Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, уҡыуын Мораҡ 2-се һанлы урта мәктәбендә (хәҙерге М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы) дауам итә. Белемгә әүәҫ булһа ла, мәктәпте тамамлағас, Ишембай ҡалаһының трикотаж фабрикаһына уҡырға бара. Уҡырға тип ни... Фабрикала уҡыталар ҙа, бер юлы тегеү эшенә лә өйрәтәләр. Тап ошо осорҙа, мәктәптән үк үҙенә күҙ һалып йөрөгән һөйөклөһө - Сәйетғәле менән мәңге бергә булырға һүҙ ҡуйышып, ике йәш йөрәк ҡауыша. 1979 йылдың 20 июлендә Ҡалай һылыуы Нуҡай ауылына килен булып төшә.
Йәшләй генә ҡауышҡан йәрендә, бәхеткә күрә, Миңзәләгә ғүмерҙә бер тапҡыр ҙа үкенергә тура килмәй. Икенсе яртыһы ла эшкә егәрле, донъя көтөргә таһыллы заттан булып сыға.
Сәйетғәленең атаһы Миңлеғәле Кинйәғәле улы ғүмер баҡый Нуҡай ауылы мәктәбендә уҡыта, тирә-яҡҡа ғилем нурын өләшеүгә, әүҙем йәмәғәтсе ролендә халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәрен әүҙемләштереүгә тос өлөш индерә. Әсәһе Һылыубикә Абдрахман ҡыҙы төрлө совхоз эштәрендә йөрөй.
Дүрт малай, ике ҡыҙ тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, Сәйетғәле үҫмер сағынан үҙенән бәләкәсерәк туғандары өсөн дә ҙур яуаплылыҡ тойоп, ата-әсәһенең уң ҡулы булып буй еткерә, ата-әсәһенә ярҙам итеү йөҙөнән һәм мәктәпкә бүленгән сөгөлдөрҙән, ырҙын табағынан ситтә ҡалмай. Эшкә шәп, дәрт-ялҡынлы үҫмер белемгә лә әүәҫ була. Нуҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен гел матур билдәләргә тамамлап, 9-сы класҡа Мораҡ 2-се урта мәктәбенә уҡырға килә. Өҫтә телгә алып үткәнсә, тап ошо мәктәптә үҙенең бәхетен, буласаҡ икенсе яртыһын осрата ла инде.
- Беҙ танышып, дуҫлашып киткәндә Миңзәлә 7-се, мин 9-сы класта уҡый инем. Интернатта ятып уҡыусылар бигерәк күмәк булды, тормош ҡайнап тора ине, мәктәпкә утынды үҙебеҙ әҙерләй торғайныҡ. Хеҙмәт дәрестәрендә лә беҙҙе эшкә өйрәтеп, тормошҡа сыныҡтырҙылар. Дөрөҫ, Миңзәләне осратҡас, мөхәббәттән баш әйләнеп, уҡыуҙан бер аҙ ҡалыша башланым, - тип, үткәндәрҙе иҫләп көлдөрөп алды ғаилә башлығы.
Мәктәптән һуң эшһөйәр егет ауылда мал ҡарап, йәйгеһен көтөү көтөп, 1975 йылда әрме сафына баҫа. Ватан алдындағы изге бурысын Читала химик ғәскәрҙәрҙә үтәй, унан сержант булып ҡайта.
Атаһы, туғандары Сәйетғәленең юғары уҡыу йортона инеүен теләй. Мәктәптә яҡшы уҡыған һәләтле егеттең армиянан һуң бер ҡаршылыҡһыҙ Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инеү мөмкинлеге була. Әммә кесе йәштән ауыр эшкә эҫенеп, беләгендә ер емерер көс тойған егет эшсе һөнәренә тартыла. Йөрәге ҡушҡанса, Өфөнөң Дим яғындағы юл-техник техникумына уҡырға инә. Электровоз машинисы һөнәрен үҙләштергәс, йөк поезында эшләп апаруҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплай.
