шаулашты. Ҡаҙаҡ ғәскәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән, хатта ки үтә күңелле ҡаршы алды уны. Уратып алдылар, тел
сартлаттылар, һыҙғырҙылар, ҡырағай тауыштар сығарып ҡысҡырыштылар. Был әкәмәт бер аҙ баҫыла төшкәс, Көнбикә лә телгә килде:
– Миңә ғәскәр башлығы кәрәк!
Күмәк шарҡылдауҙан ялан өҫтө тағы геүләне. Шулай ҙа аранан бер әҙмәүер тауыш бирҙе:
– Мин! Нимә кәрәк? – үҙе, эргәләгеләренә күҙ ҡыҫып, тағы көлкө күтәрҙе. – Бисә булырға теләйһеңме миңә?! Ха-ха-ха!
Көнбикә тауыштар тынғанды көтөп торҙо ла тағы ҡысҡырып өндәште. Ҡаҙаҡтарҙың үҙен аңлауын төшөнгәйне ул.
– Һеҙ бында мине эҙләп килдегеҙ, шулай бит?! Мин Абдрахман бей ҡыҙы! Тоҡан бейҙе мин үлтерҙем! Йылҡыны мин алып киттем!
Кинәт тауыштар тынды. Ишеткәндәрен һеңдереп алыуға кәрәк булдымы был ваҡыт, тағы шау-шыу ҡупты. Ахырҙа, баяғы әзмәүер ҡулын күтәреп тауышты баҫты ла һаман мәрәкәләне:
– Истәктәр бүләккә сығарҙымы һине беҙгә?
– Үҙем сыҡтым! Тик бер шарт менән!
– Ниндәй шарт? – ҡаҙаҡ башлығы ишеткәндәренә ышана алмай ине, күрәһең.
– Иң шәп яугирыңды миңә ҡаршы сығар! Әгәр ул еңһә – һеҙҙең менән китәм! Мин еңһәм – һеҙ китәһегеҙ!
Халыҡ тағы геү күтәреп көлдө. Башлыҡтары ла эйәре өҫтөндә бөтөн кәүҙәһе менән һелкенеп һыңҡылданы.
– Нимә?! Миңә ҡаршы сығарыр батырығыҙ юҡмы?!
– Бисәләр менән алышмайбыҙ, – башлыҡтың сәме ҡуҙғалһа ла, баш тартмаҡсы.
Көнбикә ҡапыл ҡылысын алға һуҙып, осон уның күкрәгенә терәне. Бындайҙы көтмәгән алпауыт артҡа тайшанам тип, эйәренән ҡолап төшә яҙҙы.
– Мин бисә түгел! Мин – яугир! Һинең танауың аҫтынан ханыңдың малын алып китә алған яугир!
Башлыҡ ҡашы аҫтынан һөҙөп ҡарап тора бирҙе лә тамаҡ төбө менән ниндәйҙер фарман бирҙе. Ғәскәр тыптыр-тыптыр килеп, бер-береһенә бәрелә-һуғыла артҡа шыла башланы. Күҙ күреме ара киткәс, шып туҡтап, ҡарап ҡалды. Әҙмәүер ирен ситтәрен мыҫҡыллы ҡыйшайтып йылмайып, былай тип өндәште уларға:
– Ишеттегеҙме?! Истәк яугиры атынан ҡолап төшһә, беҙ уны алып ҡайтып олуғ хандың аяҡ һөрткөсө итеп һаласаҡбыҙ! Мин үлһәм... боролаһығыҙ ҙа ҡайтып китәгеҙ! Мәсхәрә менән ҡайтып китәгеҙ!
Шулай тине лә ҡапыл алға ынтылды, Көнбикә саҡ ялтарып ҡала алды. Әйләнеп сабып килеп, ҡабаттан һөжүм башланы. Уның кирелеп һелтәп сапҡан ҡылысына ҡаршы тороуҙан башҡа бер ни эшләп өлгөрә алмай ҡыҙ. Ир көсөнә ҡулайлаштырып ҡойолған ауыр ҡылыс менән алпауыт беләге төшөргән суҡмарҙар хәлен алды. Үҙе алдында уның менән көс һынаша алғандай һуғышсы түгеллеген аңғарған ҡаҙаҡ та алышты уйынға борҙо. Әле бер яҡтан килтереп шаңҡыта сапты ла, ситкә китә биреп, әйләнеп килде, һелтәнде лә
килеп, ҡоралһыҙ ҡулы менән ҡапыл яңағына һуғып ебәрҙе. Ҡалайтыптыр ҡылысын күтәреп ҡуйып өлгөрөү яғын ғына ҡайғыртҡан Көнбикә – “ялп” итеп ҡалды.
