1 августа Теләүембәт ауылында йәшәүсе иң яратҡан, иң ҡәҙерле кешебеҙ - Нуралина Нурия Фәтих ҡыҙы күркәм 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Әсәйебеҙ 1956 йылда Түләбәй ауылынан килен булып төшә, атайыбыҙ Нуралин Миньйәш Сибәғәт улы менән 59 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп матур донья көтәләр. Бер бер артлы доньяға килгән 5 балаға матур тәрбиә биреп аяҡҡа баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы 2015 йылда атайыбыҙ яҡты доньяларҙан китеп барҙы, урындары ожмаһта булһын. Арыу-талыу белмәй, тормош һынауҙарына бирешмәй төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә әсәйебеҙгә: һауынсы ла була ул, сөгөлдөр ҙә утай, иҙәнен дә йыуа, оҙаҡ йылдар ашнаҡсы булып эшләй. Эш араһында шәлен дә бәйләй, үҙебеҙҙең генә түгел күрше ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын да матур күлдәктәр тегеп ҡыуандыра .Төплө кәңәштәрең, йылы һүҙҙәрең, нурлы йөҙөң, беҙҙең өсөн уҡыған доғаларың өсөн мең рәхмәттәр һиңә, әсәй! Тыуған йорттоң йәме булып, ҡыуанып-шатланып, иҫәнлектә оҙон оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Юбилейың гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Ҡыҙҙарың Нәсимә, Кәримә, Әлфиә, улың Рим, кейәүең Фәнүс, киленең Әнисә, 10 ейән-ейәнсәрҙәрең, 12 бүлә-бүләсәләрең.