Меңләгән сибәркәйҙәр араһынан һайлап алған Миңзәләһе менән улар 1980 йылда күрше Ырымбур өлкәһенә сығып китеп, Төйлөгән күмер табыу ятҡылығына (“БашкирУголь”) парлашып эшкә урынлаша. Кадрҙарға ҙур иғтибар бирелгән был күркәм осорҙа йәш ғаиләгә тәүҙә дөйөм ятаҡтан бушлай бүлмә бүләләр, артабан, тубырсыҡтай улдары донъяға килгәс, ике бүлмәле фатир бирәләр. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар машинист-электровоз, ә тилбер ҡуллы Миңзәлә ашнаҡсы һөнәрен ҙур намыҫ менән башҡара. Тынғыһыҙ хеҙмәт араһында бөркөттәй ике улына ла тейешле иғтибар, йөрәк наҙын бүлеп, уларға матур тәрбиә бирәләр.
Әммә ике меңенсе йылдар башына һәр тарафты ялмап алған тарҡаулыҡ Рафиҡовтар эшләгән ойошманы ла ситләтеп үтмәй. Быны алдан уҡ тойомлаған, ғаиләһен хәстәрләгән Сәйетғәле Миңлеғәле улы ситтән тороп техникумда уҡып, электро-техник һөнәрен үҙләштерә һәм алты йыл тирәһе себер тарафтарына вахта менән йөрөп эшләй. Тап себер юлдарын тапай башлаған мәлендә уның башына тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнеү уйы тыуа, тормош юлдашы менән ғүмер буйы бер тулҡында булған ҡатыны ла уның был уй-ниәтен хуплай.
М.Горький урамынан мөһабәт йорт һатып алып, 2000 – се йылда улар Мораҡ ауылына ҡайтып төпләнә. Йорт-ҡураларҙы тағы ла төҙөкләндереп, матурлап ала, ишле мал, ихата тултырып ҡош-ҡортон ҡарап емертеп донъя көтә башлай уңғандар.
Һөнәрле кеше юғалып ҡала буламы һуң инде? Сәйетғәле Миңлеғәле улы тәүге өс йылда райондың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләй, артабан 2006-2012 йылдарҙа хаҡлы ялға сыҡҡансы район мәғариф бүлегенең баш энергетигы кеүек яуаплы вазифаны намыҫ менән атҡара. Эштән ҡурҡмаҫ хәләл ефете ете йыл Мораҡ үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлегендә (приемный покой) санитар, артабан Мораҡ башҡорт гимназияһы интернатында кер йыуыусы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та өс йыл өйрәнелгән эшенән айырыла алмай.
Дәрт-ялҡынлы йөрәкле, эшкә, тормошҡа сәмле ата-әсә тәрбиәһендә Рәил менән Руслан да яҡты күңелле, эшкә бөтмөр булып буй еткерә. Атаһына оҡшап “егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тип ысын ир-егеттәргә кәрәкле эшсе һөнәрҙәрен үҙләштергән Рәил Төйлөгән һылыуы - Света менән матур ғаилә ҡороп, бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр. Әммә Чечен Республикаһында разведчик булараҡ хеҙмәт итеп, ярты һаулығын шунда ҡалдырып ҡайтҡан егеттең, ике сабыйҙың һөйөклө атаһының, ғүмеркәйҙәре бик иртә өҙөлә. Миңзәлә менән Сәйетғәле Рафиҡовтар, оло йөрәкле, сабыр холоҡло ата-әсә булараҡ, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәренә рухи терәк булып, күңел һағыштарын, көйөнөстәрен уртаҡ итеп, был яҙмыш һынауын бергә-бергә лайыҡлы кисерәләр. Хәҙер инде ейәндәре Рафаил үҙе өрлөктәй егет булып, әрме сафын да үткән, яратҡан эшен дә тапҡан; ейәнсәрҙәре Регина ла буй еткереп, һөйөклө ҡәрсәй-ҡартаһы өсөн күңел йыуанысы булып тора.