Ҡырағай көлкө аҫтында ғәскәр башлығының ат тояғы саңына буялып ятҡан ерҙән тештәрен ҡыҫып ҡалҡынды. Уның аяҡҡа баҫҡанын күреп, ярҙамға ташланған арттағы биш яугир ҡуҙғалған ерҙәрендә үк тиҫтәләгән уҡҡа кейҙерелде. Һыбайлылары осоп төшөп ҡалған аттар, туҡтай алмай, һаман сабып килде. Күҙ ҡырыйы менән быларҙы аңғарып торған Көнбикә, сығырынан-сығып, үҙе лә һиҙмәҫтән, ғәҙәт буйынса, билдегендәге хәнйәренә йәбеште. Хәнйәр! Уның бит хәнйәре бар!
Шул мәл, күҙ асып йомған арала, көтөлмәгән хәл булды. Ҡара саңға батып, башын күтәрә алмай торған ҡыҙ, ҡапыл әйләнеп, билбауына тотонған ҡулын һелтәп ҡыҫҡа ғына хәрәкәт яһаны. Унан ысҡынған ялтыр хәнйәр, балтырына таянып, өҫтән аҫҡа ҡарап ыржайып ултырған башлыҡтың һул күҙенә инеп тә ҡаҙалды. Әҙмәүер яман тауыш менән аҡырып ебәрҙе лә сәбәләнеп тора торғас, йөҙтүбән ауҙы. Ҡолап төшкән ерендә, бер нисә ҡат ҡына тартышып тулап, йән дә бирҙе. Ғәскәр “Аһ” итте...
Аҙыраҡ ваҡыттан, бер нисәүһе йүгерешеп килеп, башлыҡтарының һәләк булыуын тикшереп, тегеләренә дөрөҫләп ишара яһаны. Хәҙер инде көлкөләрен онотҡан яугирҙар, тупҡа йыйылып, артыҡ тауышланмай ғына нимәлер һөйләшеп алды. Унан, башлыҡтарын менгеһенә тейәп, тауыш-тынһыҙ ҡуҙғалып киттеләр. Һаман шул килеш шаңҡып баҫып торған ҡыҙ янынан үткәндә, күптәре баш ҡаҡты. Еңеүсе яугирға хөрмәт ине был.
...Көҙгө урман юлынан ашыҡмай ғына пар ат егелгән ылау килә. Төк-төк әйберҙәр тейәлгән оҙон арбаның алғы өлөшөндә, йөккә арҡаларын терәп һыйынышып, өс кеше ултыра. Ҙур кәүҙәле ирҙең бер яҡ яурыны уралған, дилбегәне аяҡтары өҫтөндә һалып, аттарын үҙ иркенә ҡуйған да, һау ҡулы менән итәгендә балаһын тотҡан ҡатынын ҡосаҡлаған. Ҡатыны теле асылып тәтелдәй башлаған малайын һөйләштерә:
– Атай, тиген. А-атай! Был – атай.
– Ат-тау!
– Мин кем? Мостафа – мин?
– Әз-зәү! – сабый белгән һүҙҙәренең барыһын да әйтеп ҡалырға тырыша. – Ат! Ат! Тллл-тллл!
Йылмайып тыңлап килгән атай ҙа һүҙгә ҡушыла:
– Бисура, улым, би-су-ра-а.
Рәхәтләнеп көлә Көнбикә:
– Бисура юҡ хәҙер, юғалды, бының аръяғына Айыухандың ҡатыны ғына бар.
Айыухан да көлә:
– Ҡуй, юғалмаһын, мин бит тап ана шул бисураны һөйәм.
Бәхеттәре бер арбаға һыйған әҙәмдәрҙе пар аттар алға, офоҡтар аръяғына алып китте. Әле һанһыҙ яуҙар, һанһыҙ яныуҙар кисерәсәк был ерҙә ниндәй яҙмыш көтәлер уларҙы – билгеһеҙ.