Иртөбәк ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ, нур һибеүсе яҡты ҡояшыбыҙ Үлмәҫбаева Таңһылыу Абдулла ҡыҙы бөгөн матур юбилейын билдәләй! Уны ғүмер байрамы – 55 йәше менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле кешебеҙгә иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, тыуған йорттоң утын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын!
Әсәй! Беҙҙең мәңге һүнмәҫ ғүмер ҡояшыбыҙ, барыһы өсөн дә һиңә ҙур-ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Һинең һау-сәләмәт, беҙгә оло терәк, кәңәшсе булып йәшәүең оло бәхет. Беҙҙе, биш балаңды, матур итеп, йөрәк йылыңды, күңел наҙыңды биреп үҫтерҙең, тормош серҙәренә өйрәттең. Аллаһ Тәғәләнән матур яҙмыш насып булһын!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың.
Сирҙе белмә, ҡайғы күрмә,
Йәп-йәш булып ҡалһын күңелең.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә,
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм барлыҡ туғандарың исеменән ҡыҙың Гөлназ.
Мораҡ, Иртөбәк, Игебай ауылдары.