Атаһынан күргән уҡ юнған тигәндәй, төпсөк улдары Руслан булдыҡлылар, эшкә бөтмөрҙәр рәтенән. Ул Күмертау ҡалаһының тау техникумында белем алған, Якутияла газ сәнәғәте өлкәһендә эшләй. Өлөшөнә төшкән көмөшө – Лилиә менән Мораҡ ауылына төпләнеп, мөһабәт йорт һалыуға ирешкәндәр, сәскәләй ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Йәш парҙың тәүге мөхәббәт емештәре – Русалинаның Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 9-сы, икенсеһе, кинйәһе – Эмилияның 6-сы класта уҡып йөрөгән саҡтары. Килен ҡәйнә тупрағынан тигәндәй, Лилиә Рафиҡованың ҡулға тилбер, орсоҡтай икәнлегенә беҙ үҙебеҙ шаһит булып торабыҙ. Мораҡ ауыл биләмәһе вәкиле булараҡ, әүҙем йәмәғәтсе лә, махсус хәрби операциялағы яҡташ яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыуҙы, әҙерләүҙе ойоштороуға үҙ өлөшөн тос индереүсе лә.
Ике киленен дә үҙ ҡыҙҙарылай яҡын күреп, “балаларҙың балалары балдан татлы” тип ейән-ейәнсәрҙәренә йөрәк наҙын тигеҙ өләшә изгелекле, хәстәрлекле йәнле ата-әсә. Алтын ҡуллы ғаилә башлығы улдары йорт һалғанда ҙур ярҙамсы, ныҡлы терәк була; яҡындарына ғына түгел, Сәйетғәле ағай тәжрибәле электрик һәм таһыллы ир аҫылы булараҡ, мөрәжәғәт итеүселәргә хәленән килгәнсә ярҙам ҡулын һуҙырға тырыша. Тәбиғәт ҡосағына сығып балыҡ ҡармаҡлап, тыуған яҡ һауаһынан йәненә сихәт ала, дәрт-ялҡыны менән утыҙ йәшлек егеттәргә биргеһеҙ әле ул.
Ә тормош юлдашының ныҡлы арҡаһын тойоп йәшәүсе Миңзәлә Дауыт ҡыҙы ҡәҙерлеһе һәм йәндәй ғәзиз балалары өсөн ризыҡ төрләндерергә лә, йортта йылы мөхит тыуҙырырға ла ифрат һәләтле. Ул бешергән бәлештәр, ул әҙерләгән ҡайнатмалар телеңде йоторлоҡ! Күҙҙәренең, йөрәгенең наҙын түгеп үҫтергән бүлмә гөлдәренән өйҙәренә үҙенсәлекле йәм өҫтәлә.
Яҙға аяҡ баҫҡас, ауыл еренең бар йәмен, тәмен тойоп йәшәүсе уңғандарҙың эштәре тағы ла гөрләйәсәк. Еләк-емеш баҡсаһында алмаһы, ҡарағаты, сливаһы... Йөрәктә дәрт булғанда тип ҡош-ҡортон да күпләп аҫрайҙар. Һәр ҡайһыһы айырым көс, иғтибарҙы, талымһыҙ ҡулдарҙы талап итә.
- Һаулыҡ булһа, ауыл эше ул күңел өсөн ял ғына, тик бына донъяларға именлек ҡайтһын да, күңелдәр тынысланһын ине, - ти хәстәрлекле йәнле, йомарт күңелле, оло йөрәкле Рафиҡовтар.
Мораҡ ауылына йән өрөп, ҡот өҫтәп йәшәүсе яҙмам геройҙары менән аралашҡансы, эңер төшөп тә өлгөрҙө. Күңел йылыһы, ихласлыҡ бөркөлгән күркәм кешеләр, мөхәббәтле парҙар эргәһендә ваҡыт үткәне лә һиҙелмәй шул...